RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Күмертау исеме нисек барлыҡҡа килгән?

05.10.2010 Күмертау исеме нисек барлыҡҡа килгән?

1942 йылда геологтар тарафынан Көйөргәҙе районында Бабай һоро күмер ятҡылығы асыла. Уға исем Бабай шишмәһенән алып ҡушыла. Халҡыбыҙ хәтерендә һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, был ерҙәрҙә элек Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарынан Бабайғол исемле кеше йәшәгән. Ул нигеҙләгән ауыл да, эргәһендәге тау менән шишмә лә Бабайғол исемен йөрөткән. Тулы һыулы шишмә үҙенең саф, таҙа булыуы менән айырылып торған һәм, Оло Юшатыр йылғаһына ҡушылып, уның ҡеүәтен арттырған.
Бабайғолдоң Ишемғол, Наҙарғол, Ныяҙғол исемле улдары булған. Наҙарғоло Көйөргәҙе районындағы шул исемдәге ауылға нигеҙ һалған.
Ҡасандыр Бабайғол бабабыҙ йәшәгән ерҙәрҙә 1947 йылда һоро күмер ятҡылыҡтарын үҙләштереү маҡсатында Бабай ҡасабаһы барлыҡҡа килә.
Бында элекке Советтар Союзының төрлө төбәктәренән күмер сәнәғәтенә бәйле һөнәр эйәләре эшкә килә. Тирә-яҡ ауылдар­ҙан, райондарҙан йәштәр ағыла. 1953 йылда ҡасаба ҡала статусын ала. Йыш ҡына, Күмертауҙың исеме нисек барлыҡҡа килгән ул, тип һорай­ҙар. 1949 йылда эш сәфәре менән Көйөргәҙегә килгән ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Сабир Әхмәтйән улы Ваһапов Бабай ҡасабаһы эшсәндәре менән осраш­ҡан ваҡытында: «Эшселәр ҡасабаһын нисек атаясаҡһығыҙ?» – тип һорай. Берәүҙәр «Шахтерск» исемен тәҡдим итә, икенселәре, бында күпселеге йәштәр эшләүенә баҫым яһап, «Комсомол» тип атауҙы хуп күрә, кемдер, ятҡылыҡтың яңы үҙләштерелә башлауын иҫәпкә алып, «Йәш күмер» атамаһын урынлы тип иҫәпләй. Сабир Ваһапов уларҙың береһен дә оҡшатмай. «Әгәр эшселәр ҡасабаһын «Күмертау» тип атаһаҡ, һеҙ быға нисек ҡарай­һығыҙ?» – тип һорай ул аҙаҡтан. Исем барыһының да күңеленә хуш килә. «Ошо исемгә бәйле документтар тултырығыҙ», – ти ул, һөйләшеүгә нөктә ҡуйып.
Ауылдың килеп сығышы

Элек ир баланы сөннәткә ултырт­ҡан (сөннәтләгән) оло кешене ихтирам менән «баба» тип йөрөткәндәр. Шундай ихтирамлы бер баба Көйөргәҙе менән Юшатыр йылғалары ҡушылған ергә килеп нигеҙ ҡорған. Һуңыраҡ бер улы Көйөргәҙе йылғаһы буйлап 12 саҡрымға өҫкәрәк китеп, икенсе ауылға – Үрге Бабаға нигеҙ һалған. Икенсе улы унан да һуңғараҡ Көйөргәҙе йылғаһының аръяғына (8 саҡрым самаһы) урынлашҡан. Ул ауыл хәҙер Урта Баба тип йөрөтөлә. Беҙҙең ауыл ике йылға тамағында ултырғас, Тамаҡ Баба, әҙәби телдә Түбәнге Баба тип атала.

Иҫке ыҙма тауы

Ауылдың элекке урынын Иҫке ыҙма тип йөрөткәндәр. 1816 йылда ауыл, Көйөргәҙе йылғаһының аръяғында, тау башында булған (VII ревизия мәғлүмәте). Хәҙер шул тауҙы Иҫке ыҙма тауы тиҙәр. Ул саҡта ауыл Итҡабыл тип аталған. Сөнки уға нигеҙ һалған Итҡабыл Солтанморатов, Яманғол, Солтан­сәлим, Ишбай тигән өс улы ғаиләләре менән ошонда йәшәгән.

Вафа талы

Ғәлимовтар, Мөьминшиндарҙың ҡарт олатаһы Вафа ҡарт, Көйөргәҙе йылғаһы яҙ һайын ташҡында ярҙы ашамаһын өсөн, яр буйлап талдар ултыртып сыҡҡан. Аръяҡта уның сабынлығы булғандыр, күрәһең.

Оҙонғол соҡоро

Ауылдың көнбайышында, ике тау араһында, йырын һымаҡ бик оҙон уйһыулыҡ бар, оҙонлоғо 5 – 6 километр самаһы. Шул уйһыулыҡ төбөнән бер шишмә ағып, Көйөргәҙе йылғаһына килеп ҡушыла. Шул со­ҡорҙо халыҡ Оҙонғол (Оҙон ҡул) тип атай. Ауыл халҡының сабынлығы уның ике яҡ яры буйында. Был соҡор­ҙоң эсендә уҫаҡ, ҡайын, муйыл, энәлек, балан, сейә ағастары үҫә.

Татыр яланы

Татырлы йәки тоҙло, мәтеле, батҡаҡлы уйһыулыҡ ауылдың көнсығышында урынлашҡан. Ул ерҙә ашлыҡ та сәсеп булмай, үлән дә үҫмәй. Эсе ҡыуыш йыуа үҫә. Ул – йыуа үҫкән берҙән-бер ер.

Солтан тауы

Борон Солтан исемле ҡарт йәшәгән. Уның утарында бейек, емеш-еләккә, шифалы үләндәргә, ағастарға бай тау булған. Ошо тауға шул ҡарттың исемен биргәндәр.

Әүлиә тауы

Ауылға ингән юлға терәлеп тиерлек бәләкәй генә Әүлиә тауы урынлашҡан. Унда әүлиә күмелгән. Йәғни изге кеше, ул кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан дауалаған, киләсәкте күрәҙәлек иткән, дини кеше булған. Халыҡ унан тик изгелек кенә күргән. Әүлиә үлгәс, ауыл халҡы уны, хөрмәт итеп, ҙурлап, ошо тауға күмгән. Ошонан алып уны Әүлиә тауы тип йөрөтәләр. Был тау изге һанала, уның эргәһендә насар һүҙҙәр әйтеү, йәмһеҙ ҡыланыу тыйыла. Әгәр ҙә ошо тыйыуҙы тотмаһаң, үҙеңә берәй насарлыҡ була, тигән ышаныу бар.
Әүлиә тауы эргәһендә Ташлытау ята. Был тау ташлы булған­ға күрә шулай аталған. Ләкин әлеге ваҡытта, таштары бөтөп, ҡылғанлы һәм үләнле тау ғына тороп ҡалған.

Ҡыҙҙар тауы

Элекке заманда, ауылдарҙа клуб булмаған саҡта, ҡыҙҙар ошо тауға сығып күңел асҡан, төрлө уйындар уйнаған. Яҙын тауҙар ҡарҙан әрселгәс тә улар шул тауға сыҡҡан. Һуңынан уйынға егеттәр ҙә ҡушыл­ған. Хәҙерге ваҡытта ла йәштәр тауға сығып, күңел асып ҡайта.

Иген тауы

Иген тауы, исеме үк әйтеп тороуынса, иген үҫкәнгә шулай аталған. Халыҡ игенселек менән шөғөлләнә башлағас, был тауҙы һөрөп, иген сәскәндәр. Әле лә унда иген сәселә.

Гөлназ МӨЬМИНШИНА,
БДПУ студенты.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға