RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йөрәгегеҙҙә ижад осҡоно һүнмәһен!

28.06.2011 Йөрәгегеҙҙә ижад осҡоно һүнмәһен!

Йөрәгегеҙҙә ижад осҡоно һүнмәһен!Йөрәгендә илһамлы ҡомар йөрөткән, дәртләнеп әүҙем ижад иткән кеше өсөн үҙенең талантының дәүләт кимәлендә баһаланыуынан да олораҡ бүләк юҡтыр. Республика йортонда 2011 йылдың Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһында мәртәбәле премияның лауреаттары өсөн дә был көн тормоштарындағы иң иҫтәлекле көн булып һаҡланыр, моғайын. Быйыл ул Йәштәр көнөндә конкурсҡа тәҡдим ителгән ете кеше араһынан һайлап алынып, башҡорт композиторҙарының ижадын сит илдәрҙә пропагандалағаны һәм фортепиано өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Искәндәр Ғафаровҡа, «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектаклендә халҡыбыҙҙың билдәле улы, ғалим һәм сәйәсмән Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың образын тыуҙырған өсөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур ҡунаҡ­баевҡа, «Тәмле Яңы йыл» тип аталған балалар өсөн әкиәт һәм хикәйәләр йыйынтығы өсөн БР Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре Зөлфиә Күскилди­наға тапшырылды.
Азамат Илембәтов, Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, комиссия ағзалары, туғандары, коллегалары килгәйне.
Сараны асып, Азамат Илем­бәтов: «Башҡортостан үҙенең та­лантлы йәштәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Дәғүә­селәр араһынан да эшһөйәрлегегеҙ, тырыш булыуығыҙ өсөн дә һеҙҙе һайлап алдыҡ. Артабанғы ижадығыҙҙа ла уңыштар юлдаш булһын», − тине һәм премияның дипломдарын еңеүселәргә тапшырҙы. Үҙ сиратында лауреаттар ҙа республика етәкселегенә, уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Искәндәр Ғафаров: «Уңыштарым артында уҡытҡан уҡытыусыларымдың да ҙур хеҙмәте ята. Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһын алыу − минең өсөн ҙур бер стимул ул», − тине һәм фортепианола уйнап та ишеттер­ҙе.
Талант үҙ ваҡытында баһаланырға тейеш. Үҙ эшеңдең ниндәйҙер һөҙөмтәһен күреү күңелеңде лә үҫтереп ебәрә, яуаплылыҡ та йөкмәтә. Лауреаттарҙы тәбрикләп, БР Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ла: «Һеҙҙең тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә был тантана һөйөнөслө мәл генә. Һеҙгә, маҡсаттарына ынтылған, хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйған йәштәргә, ҡарап һоҡланабыҙ. Мәртәбәле премия алыуығыҙ тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә этәргес бирһен», − тип, йәштәргә яңы ижади үрҙәр, уңыштар теләне.
Әҙәбиәттә, сәнғәттә үҙ юлын табып, сәмләнеп ижад иткән Зөлфиә, Артур, Искәндәр яулағандарында ғына туҡталып ҡалмаҫ, үҙҙәренең исемдәрен тағы ла юғарыраҡ бейеклектәрҙә танытыр әле. Сөнки бының өсөн уларҙа сәм дә, ғәм дә, тырышлыҡ та етерлек.


З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.

Зөлфиә КҮСКИЛДИНА, балалар яҙыусыһы:
– Бала саҡтан яҙышам. Әҫәрҙәремә тәүге баһа биреүсем – әсәйем. Ул ижади тормошомда юл башлаусы булды. «Аҡбуҙат» журналында балалар өсөн эшләгәндә емешле генә ижад итергә яҙҙы. Премияға тәҡдим ителгән китабым – балалар өсөн икенсе китабым.
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын алыу – минең өсөн оло мәртәбә. Был исемде тулҡынланып, ҡыуанып, ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул итәм.

Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ һәм БР-ҙың мәғариф отличнигы:
– Ейәнем Искәндәр Ғафаров өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Уны дүрт йәштән музыка мәктәбенә йөрөттөләр. Баланың сәнғәт күгендә үҙен күрһәтере билдәле ине инде. Сөнки бәләкәй­ҙән бик тырыш булды, һәр эшен еренә еткереп, яуаплылыҡ тойғоһо менән башҡара ине.
Дәүләт тарафынан һәләтле йәштәрҙең ҡаҙаныштарының ваҡытында лайыҡлы баһаланыуы – оло мәртәбә ул.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Сафланырмы һауаң,  Сибай?

15.02.2019 - Йәмғиәт Сафланырмы һауаң, Сибай?


Ил тарихы Һеҙҙе күптән яҙҙы Хәтеренә беҙҙең быуаттың...

Яҡты ҡала – Лангепас

07.02.2019 - Йәмғиәт Яҡты ҡала – Лангепас


Ашығамын

07.02.2019 - Йәмғиәт Ашығамын


Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!

05.02.2019 - Йәмғиәт Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!


Ижади эштәрегеҙҙе  көтөп ҡалабыҙ!

В Башкирии массово эвакуируют школы и больницы. Что происходит?

Мортаза Рәхимовҡа "Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы" исеме бирелде

Сибайҙа һауала зарарлы матдәләр дәүмәле кәмене

Общественники анализируют экологическую обстановку в Сибае

Каринэ Хәбирова «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында булды

Сибайҙың һауаһында нимә бар?