RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

17.01.2012 Донъя яңылыҡтары

Мәсет янған

Йәкшәмбелә ҡаҙағстанда парламенттың түбәнге палатаһына һайлау үтте.
Шундай мөһим сәйәси сара ва­ҡытында Астанала ҙур янғын баш­лан­ған. Азия­ла ғына түгел, донъяла киң билдәле «Хәҙрәт Солтан» мәсетенең янып китеүе халыҡ араһында ҙур ығы-зығы тыуҙырған. Әле иман йорто төҙөлөп кенә бөтөп килгән һәм уның нигеҙенә тәүге ташты ил Президенты Нурсолтан Назар­баев үҙе һалған булған.
Үкенескә күрә, янғын ваҡытында бер кеше һәләк булған, дауаханаға эләгеүселәр ҙә бар. «Хәҙрәт Солтан» 2010 йылда төҙөлә башлаған, ул 11 гектар майҙанды биләй, меңләгән кешене һыйҙыра.

Полиция ҡайҙа ҡарай?

Мәскәүҙә 16 ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән маньяк ҡулға алын­ған.
Иң аптыратҡаны − енәйәтсе яңыраҡ ҡына бер ҡатынды көсләгәне өсөн алты йылға төрмәгә ултыртылған булған, әммә полиция уның маньяк икәнлеген асыҡламаған.
32 йәшлек Владимир Миргород ике йыл эсендә 18 − 25 йәшлек 16 ҡатынды көсләгән һәм үлтергән. Ул төрмәлә ултырған әшнәләренә «геройлыҡ»тары тураһында маҡтанып һөйләмәгән булһа, алты йылын тултырып, иреккә сығыр һәм енәйәтсел тормошон дауам итер ине. Хәҙер Владимирға ҡарата ҡайтанан енәйәт эше асылған. Ә илтифатһыҙлыҡ күрһәткән полиция хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге тикшерелә.

Путин ялҡытырға теләмәй

«Бөтә Рәсәй халыҡ фронты»ның штабы Рәсәй Федерацияһы президентына кандидат булып теркәлгән Владимир Путиндың һайлау алды кампанияһын сикләргә ҡарар иткән.
Беренсенән, Путинды халыҡ былай ҙа белә, уның эше, үҙе менән таныштырып тороу артыҡ. Икенсенән, РФ Премьер-министрының киң матбуғат сараларында артыҡ йыш күренеүе халыҡҡа оҡшамаҫ, ялҡытыр, тип хәүефләнәләр.
Владимир Путин үҙе һайлау алды кампанияһын үткәрмәй, әммә уның урынына төбәктәргә билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ебәрелә башлаған. Улар Мәскәүҙән Сахалинға тиклем ике аҙналыҡ турнеға сыға.

Поездар заманлаша

2012 йылда «Рәсәй тимер юлдары» ойошмаһы поездарҙа интернет булдырырға ниәтләй.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, әлегә илебеҙ поездарында мобиль телефондар ҙа яҡшылап тотмай. Шунлыҡтан вагондарҙа кеҫә телефондарының эшмәкәрлеген дә яйға һалырға вәғәҙә итәләр.
Былтыр поездарҙы интернет менән тьәмин итеү өсөн бер нисә участканы тикшереп ҡарағандар. Мәҫәлән, Мәскәү − Адлер маршрутында интернет тулыһынса булдырылған. Оҙаҡламай интернет Ер шарының бөтә мөйөштәренә лә барып етер, моғайын.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Уйым-йырым - Башҡортостан!

Нәшриәттең 100 йыллығын ҡаршылап...

Бөгөн – Халыҡ-ара урман көнө

Кеше эше менән матур

17.03.2019 - Йәмғиәт Кеше эше менән матур


Асылыбыҙ – тыуған ерҙә, туған телдә

Рәсүл Сәғитовты юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Подъездар ремонтына бәйле 17 һорауға яуап

В Башкирии возбуждено еще одно уголовное дело по факту незаконной добычи камня-плитняка

Йәшел ҡалҡанды һаҡлайыҡ!

12.03.2019 - Йәмғиәт Йәшел ҡалҡанды һаҡлайыҡ!


Телевидение: кадр артында ниҙәр бар?

Башҡорт ҡыҙы Шанхайҙа

09.03.2019 - Йәмғиәт Башҡорт ҡыҙы Шанхайҙа


Радий Хабиров поздравил женщин с Международным женским днем