RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Оҫталар байрамын хәтерләтте

05.10.2010 Оҫталар байрамын хәтерләтте

Өфөлә башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының йәрминкәһе үтте
Оҫталар байрамын хәтерләттеҠырҙа, шәхси хужалыҡтарҙа, баҡсаларҙа уңыш йыйып алынғас, баш ҡалабыҙ Өфөнөң төрлө майҙандарында йәрминкәләр башлана. Шулар араһында иң байы, иң матуры һәм иң үҙенсәлеклеһе ул башлан­ғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының йәрминкәһе. Йола буйынса йыл һайын баш ҡаланың Спорт һарайы алдындағы майҙанда үтә ул. Республика көнөнә, Уҡытыусы йылына һәм башлан­ғыс һөнәри белем биреү системаһының 70 йыллығына арналған быйылғы йәрминкә лә башҡа йылдарҙағынан бер ҙә ҡалышманы. Унда республиканың барлыҡ һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары ла әүҙем ҡатнашты.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина менән мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, йәрминкәлә ҡатнашыу­сыларҙы сәләмләп, уҡыу йорттары тәҡдим иткән тауарҙар менән танышып сыҡты.
Йылдағыса, уҡыу йорттары йәрминкәгә ныҡлы әҙерләнгән. Баш ҡала халҡына улар үҙҙәрҙе үҫтергән йәшелсә-емеште, уҡыусылар көсө менән эшләнгән хужалыҡ тауарҙарын, йорт кәрәк-яраҡтарын, йыһаздар, тәмле-тәмле салаттар, икмәк, бәлештәр, торттар алып килгән. Халыҡ та ҡайҙан нимә һатып алырға белеп бөткән, маҡтай-маҡтай, икмәк-ҡаластарын, һөт-ҡаймағын, ҡорот-эремсеген, тоҙло ҡыяр-помидорын, ҡырҡып киптерелгән туҡмастарын, ҡымыҙын ала.
Оҫталар байрамын хәтерләттеЙәрминкә ассортименттың бай булыуы менән генә түгел, ә зауыҡлы биҙәлеше, башҡа бер ҡайҙа ла табып булмаған үҙенсәлекле тауар­ҙары менән дә үҙенә йәлеп итә. Тап ошонда ғына эксклюзив йыһаздар­ҙы, сувенирҙарҙы, панноларҙы, һүрәттәрҙе табырға мөмкин. Уларға ҡарап йөрөүе генә лә үҙе бер кинәнес. Шул тиклем оҫталыҡ һәм юғары зауыҡ менән эшләнгән. Бына шунда һөнәрселек училищеларының тормошта иң кәрәкле һөнәр эйәләрен, ысын оҫталарҙы әҙерләүе күренә лә инде. Хатта үҙең өсөн генә булһа ла һөнәрселек училищеһында уҡып сығыу зыян итмәҫ ине, тигән фекергә килде күптәр. Сөнки бында алған белем, өйрәнгән шөғөл донъя көткәндә һәр кемгә кәрәк. Уҡыусыларҙың йыр-бейеүҙәре лә күңелдәргә дәрт өҫтәне. Халыҡ өйөлөп уларҙың сығышын тамаша ҡыла.
Оҫталар байрамын хәтерләттеБөрйән районының 132-се һөнәрселек училищеһының күргәҙмәһенән дә күҙҙе алырлыҡ түгел. Ағастан, туҙҙан эшләнгән сувенир­ҙар, һауыт-һаба, йорт йыһаздары күҙҙең яуын алырлыҡ. Ағастан бәләкәй генә самауыр ҙа эшләп ҡуйғандар хатта. Оҫта тиһәң дә оҫталар, исмаһам.
– Беҙ ағастан семәрләп эшләү оҫталары әҙерләйбеҙ, шуға күрә, нигеҙҙә, тауарҙарыбыҙ ағастан эшләнгән. Төрлө сувенирҙар, йорт кәрәк-яраҡтары, туҙҙан һауыт-һаба, паннолар – барлығы 24 төр тауар алып килгәнбеҙ. Халыҡ ҡыҙыҡһына, хужабикәләргә бигерәк тә йәшелсә-емеш турау, икмәк ҡырҡыу өсөн әҙерләнгән таҡталарыбыҙ оҡшай. Тауарҙарыбыҙ үтә, йыл буйы әҙерләнеп килеүебеҙ бушҡа түгел, – ти производствоға уҡытыу мастеры Сәриә Бикмөхәмәтова. Әйткәндәй, был училищела шулай уҡ ЭВМ операторы, штукатур-маляр, ағас оҫтаһы, В категорияһы водителе һөнәрҙәренә лә уҡырға мөмкин.
Сибай ҡалаһының 24-се һөнәрселек училищеһы ла йәрминкәлә йыл һайын ҡатнаша.
– Йыл әйләнәһенә әҙерләнеп, ҙур байрам кеүек көтөп алабыҙ. Берҙән, үҙебеҙҙең тауарҙарыбыҙҙы халыҡҡа күрһәтһәк, икенсенән, башҡаларҙан өйрәнәбеҙ. Уҡыусыларҙың концерты ла йәрминкәгә йәм өҫтәй. Йыл һайын тауарҙарҙы төрлөләндерергә тырышабыҙ, быйыл күберәк ағастан эшләнгән йорт йыһаздарына өҫтөнлөк бирҙек. Өҫтәл менән ултырғыс­тарыбыҙҙы, компьютер өҫтәлен шунда уҡ алып киттеләр. Хаҡтар арзан, шуға күрә лә халыҡ беҙҙән алырға тырыша, өҫтәүенә, һатҡан саҡта хаҡтарҙы тағы ла төшөрәбеҙ. Мәҫәлән, компьютер өҫтәлен 2300 һум тип ҡуйғайныҡ, 1700-гә генә һаттыҡ. Әлбиттә, һатып алыусылар өсөн дә был ҡулай. Урын-ер ҡаралтыһы ла алып килгәйнек. Уларҙы 450 – 600 һум менән тәҡдим иттек. Алалар, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты училищеның өлкән мастеры Любовь Щербенина.
Йәрминкәгә килгән халыҡ та ҡәнәғәт.
Оҫталар байрамын хәтерләтте– Һөнәрселек училищеларының йәрминкәһен йыл һайын көтөп алам. Бында нимә генә юҡ: үҙе матур, үҙе арзан. Бына әле сауҙа нөктәләрендә помидор 50 – 60 һумға менеп бөттө, ә бында 20 һумға ла алырға була. Уҡыусылар бәйләгән башалтайҙар ҙа оҡшаны. Сүкеш, балта, көрәк һаптары, уҡлау кеүек ваҡ-төйәкте лә ҡарап алырға мөмкин. Йыл һайын ҡорот менән эремсек тә һатып алам, – ти Гүзәл ханым.
Ысынлап та, хәйбуллаларҙың ҡыҙыл эремсеген, үткәрелгән муйыл ҡушып эшләнгән татлы ҡоротон, йылайырҙарҙың әсе ҡоротон, ҡымыҙын, ауыл майын, эремсеген сират тороп һә тигәнсе алып та бөттөләр. Ҡыҫҡаһы, быйылғы йәрминкәнән өфөләр ҙә, һөнәрселек училищеларында уҡыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.

Әйткәндәй
Оҫталар байрамын хәтерләтте
Әлеге көндә башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеларының уҡыу хужалыҡтарына 17434 гектар ауыл хужалығы ерҙәре, шул иҫәптән 136887 га һөрөнтө ер беркетелгән. 23 уҡыу хужалығы малсылыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙа 836 һыйыр, 932 баш сусҡа, 146 йылҡы аҫрала. Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, уҡыу хужалыҡтарында ярайһы ғына уңыш йыйып алынған – йәмғеһе ике мең тонна иген, 500 тонна шәкәр сөгөлдөрө, 90 тонна картуф, 120 тонна көнбағыш, 775 тонна йәшелсә.
Йәрминкәлә халыҡҡа барлығы 5,2 млн һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы тәҡдим ителде. Шул иҫәптән 1,2 млн һумлыҡ ит, 580 мең һумлыҡ йәшелсә, 320 мең һумлыҡ иген культуралары, 160 мең һумлыҡ кондитер изделиелары, 500 мең һумлыҡ бал һәм шулай уҡ 1,8 млн һумлыҡ көнкүреш тауарҙары.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники