RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

11.09.2010 Өс һөйләм менән

30 сентябрҙә Өфөнөң Нефт­селәр мәҙәниәт һарайында муниципаль берәмектәрҙең өсөнсө сьезы үтәсәк. Форумда урындағы үҙидара органдарының артабанғы үҫеше мәсьәләләре ҡараласаҡ. Сарала «Башҡортостан Республи­каһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ла ойошторолосаҡ.

Өфөлә әсәйҙәр араһында матурлыҡ конкурсы иғлан ителде. Унда балалары булған, Mnogomamok.ru сайтында теркәлгән 18 – 50 йәштәрҙәге гүзәл зат ҡатнаша ала. Иң матур әсәйҙәр 7 сентябрҙән 7 октябргә тиклем виртуаль этапты үтә, еңеүселәр 11 октябрҙә финалда ҡатнашасаҡ.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәренең генераль директоры Елена Андреева иҫәпләүенсә, аҙ ҡатлы төҙөлөш торлаҡ баҙарына йоғонто яһарға һәләтле түгел. Уның фекеренсә, аҙ ҡатлы йорттар бында, башлыса, йылға аръяғында төҙөлә, шуға күрә был фатир­ҙар халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланмай. Баҡтиһәң, кешеләрҙең күпселеге иһә бөгөн йәшәү өсөн әҙер йорттарға һәм фатирҙарға мохтаж һәм шуларға өҫтөнлөк бирә икән.

Баш­ҡортостандың балалар һәм үҫмерҙәрҙе һауыҡтырыу һәм уларҙың ялын ойоштороу өлкәһендәге тәжрибәһе Анапала асылған «Беҙ – сәләмәт тормош яҡлы!» Бөтә Рәсәй форумында күрһәтеләсәк. Кәңәш­мәлә илдең 33 субъектынан 200 самаһы белгес ҡатнаша. Программа буйынса пленар ултырыш, делегацияларҙың мастер-кластарын, автор майҙансыҡтарын, «Балалар ялы өлкәһен норматив-хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеү» темаһына «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәреү ҡаралған.

Өфөнөң Ҡулса урамындағы торлаҡ йорттоң подъезында атай кеше туҡмалған йәш ярымлыҡ улының мәйетен тапҡан. Унан алдағы көндә ул хәләл ефете һәм ҡунаҡ ҡатын менән табын ойошторған була. Тәфтишселәр әле бер нисә версияны тикшерә, шул иҫәптән ҡунаҡҡа – кеше сәләмәтлегенә ҡул һуҙғаны өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 44 йәшлек ҡатынға ҡарата ла шик бар.

Өфөлә юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында асфальт япмаһының яңы технологияһын ҡулланмаҡсылар. Заманса юл япмаһын «Дәүләт циркы» менән «Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһы» туҡталыштары араһында, шулай уҡ Дуҫлыҡ монументы янында һынап ҡараясаҡтар. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был технология Европаның иң ҙур ҡалаларында, атап әйткәндә, Лондон һәм Парижда файҙаланыла икән, ә бындай юлдарҙы төҙөү өсөн ҡулайлама баш ҡалала былтыр һатып алынған.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға