RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

28.02.2012 Өс һөйләм менән

Сибайҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле ғалим Ғөбәйҙулла Илешевҡа таҡтаташ асылды. Ул – БДУ-ның Сибай институтына нигеҙ һалыусы фән докторҙарының береһе. Уның тырышлығы менән вуздың бөгөнгө тотоп тороусы кадрҙары туплана, йәштәр диссертациялар яҡлап, үҙҙәрен фәнгә бағышлай.

Баймаҡ районының Темәс ауылы мәктәбендә «ҡурай моңо иленә сәйәхәт» тип аталған театрлаштырылған тамаша үтте. Унда 80-дән ашыу кеше, шул иҫәптән уҡыусылар, «Ғилмияза» фольклор ансамбле артистары ҡатнашты. Тамаша барышында ҡунаҡтар башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәте – йырҙар, бейеүҙәр, уйындар, таҡмаҡ, йомаҡтар менән танышты.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Башҡортостандың Урал аръяғында тормошҡа ашырыласаҡ пилот эко-проектын әҙерләне. Ул республиканың Баймаҡ районында урынлашҡан «Күлйортау» ятҡылығының техноген сәбәптәр арҡаһында бысранған һәм элекке матурлығын юғалтҡан тәбиғи ландшафтын тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Яҡын арала уны «2011 − 2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы»на индереү планлаштырыла.

Башҡортостандан ете йәшлек ҡыҙ «Бала саҡ энергияһы» тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған. Конкурста ҡатнашыусыларға заман энергетикаһы тураһында үҙҙәренең күҙаллауҙарын һүрәт, фоторобот, макет, компьютер графикаһы йәиһә әҙәби-музыкаль әҫәр формаһында күрһәтергә тәҡдим ителә. Саҡмағош районынан ете йәшлек Вилена Вилданова «Минең олатайым – электрик» тигән макетын тәҡдим итә.

Марсель Сәлимов Рәсәй Жур­налистар союзының юғары почет билдәһенә лайыҡ булды. Рәсәй Журналистар союзының Мәскәүҙә үткән Федератив советы ултырышында төрлө конкурста еңеүселәр һәм ветеран журналистар бүләкләнде. Яҡташыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте «Намыҫ. Абруй. Профессионаллек» билдәһе ме­нән баһаланды.

Бөгөн Күгәрсен районында Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы үтә. Быйыл был абруйлы бүләккә билдәле шағирә, Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Таһирова, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр, рәссам-биҙәүселәр Наил Шакиров һәм Анфиса Шакирова лайыҡ булды. 2000 йылда Күгәрсен районы хакимиәте тарафынан булдырылған премия барлығы 29 яҙыусы, шағир, ғалимға, сәнғәт эшмәкәре, мәҙәниәт хеҙмәткәренә, уҡытыусы һәм крайҙы өйрәнеүсегә тапшырылған.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә