RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Президент Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

04.09.2010 Президент Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссияның берлектәге ултырышында ҡатнашты. Унда илдә һөнәри белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
Мәғариф системаһын модернизациялау зарурлығын Рәсәй Президенты хәл итеүҙе талап иткән төп мәсьәләләрҙең береһе тип атаны. Дмитрий Медведев фекеренсә, мәғариф системаһына хеҙмәт баҙарында ысынлап та ихтыяж булған кадрҙар әҙерләргә кәрәк. “Бизнес-берләшмә буласаҡ белгестәргә заказ бирергә тейеш”, – тип билдәләне ул. Бының өсөн кадрҙар ресурстарына ихтыяждың төбәк-тармаҡ күҙаллауҙары, йәғни “аныҡ заказ кәрәк” тигән фекерҙә дәүләт башлығы.
Дәүләт Советында төп доклад менән мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко сығыш яһаны. Ултырышта ҡайһы бер уҡыу йорттары вәкилдәренән һөнәри белем биреү системаһын модернизациялау буйынса тәҡдимдәр ҙә булды.
Мәскәүгә эш сәфәрендә Рөстәм Хәмитов “Рәсәй нанотехнологиялар корпорацияһы” дәүләт корпорацияһының генераль директоры Анатолий Чубайс менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Президенты республиканың нанотехнологиялар үҙәге ойошторорға әҙерләнеүе хаҡында хәбәр итте. “Башҡортостанда нанотехнологиялар кластерын булдырыу өсөн махсус программаларҙы йәйелдереүгә бөтә тейешле тәүшарттар бар”, – тине Рөстәм Хәмитов. Республика Президенты “Роснано” етәксеһенә әле Башҡортостанда нанотехнологиялар үҙәген һәм ҙур күләмле наноструктур металл материалдар эшләү һәм ғәмәлгә индереү буйынса ғилми-технологик үҙәк ойоштороу проекттарын тормошҡа ашырыуға әҙерлек барыуы хаҡында хәбәр итте. Үҙәктәр тейешле инфраструктура булдырыу проблемаларын хәл итергә тейеш. Рөстәм Хәмитов, республика проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа, шул иҫәптән берлектә финанслау, административ һәм лаборатор маҡсаттар өсөн майҙандар биреү йәһәтенән бөтә яҡлап булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.
Осрашыуҙа шулай уҡ “Технологик алға китеш” проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән “Роснано” дәүләт корпорацияһының берлектәге эше тикшерелде. Яҡтарҙың фекеренсә, проекттың көнүҙәклеге уның граждан авиацияһы техникаһын үҫтереү һәм Рәсәйҙә фронт авиацияһының перспективалы авиация комплексын ойоштороу буйынса федераль программаларға бәйлелеге менән иҫбатлана.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?

Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!