RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

04.09.2010 Был аҙнала беҙҙе...

...һоҡландырҙы
Был аҙнала беҙҙе...Мишкә районының Бай­тур ауылында 57 йәшлек ҡатын янғындан күршеләренең малайын ҡотҡара. Йорт тәҙрәләренән төтөн күтәрелеүен күргән ҡатын, күп уйлап тормай, йорттоң эсенә ынтыла. Унда дүрт йәшлек малайҙы табып ала. Баланың иҫән-һау икәнен күргәс, тиҙерәк урамға алып сыға. Шул ваҡытта башҡа ауылдаштары янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Улар утҡа таралырға юл ҡуймай. Үкенескә күрә, малайҙың әсәһен ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.

... иҫкә төшөрҙө
3 сентябрҙә Бесландағы теракт ҡорбандары иҫтәлегенә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында «Аҡ таҫманы таҡ» тигән акция үтте. Уны «Дорожное радио» менән берлектә Башҡортостан йәштәренең демократик союзы ойошторҙо. Акцияның маҡсаты – Бесланда һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу. Иҫләүегеҙсә, 2004 йылдың 1 сентябрендә террорсылар мәктәпте баҫып алғайны. Өс көн буйы енәйәтселәр уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡы­тыусыларҙы сығармай тотто. Фажиғәлә 300 кеше, шул иҫәптән 186 бала һәләк булды.

... уйландырҙы
Пермь ҡалаһында «Аҡһаҡ ат» төнгө клубындағы янғын өсөн яуаплылыҡтан ҡасыусы Константин Мрыхинды Испанияла ҡулға алғандар. Europa Press матбуғаты хәбәр итеүенсә, Испанияның милли полицияһы агенттары ҡасҡынды Барселона янында тотҡан. Белеүегеҙсә, 2009 йылдың 5 декабрендә булған фажиғәлә 156 йәш кешенең ғүмере өҙөлгәйне.
Константин Мрыхин төнгө клубтың коммерция директоры була. Тәүҙә ул фажиғәнең шаһиты булараҡ күрһәтелә. Әммә енәйәти тикшереүҙәр барышында уны шаһиттан ғәйепләнеүсегә күсерәләр һәм айырым эш асалар.

... хәүефләндерҙе
Башҡортостанда профессиональ уҡыу йортон тамамлаусыларҙың 6 проценттан ашыуы эшкә урынлаша алмаған. «Былтыр профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлаусы 46 мең йәш белгестең 70 проценты эшкә урынлаштырылһа, 13 проценты артабан уҡыуын дауам итте. Ҡайһы бер райондарҙа һөнәрселек училищеларын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе ауыр хәл ителә. Башҡорт дәүләт аграр университетын һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамлаусылар араһында ла шундай уҡ тенденция күҙәтелә», – тине БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш

Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!