RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Улар – ауылдың киләсәге

03.08.2010 Улар – ауылдың киләсәге

Улар –  ауылдың киләсәгеБашҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡай­тыусы йәш белгестәргә район хакимиәтендә тантаналы рәүештә диплом тапшырыу Илеш районында күркәм бер традицияға әйләнде.
Күптән түгел әлеге уҡыу йортон тамамлаған 26 егет һәм ҡыҙға муниципаль район хакимиәте башлығы И. Мостафин дипломдар тапшырҙы. Илдар Иршат улы, тантананы асып, йәштәргә һайлаған юлдарында уңыштар теләне, район агросәнәғәт тармағының иҡтисади-финанс торошо менән таныштырҙы. Йәш белгестәрҙең һәр береһенең ауыл хужалығы өсөн кәрәкле кадр булыуын билдәләне. Иң тәүҙә документты ҡыҙыл дипломға эйә булыусы Ынйы Шәрәфғәлиева алды.
Тантанала йәш белгестәрҙең ата-әсәләре, хужалыҡ етәкселәре лә ҡатнашты. Хужалыҡ етәкселәре исеменән «Урал» йәмғиәте директоры Роберт Ибраһимов, ата-әсәләр исеменән Ринат Миңлеғәлиев һәм Рәғиб Миңлеғәлиев сығыш яһап, йәштәрҙе оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы. Ришат Шәңгәрәев, Гөлназ Гәрәева, Айһылыу Сабирова йәш белгестәр исеменән үҙҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда эштең ауырлығына, хеҙмәт хаҡының түбән булыуына һылтанып, йәштәр ауыл хужалығында эшләргә бик атлығып бармай. Шуға күрә лә хөкүмәт йәш белгестәрҙе ярҙамынан ташламай. Мәҫәлән, уларҙы ауыл хужалығына йәлеп итеү маҡсатында ҡабул ителгән «Республика агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы саралары тураһында» Указға ярашлы, тыуған төйәгенә ҡайтып эшләргә теләгән йәш белгестәргә ай һайын дүрт-ете мең һум күләмендә аҡса түләү ҡаралған. Был аҡса, белгестең хеҙмәт хаҡына ҡушып, өс йыл дауамында түләнә. Шулай уҡ ауыл хужалығын үҫтереү буйынса төрлө программалар уңышлы эшләп килә. Ауылда төпләнгән йәш ғаиләләргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә лә ҙур ярҙам күрһәтелә. Ҡыҫҡаһы, йәш кадрҙар әҙерләү, уларҙы эш урындары менән тәьмин итеү район хакимиәтенең даими иғтибарында тотола. Дипломдарҙы тантаналы рәүештә тапшырғандан һуң, йәш белгестәрҙе райондың ауыл хужалығы предприятиеларына һәм ойошмаларына эшкә урынлаштырыу буйынса район хакимиәте ҡарамағындағы комиссия эшләй. Уның составына хакимиәт башлығы, уның урынбаҫарҙары, идара начальниктары, бүлек мөдирҙәре, ауыл хужалығы белгестәре инә. Комиссияның төп маҡсаты – бөтә йәш белгестәрҙе лә, уларҙың теләктәрен, мәнфәғәттәрен иҫкә алып, эшкә урынлаштырыу. Хужалыҡ етәкселәренән һәр йәш белгескә остаз беркетелә. Комиссия ултырышында район хакимиәте башлығы И. Мостафин һәр белгес менән әңгәмәләшә. Уларға ауыл хужалығы тармағында эш урындары тәҡдим ителеп, хеҙмәт шарттары аңлатыла.
Быйыл районға Башҡорт дәүләт аграр университетын – 26, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын 15 егет һәм ҡыҙ тамамлап ҡайтты. Сер түгел, ауыл хужалығы тармағында үҙ һөнәрен ихлас яратҡан кешеләр генә эшләй ала. Уңыштар һеҙгә, оло тормош юлына аяҡ баҫыусы йәш белгестәр!


Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники