RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәсми хроника

11.09.2010 Рәсми хроника

Учалы районында – яңы хакимиәт башлығы
Рәсми хроника
8 сентябрҙә Учалы районы муниципаль район советының ултырышы үтте, унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Учалы районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Иҙрисов Азамат Риза улы тәғәйенләнде.
* * *
Азамат Иҙрисов 1970 йылда Учалы районының Өргөн ауылында тыуған. Өфөләге ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Учалы районының “Баш-Урал” ауыл хужалығы производство кооперативы фермаһында зоотехник булып башлай, артабан ферма мөдире була. 1998 – 2001 йылдарҙа «Баш-урал» ауыл хужалығы производство кооперативы, «Совет» ауыл хужалығы производство кооперативы рәйесе булып эшләй. 2001 – 2003 йылдарҙа – Ауыл хужалығы идаралығында баш белгес, ауыл хужалығы продукцияһы һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттар сифаты буйынса баш дәүләт инспекторы. 2003 – 2004 йылдарҙа – «Башкомбикорм» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының «Учалы» дәүләт унитар бүлендек предприятиеһы директоры, 2004 – 2005 йылдарҙа ҡатнаш аҙыҡтарҙы һатыу буйынса менеджер булып эшләй. 2005 йылдан әлегә тиклем Учалы районының «Байрамғол агрофирмаһы» директоры вазифаһын башҡара.

Күмертауҙа – яңы башлыҡ
Рәсми хроника
8 сентябрҙә Күмертау ҡалаһы ҡала округы советының ултырышы үтте, унда ҡала округы хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Беляев Борис Владимирович тәғәйенләнде.
* * *
Борис Беляев 1976 йылда Күмертау ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. 1999 – 2004 йылдарҙа юрист, артабан юридик бүлек начальнигы, «Көйөргәҙе» Ермолаев спирт-араҡы комбинаты директорының иҡтисади хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2004 – 2009 йылдарҙа «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы — Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының Күмертау почтамты почта элемтәһе бүлексәһе начальнигы. 2009 йылдан әлеге көнгә тиклем Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы булып эшләгән.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға