RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

28.08.2010 Өс һөйләм менән

27 августа Дүртөйлө районы советы ултырышында хакимиәт башлығы вәкәләтен ваҡытынан алда туҡтатыу мәсьәләһе ҡаралды. Совет ҡарары менән Рауил Дәүләтов, башҡа эшкә күсеү сәбәпле, үҙ теләге менән хакимиәт башлығы вазифаһынан бушатылды. Муниципаль совет конкурс нигеҙендә башлыҡ тәғәйенләгәнгә тиклем район советы депутаттары вәкәләттәрҙе ваҡытлыса Ринат Хәйруллинға йөкмәтте.

Сибайҙа Урал аръяғы төбәк-ара медицина үҙәген асыу күҙаллана. Үҙәк ҡала дауаханаһында ошо маҡсатта яңы корпус та төҙөлгән, әммә әлегә тиклем хәл ителмәгән проблемалар ҡала килгән. Был турала БР Президенты Р. Хәмитов үткәргән кәңәшмәлә телгә алынды, һәм республика башлығы үҙәк булдырыу эшен көйләргә әмер бирҙе.

Башҡортостанда алдағы көҙгө һайлауҙарға әҙерлек барышында участка һайлау комиссияларын ойоштороу процесы бара. 1 сентябргә тиклем территориаль һайлау комиссиялары участка комиссиялары ағзалары кандидатуралары буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылдың 3 октябрендә республикала муниципаль берәмектәр: Өфө ҡалаһы ҡала округы, Саҡмағош, Әлшәй районы муниципаль райондары советтары, шулай уҡ Бөрө райо­ны муниципаль районының Бурны ауыл советы ауыл биләмәһе депутаттарын өҫтәп һайлау үткәреләсәк.

1 сентябрҙә Белем көнө билдәләнгәндә Өфөнөң бер нисә музейы «Асыҡ ишектәр» көнө ойоштора. Акцияға БР Милли музейы, республика Хәрби дан музейы, БР Милли әҙәби музейы, Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы ҡушылды. Теләге булғандар был көндө музейҙарға бушлай инәсәк.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә ҡаланың 2030 йылға тиклем үҫеш планын тикшерҙеләр. Биләмә буйынса Стәрленең 10852 гектарҙан 13319-ға тиклем киңәйеүе көтөлә. Бынан тыш, ҡалала аквапарк, ябыҡ боҙ майҙандары, ат-спорт мәктәбе, театр, цирк, реабилитация үҙәге һ.б. барлыҡҡа киләсәк.

Быйылғы ете айҙа республикала бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыуҙың 562 осрағы теркәлгән. 100 мең кешегә күрһәткес 13,3 тәшкил итә. «Роспотребнадзор»ҙың БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, ҡурҡыныс сир менән ауырыу осраҡтары ике тапҡырға кәмегән.

Өфө трикотаж фабрикаһы текстиль, еңел сәнәғәт тауарҙары һәм ҡорамалдарының «Текстиль­легпром – 2010» федераль йәрминкәһендә Башҡортостан исеменән ҡатнашасаҡ. Рәсәй етештереүселәре өсөн иң әһәмиәтлеләрҙән һанал­ған күргәҙмә 21 – 24 сентябрҙә Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге павильондарында үтәсәк. Беҙҙең предприятие унда үҙенең яңы «Көҙ аккордтары» ҡатын-ҡыҙҙар трикотажы коллекцияһын тәҡдим итә.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Смог в Сибае: что происходит, чем опасно и что делать? Главное

Башҡортостанда сүп-сар реформаһы: нисек, ҡайҙа, ҡасан?

В режиме «Повышенная готовность»: от жителей Сибая продолжают поступать жалобы на воздух

Ысын тылсымсылар – беҙҙең арала!

Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

«Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

И.о. министра ЖКХ Башкирии проинспектировал работу регоператоров по сбору мусора

Яңы йыл менән!

01.01.2019 - Йәмғиәт Яңы йыл менән!


Хөрмәтле төркөмдәштәр!

31.12.2018 - Йәмғиәт Хөрмәтле төркөмдәштәр!


Балалар йылы һәм төҙөк автобустарҙа йөрөй

Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде

Афарин, Гөлнур! Хеҙмәттәшебеҙ - "Йыл журналисы!"