RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

01.03.2011 Өс һөйләм менән

Ханты-Мансиҙа үткән IХ Ха­лыҡ-ара кинематографистар фес­тивалендә «Башҡортостан» киностудияһының «Елғыуар» фильмы (режиссеры Айсыуаҡ Йома­ғолов) тамашасылар һөйөүен яуланы. Республика кино оҫталарының иң ҙур проектының бюджеты – 26 миллион һум. Әйткәндәй, фильм декабрҙә генә Сергей Бондарчук исемендәге «Волоколамский ру­беж» хәрби-патриотик фестивалендә әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн диплом­ға лайыҡ булғайны.

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса Федераль агентлыҡ «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә федераль әһәмиәттәге ер аҫты участкаһына лицензия бирҙе. Ул Р. Требс һәм А. Титов исемендәге нефть ятҡылыҡтарын үҙ эсенә ала. Документ 25 йылға бирелә, лицензия участкаһы Ямал-Не­нец Автономиялы Округы территорияһында урынлашҡан, майҙаны – ике мең квадрат километрҙан ашыу.

Октябрьский ҡалаһы мәктәптәренә Таганрог автомобилдәр заводында йыйылған Hyundai автобустары ҡайтарылды. Автобус ун һигеҙ балаға һәм бер тәрбиәсегә иҫәпләнгән, һәр рәткә талап ителгән осраҡта водителде саҡыртыу өсөн төймәләр беркетелгән. Салонға «ГЛОНАСС» юлдаш навигация ҡорамалы ҡуйылыуы транспорттың ҡайһы тарафта йөрөүен асыҡ күрһәтә, шунлыҡтан, кәрәк булғанда, техник ярҙам күрһәтеү өсөн дә уңайлы.

9 марттан «Федераль пассажирҙар компанияһы» (ФПК) асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең алыҫ араға йөрөүсе поездарына билеттар хаҡына миҙгелле кәметеү коэффициенты индерелә. Ошо көндән «ФПК» акционерҙар йәмғиәтенең Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә йөрөүсе поездарының плацкарт һәм дөйөм вагондарында йөрөү хаҡы уртаса йыллыҡ тарифтан 12 процентҡа кәмерәк буласаҡ. Кәметеү коэффициенты 50 көн буйына, 9 марттан 27 апрелгә тиклем, ғәмәлдә ҡала.

Кисә Башҡортостандың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары вәкилдәре Тамбовҡа Рәсәй фермерҙарының ХХI съезына юлланды. 2 мартта асыласаҡ форумда аграрийҙар фермер хужалыҡтарының хәлен һәм проблемаларын, ауылда хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙә дәүләттең һәм фермер ойошмаларының ролен күтәреү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Сара­ның төп маҡсаты – бәләкәй хужалыҡ формаларының халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә һәм Рәсәй ауылын тергеҙеүгә индергән өлөшөн арттырыу мәсьәләләрен хәл итеү.

Өфө кардиохирургтары йыл башынан эндовоскуляр алым ме­нән, йәғни скальпелһеҙ 10 операция эшләне. Яҡын арала йәнә ошондай ун биш операция планлаштырыла. Юғары технологиялы бындай операциялар элек Мәскәү һәм Новосибирск ҡалаларындағы махсус медицина учреждениеларында ғына башҡарылған.

Тиҙҙән Өфөнән Болгарияның Бургас ҡалаһына авиарейс асыла. Рейс булдырылыуы ике ил араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Быға тиклем республикабыҙҙа белем алыу­сы студенттар, тәжрибә уртаҡлашыусы, өйрәнеүсе ижад вәкилдәре Мәскәү аша йөрөргә мәжбүр ине.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә