RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өфөлә йәрминкәләр башлана

11.09.2010 Өфөлә йәрминкәләр башлана

Өфөлә  йәрминкәләр башланаБаҡсаларҙа уңыш йыйып алынып бөтөп бара тиерлек. Быйылғы йәй баҡсасылар өсөн ҡыуанырлыҡ булмаһа ла, кемдәрҙер ғаиләһенә етерлек тә, баҙар­ға алып сығырлыҡ та емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп ала алды. Ҡала халҡы ауыл хеҙмәтсәндәренең итенә, һөтөнә, май-ҡаймағына, картуф-һуғанына ҡытлыҡ кисермәне тиерлек. Ә көҙ етеү менән ҡалаларҙа ҙур йәрминкәләр ҙә башланасаҡ.
Баш ҡалабыҙҙа 25 сентябрҙән 31 октябргә тиклем ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Улар, ғәҙәттәгесә, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә ҡаланың Спорт һарайы, Йәштәр һарайы, Серго Орджоникидзе майҙандарында, элекке «Аврора» кинотеатры һәм Профсоюздар йорто алдында, «Зинино», «Ауыл хужалығы йәрминкәһе», «Шаҡша», «Тополя», «Менделеев», «Йүрүҙән» сауҙа комплекстарында үтәсәк. Шулай уҡ 2 октябрҙә Йәштәр һарайы ҡаршыһында профессиональ училище һәм лицей уҡыусылары эшләгән тауарҙар һәм ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһе ойоштороласаҡ. 4 – 26 декабрҙә өфөләрҙе ҡышҡы Яңы йыл алды йәрминкәләре көтә.
Бындай йәрминкәләр уҙғарыу ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн дә, ҡалала йәшәүселәр өсөн дә берҙәй файҙалы. Иң мөһиме, ышаныслы ла. Сөнки йәрминкәләрҙә тик сифаты тураһында документтары булған тауарҙарҙы ғына һатырға мөмкин. Был талаптарҙы үтәүҙе контролдә тотоу бурысы Өфө ҡала ветеринар станцияһы инспектор­ҙарына йөкмәтелгән.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники