RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сүбәк сәйнәйбеҙ. Майы ҡайҙа?

14.09.2010 Сүбәк сәйнәйбеҙ. Майы ҡайҙа?

Ҙур республиканың пайтәхете булғас, Башҡортостан халҡының сиреге ошонда йәшәүсе һәм, ғөмүмән, баш ҡалабыҙға көн дә меңәрләгән ҡунаҡ килеп торғас, Өфөнөң йөҙө, уның мәҙәни булмышы тураһында хәстәрләмәй һис мөмкин түгел. Хатта айырым кеше лә таушалған-бысранған өҫ-баш, таралмаған сәс, ҡырылмаған һаҡал-мыйыҡ менән халыҡҡа күренергә тартыныр. Төҫ-баш әрпешлеге, тел әрһеҙлеге кеүек үк, үҙеңдең тирәләгеләрҙе кәмһетә, дөйөм кәйефкә йоғонто яһай. Әҙәм балаһының мәҙәнилеге төрлө факторҙарҙан хасил булған кеүек, ҡаланың мәҙәни йөҙө лә, уның эске тормошо, халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлылығынан тыш, урам-майҙандарҙы, йорт-ихаталарҙы ни рәүешле тота алыуы менән дә баһалана.
Сүбәк сәйнәйбеҙ. Майы ҡайҙа?«Йәшлек»тең 4 сентябрҙәге һанында «Үәт, әй!» рубрикаһы менән тел мәҙәниәтенә ҡағылышлы йәнә ике хәбәр баҫылып сыҡты. «Йәнә» тиеүемдең мәғәнәһе шунда, Өфөләге алтаҡта­ларҙың, һәр төрлө бүтән яҙыуҙарҙың башҡорт телендәге дөрөҫ яҙылышы мәсьәләһе тиҫтәләрсә йылдан килә. Әммә элегерәк, баш ҡала урамдары тотош реклама, иғландар, алтаҡталар галереяһына әйләнмәгән һәм «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Закон булмаған саҡта, күргәҙмә мөхиттә башҡорт теленә иғтибарһыҙлығыбыҙ күҙгә ташланып бармағандыр. Шуны ла танымай ярамай: ғәм алдына ҡуйылған һәр яҙыуҙың башҡорт теле орфографияһына, стилистикаһына яуап биреүенә талап ул саҡта ифрат ҡәтғи ине. Хатта республиканың бик оло етәкселәре лә, әгәр теге йәки был осраҡта башҡорт теле ҡанундарының дөрөҫлөгө тураһында шик тыуа ҡалһа, кәңәшләшеүҙе түбәнселеккә һанамай торғайны. «Совет Башҡортостаны» гәзите мөхәррире урынбаҫары булып эшләгән йылдарҙа БАССР Юғары Советы президиумы рәйесе Фәйзулла ағай Солтанов менән әлеге мәсьәләләр буйынса йыш ҡына аралашыуым хәтерҙә.
Әммә һөйләшеү юҫығынан бер аҙ ситләштем, ахыры. Үрҙә телгә алынған Закон, аңлашылыуынса, бер башҡорт телен генә хәстәрләмәй, ул Башҡортостанда йәшәүсе бүтән ҡәүемдәрҙең телдәрен дә үҙ ҡанаты аҫтына ала. Әммә Өфөлә, республиканың башҡа ҡалалары һәм райондарында башҡорт телен күҙ алдында нисек «ҡәҙерләүҙәрен» күрәһең дә, Закондың чиновниктар иңенә күтәрә алмаҫлыҡ йөк булып ятыуына ышанаһың.
Ниндәйҙер осорҙарҙа Өфөлә күҙ алдындағы яҙыуҙарҙың башҡорт телендәгеһе ни хәлдә булғандыр, уны ҡәтғи рәүештә раҫлау әхлаҡи яуаплылыҡ талап итә. Иллә яҙмышым баш ҡала менән ярты быуат бәйле һәм унда төпләнеп утыҙ өс йыл йәшәйем. Шуға күрә сағыштырыуҙарға, баһалауға гражданлыҡ хоҡуғым барҙыр, тием. Һәр хәлдә, төрлө ойошмаларҙың алтаҡталарында, рекламала, иғландарҙа, урам аша эленгән транспарант-растяжкаларҙа башҡорт те­лендәге яҙыуҙарҙың стилистик йә орфографик йәһәттән хатаһыҙын ғына табыу – үҙе бер уңыш. Транспорт маршруттарын күрһәтеүсе тел, ребус йә чайнвордтан үтеп, мажараға әүерелде. Өфө урамдарында башҡорт теленең сафлығын блокнот йә видеокамера тотоп эҙләйһе түгел, хаталар, мәғәнәһеҙлек – һәр урында, аҙым һайын һәм ул эпидемия төҫөн алды. Ә Өфө ҡалаһы округы хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәре Ришат Сабитов ҡусты, ғәжәпләнерлек һалҡын ҡанлылыҡ менән: «Ҡала һәм район комиссиялары, терминологик төркөм көндәлек эш алып барыуға ҡарамаҫтан, алтаҡталарҙа, реклама күрһәткестәрендә һәм башҡа визуаль мәғлүмәттә (был һүҙбәйләнеш нимәне аңлата икән) орфографик, грамматик һәм стилистик хаталар осрап тора. Тәржемә буйынса бигерәк тә Башҡорт лингвистика үҙәге йыш хаталар ебәрә», – тип яҙа.
Чиновниктың башҡорт теле стилистикаһы менән ни дәрәжәлә яҡын булыуы тураһында һүҙ ҡуйыртмайыҡ. Ни тиһәң дә, ул терминологик төркөм етәксеһе бит әле. Мәсьәлә Сабитовта ғына тормай, тип раҫларға ла мөмкин булыр ине, әммә һәр эш өсөн яуаплы кешеләр бар. Әгәр ҡала округы йә райондар башында башҡорт телен белмәгән, йә уға битараф ҡарашлы етәкселәр эшләй икән, уларҙың ярҙамсылары ла шул юлға төшөргә тейеш түгелдер бит?! Тел нормаларына төкөрөп ҡарау системалы ауырыу төҫөн алды һәм ул сирҙе теге йәки был ойошмаларҙағы айырым хаталарҙы төҙәттереп кенә дауалап булмай. Тәрәнгә киткән сир уйланылған, ныҡышмалы, эҙмә-эҙлекле дауалауҙы талап итә. Беҙҙә иһә ошо юл инҡар ителә.
Өфөлә һәр нәмә оҙаҡҡа иҫәпләнеп эшләнә. «Байрам менән!» йәки «Рәсәй менән 450 йыл» кеүегерәк ҡотлау-тәҡрарлауҙар иҫкермәй бит, башҡорт теле лә Өфөлә, көйҙөрөп тә, көлдөрөп тә, шул хәлендә ҡалыр әле. Был бер кемде лә, ысындан да, көйөндөрмәй ҙә баһа. Минең тыуған яғымда «Яҡты күл» исемле ғәййәр шифахана бар. Уға илтеүсе оло юл ситендәге таҡтаның бер яғына – «Яҡтыкүл» шифаханаһы», икенсе яғына «Яҡтыкүл ял йорто» тип яҙыу шифаханалағы хәстәрлек сифатына йоғонто яһамай. Әбйәлилдәге яуаплы эшмәкәрҙәр, һәр хәлдә, шундай фекерҙәлер. Беҙ әле Өфө тураһында ғына һүҙ алып барабыҙ, ә Башҡортостандың бүтән ҡалаларында һәм райондарында чиновниктар башҡорт әҙәби теленә ҡарата ихлас һөйөү менән йәшәй, тип раҫлау бер ҡатлылыҡ булыр ине.
Инсафлының теле саф, тигән әйтем ҡалған. Баш ҡалабыҙ тел йәһәтенән инсафлылыҡтан мәхрүм. Өфө, үҙенең боронғо гүзәл йорттары, бал еҫен аңҡытҡан йүкәләре, ирәйеп китеп ял итер баҡсалары менән бергә, электән килгән зыялылығын, Мәжит Ғафуриҙар, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтар, Жәлил Кейекбаевтар исеме менән нурланған мәҙәнилеген юғалтты. «Нью-йорк стейк хаус»тар», «Бротекс» һәм «Иль Дэ Боте»лар, бәлки, бер саҡ онотолор, ә «өф» итеп кенә ҡәҙерләп йөрөтөр Өфөбөҙ килгән, күргән, шунда йәшәгән һәр кемде рухландырып та, күтәреп тә, ҡыуандырып та торған пайтәхет булып ҡалһын ине.
Мәҙәниәтле булып йәшәү өсөн мөлкәт тә, хакимлыҡ та кәрәкмәй.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға