RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

24.04.2012 Өс һөйләм менән

«Минең республикам» йәштәр экологик акцияһы сигендә Благовещен ҡалаһында «Сүп-сар тапшыр – бүләк ал» проектының тәүге этабы үткәрелде. Махсус билдәләнгән урындарҙа халыҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тапшырҙы. Волонтерҙар хәрәкәте активистары өлкәндәргә иҫтәлекле листовкалар һәм сувенирҙар, балаларға татлы приздар таратты.

Янғын хәүефлелеге осоро башланғандан алып республикала 71 гектар майҙанда 11 урман янғыны теркәлгән. Уларҙы һүндереүгә 190 кеше һәм 41 махсус техника берәмеге йәлеп ителгән. Тәүге урман янғыны Бөрйән райо­нында 16 апрелдә сыҡҡан.

Республиканың урындағы сеймалдан үҙенсәлекле продукция етештереүсе предприятиелары Европала беренсе эксклюзив милли продукция магазиндары селтәрен булдырыуҙа ҡатнаша ала. Бындай магазиндар селтәренә эләгеү артабан донъяның 1000 үҙенсәлекле һәм файҙалы аҙыҡ-түлеге исемлегенә инергә булышлыҡ итәсәк. Реестр төҙөгәндә төбәктең инвестиция килешеүҙәре булыуы ла иҫәпкә алына.

Башҡортостан предприятиеларының 80 проценттан ашыуы табышлы эшләй. «Башҡортостанстат» мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың тәүге ике айында уларҙың дөйөм килеме 24,2 млрд һум, йәғни 2011 йылдың ғинуар – февраленә ҡарата 113,1 процент тәшкил иткән. Зыянға эшләүсе ойошмалар күләме былтырғы ғинуар – февралдәге 20,2 процент урынына 18,4 процентҡа тиң.

Башҡорт һылыуы Рәзилә Абдулғазина Тывала үткән «Мисс Азия − 2012» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында беренсе урын яуланы. «Һылыуҡай» студияһынан хәбәр итеүҙәренсә, яҡташыбыҙ, башҡорт бейеүен башҡарып, ҡумыҙҙа һәм флейтала уйнап, тамашасыны хайран ҡалдырған. Сарала Бүрәт, Яҡут-Саха, Тыва, Таулы Шория, Хакасия Респуб­ликаларынан, шулай уҡ Алтай, Монголия, ҡытай һәм Кореянан ҡыҙҙар ҡатнашҡан.

Яҙ йылы килеү сәбәпле, ағас ултыртыу ике аҙнаға алдан башланды. БР Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөнгә питомниктарҙан 2,880 миллиондан ашыу үҫенте ҡаҙып алынған. Быйыл 10 мең гектарҙан күберәк майҙанда урманды тергеҙергә кәрәк, шуның һигеҙ меңендә ағас ултыртылырға тейеш.

«Һәләтле балалар – Рәсәй киләсәге» Бөтә Рәсәй энциклопедияһының сираттағы йыйынтығына Өфөнөң 9-сы балалар музыка мәктәбе лә индерелгән. Әлеге мәктәпкә – 50 йыл. Педагогтар балалар менән шәхси эшләй, компьютер, мультимедиа технологияларын, электрон музыка ҡоралдарын ҡуллана, мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән дә шөғөлләнә.

Ошо көндәрҙә Силәбелә дүртенсе тапҡыр өләсәйҙәр фестивале үткән. 12 өләсәй ҡатнашҡан конкурс тотош ғаилә байрамына әйләнде, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Өлкә башҡорттары ҡоролтайы исеменән сығыш яһаған Мәүлиҙә Мостафина гран-при яулаған.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә