RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Нисек ял итәбеҙ?

05.04.2011 Нисек ял итәбеҙ?

Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, байрам көндәре менән бәйле, Башҡортостанда 30 апрель, 1, 2 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1 май – Хеҙмәт һәм Яҙ байрамы һәм 9 май – Еңеү Көнө – байрам көндәре булып тора.
2011 йылда байрам иҫәпләнгән 1 май көнө аҙналағы ял көнө – йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тура килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, ял көнө йәкшәмбе 1 майҙан дүшәмбе 2 майға күсерелә.
Йома көндәрендә – 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш сәғәттәре ҡыҫҡартылмай.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 30 апрель, 1, 2 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора.
РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статья­һы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көндәре – 1 һәм 9 май отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!

Олатайым әйткәнен үтәрбеҙ!

Бәхетлемен һиндә,  Башҡортостан!

Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек!

Яҡташтар тип йән атыусы изге йән

Яҙғы ташҡын - 2019: һыу 85 меңдән ашыу кешегә зыян килтереүе ихтимал

Башҡортостанда «Сүп-сар реформаһы»: контейнерҙар етмәй, халыҡ түләүгә бәйле хәлгә төшөнә алмай

«Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» – беҙҙең  уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән документ

Уйым-йырым - Башҡортостан!

Нәшриәттең 100 йыллығын ҡаршылап...

Бөгөн – Халыҡ-ара урман көнө

Кеше эше менән матур

17.03.2019 - Йәмғиәт Кеше эше менән матур