RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кисектереүҙәр биреләсәк

18.06.2011 Кисектереүҙәр биреләсәк

РФ Дәүләт Ду­ма­һы депутаттары 18 йәше тулған мәктәп уҡыусыларына, ур­та профессиональ уҡыу йорттары студенттарына һәм аспиранттарға бәйле кисектереүҙәрҙе билдәләгән закон проекттарын ҡайтанан ҡарар­ға уйлай.
РФ мәғариф министры Андрей Фурсенко, рәсми рәүештә уҡыу­ҙарҙың 31 августа тамамланыуын законлы рәүештә нығытырға вәғәҙә бирә. Был, үҙ сиратында, мәктәпте тамамлаусыларға тыныс кү­ңел менән вузға уҡырға инеү мөмкинлеге бирәсәк.
Практика күрһәтеүенсә, Башҡортостанда хәрби комиссариаттар һәр хәрби хеҙмәткә са­ҡырылышта, башлыса, вуз тамамлаусыларҙы, йәше хәрби хеҙмәт йәшенән үтеп барған егеттәрҙе әрмегә саҡыра ине. Сөнки призыв ресурсын мәктәпте яңы тамамлаусылар менән генә түгел, башҡалар менән иркен тулыландырырға була. БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, кисектереүҙәргә үҙгәрештәр индереү тәҡдимен БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары күптән күтәреп сыҡҡан. Әммә ул РФ Дәүләт Думаһында яҡлау тапмаған. РФ Президенты Дмитрий Медведевтың Оборона министрлығынан кисектереүҙәр исемлеген ҡайтанан ҡарауҙы һорауы мәсьәләне хәл итер, моғайын.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты, яҙыусы Рауил Бикбаев та: «Ғәмәлдә булған федераль законға ярашлы, башланғыс һәм урта профессиональ уҡыу йорттары студенттары, уҡырға ингәнсе мәктәпте тамамлаған булһа, әрмегә алына. Хәрби бурыстарын үтәү уларҙың уҡыуын өҙә, күптәр әрменән һуң кире уҡырға килмәй. ҡайтҡан хәлдә лә, өлгәш буйынса проблемалары тыуа. Өҙлөкһөҙ уҡыу­ҙы тәьмин итеү – актуаль мәсьәлә», – ти.
Закон проекттарына үҙгәрештәр индереү сентябрҙә ҡараласаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә