RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: «Беҙҙең республикала аҡыллы, тыныс кешеләр йәшәй»

18.09.2010 Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: «Беҙҙең республикала аҡыллы, тыныс кешеләр йәшәй»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: «Беҙҙең республикала аҡыллы, тыныс кешеләр йәшәй»Рөстәм Хәмитовтың республика етәксеһе булып тәғәйенләнеүенә ике ай ваҡыт үтеп тә киткән. Аҙмылыр был, күпмелер, әммә бәғзеләр Башҡортостанда һаман ҙур үҙгәрештәр көтә. «Коммерсант» гәзите журналисы Президентҡа төрлө өлкәгә ҡағылышлы һорау бирергә тырышҡан. Яуаптар ҙа ихлас күренә. Уларҙың бер нисәһен гәзит уҡыусыларға еткермәксебеҙ.

Республика – бөгөн

– Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы үҫешкән ун төбәге исемлегенә инә. Рәсәй Президенты менән осрашҡанда республикалағы хәл-торошҡа баһа бирҙек. «Алғы йөҙө»нән тыш ҡарағанда, проблемалары ла күренә. Был тәү сиратта иҡтисад мәсьәләләренә, Башҡортостанда заманса етештереүсәнлек үҫешенә ҡағыла. Әһәмиәтле инвесторҙар ҙа, эре проекттар ҙа күренмәй. Дөйөм алғанда, хәлдәрҙең «аҡһай» барыуы тойола.
Мин республиканы яҡшы беләм. Бында нимә булыуы миңә сер түгел. Хөкүмәттә оҙаҡ эшләнем, элемтә бер ваҡытта ла өҙөлмәне. Шуға ла минең өсөн әллә ни ҙур асыштар ҙа булманы. Бер нисәүһен иҫәпкә алмағанда. Шулай ҙа күрһәткестәр менән манипуляция улай уҡтыр тип уйламағайным.
Республикала аҡыллы, тыныс кешеләр йәшәй. Тик милләтселек, дини-ислам радикализмы, бизнес-конфликт­тар барлыҡҡа килеүе аптырата.
Эшләргә ҡамасауламаһалар, миңә тиклем булған конфликт-процестарға ҡыҫылырға теләмәйем. Әгәр кемдеңдер закон менән проблемаһы бар икән, үҙенә үпкәләһен. Республика яҡшы үҫеште, бында коррупция юҡ, тигән фекер йөрөнө-йөрөүен, тик ғәмәлдә улай түгел шул – бюджетҡа ҡул һуҙыусылар күп. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ошоноң менән шөғөлләнә лә инде. Эре етәкселәрҙең ҡайһы берҙәренең вазифаһынан китеүе лә бар.

Демократия һәм команда тураһында

– Минең килеүем кешелә ниндәйҙер өмөт, көтөүҙәр барлыҡҡа килтерҙе. Улар мөмкинлектәремдән күпкә артып китә. Шулай ҙа халыҡтың миңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәтен тоям. Үҙем асыҡ, ғәҙел, интригаһыҙ сәйәсәт алып барырға тырышам. Артабан да үҙемде шулай тотасаҡмын. Демократия көсһөҙлөк тигәнде аңлатмай. Минең менән эшлекле процестарҙа аралашыусылар артыҡ демократиклыҡты раҫлай алмай.
Командала иң төп фактор – профессионаллек, эшләй белеү. Власта һәр этностың да вәкиле булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта беҙ Башҡортостандың «башҡорт ере» тигән төшөнсәне аңлатыуын да оноторға тейеш түгелбеҙ. Халҡыбыҙ тарихына һәм уның традицияларына хөрмәт менән ҡарарға тейешбеҙ.

Милләт һәм тел

– Мин – башҡорт. Элек үк, «Хәмитов – Башҡортостанда» төшөнсәһе булырҙан күпкә әүәл, атайым башҡорт, әсәйем мишәр һәм мин үҙемде башҡорт тип иҫәпләйем, тип яҙа, һөйләй торғайным. Һуңғы ваҡытта шәжәрә менән ҡыҙыҡһына башланылар. Беҙ атайым менән 80-се йылдарҙа уҡ шәжәрәбеҙҙе асыҡлап, һигеҙенсе быуын ҡартатайға тиклем барып еттек. Башҡа ата-бабаларым кеүек үк, ул да башҡорт булған – ХVII быуат башында Муллахәмит ҡариҙел районының башҡорт ауылында йәшәгән.
Башҡорттар – тиҙ ышаныусан, ҡунаҡсыл халыҡ. Әле ХVII – ХVIII быуат сәйәхәтселәренең Башҡортостан тураһындағы көндәлектәрен уҡыйым. Барыһы ла халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыл һәм дуҫтарса мөнәсәбәтен айырып билдәләй. Шул уҡ ваҡытта тиҙ ҡыҙып китеүсәнлек тә хас икәнен яҙғандар. Шундай кешеләр инде беҙ.
Башҡорттоң ике теллелек темаһы ла бар. Бер өлөш көньяҡҡа хас телдә һөйләшә, икенсеһе – көнбайыш һәм төньяҡ райондарҙа йәшәүселәр – татарсаға яҡын диа­лектта. Ошо буталыш тыуҙыра. Хәҙер беҙ фәнни нигеҙҙә шуны билдәләй алабыҙ: татар теленә яҡын һөйләш – башҡорт теленең бер диалекты. Ә былай ике халыҡ бер ниндәй тәржемәсеһеҙ аңлаша ала.

Мәскәү «клан»дары һәм Башҡортостандың яңы Премьер-министры хаҡында

– Тәғәйенләнгән сағымда, ай-ай ярымдан Премьер-министрҙы билдәләрмен, тигәйнем, әммә тағы ла ошо сама ваҡытҡа «һуҙырға» тура килә. Әлеге эш күләмен бер кеше – Президент та «йөкмәй» ала тип уйлайым. Икенсе яҡтан, сәйәси мәсьәләләр арттараҡ ҡала. Ысынбарлыҡ күрһәтеүенсә, Премьер кәрәк. Кандидатуралар ҡарала.
Мәскәүҙәргә килгәндә, хәрәкәт тоям. Мине өйрәнәләр, сигналдар ҙа бар. Миңә барыһы ла тигеҙ, килегеҙ, эшләгеҙ, тием, әммә сәйәсәт, тотороҡһоҙландырыу менән шөғөлләнергә булһағыҙ, һеҙҙе индермәйәсәкбеҙ.

Президенттың уңышы нимәлә буласаҡ?

– Хәл итәһе бурыстар һәр саҡ күп буласаҡ. Әгәр ҙә кешенең килемен, хеҙмәт хаҡын күтәрә алһаҡ, йәшәү кимәлен яҡшыртһаҡ, торлаҡ мәсьәләһенең бер өлөшөн хәл итә алһаҡ, дөрөҫ юлдан барабыҙ, тип иҫәпләр инек. Минең эшем ябай кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелә. Үҙемде шундай халәттә генә күрәм.

А. ЗИННУРОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?

Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!