RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

22.02.2011 Өс һөйләм менән

Өфөлә демография мәсьәләләренә арналған «түңәрәк өҫтәл» үтте. Сара БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан ойошторолдо. Бында дәүләттең ғаилә институты ролен күтәреү, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса стратегик пландар, хәҙерге демография сәйәсәтенең хоҡуҡи аспекттары, урындағы үҙидара органдарының, йәмәғәт берекмәләренең роле тикшерелде.

Башҡортостанда «Бәләкәй Ватанға – ҙур эштәр» тигән социаль проекттар конкурсы старт алды. Үҫмерҙәр һәм йәштәр ойошмаларының «Тәртип һәм хәүефһеҙлек», «Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы», «Сәләмәтлек», «Ял», «Төҙөкләндереү» һ.б. йүнәлештәр буйынса эштәре БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында (Ленин урамы, 10, 24-се бүлмә) ҡабул ителә. Еңеүселәр проекттарын тормошҡа ашырыуҙа финанс ярҙамы аласаҡ.

Бүздәк районында умартасылыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирмәкселәр. Төбәк ҡортсолары йыйылышында билдәләүҙәренсә, умарталыҡтарҙы арттырыу ауыл халҡын эш менән тәьмин итеүгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Әле төбәктә шәхси һәм ауыл хужалыҡтарында бергә 3000-дән ашыу күс бар.

Күгәрсен районында «Атай – ғаиләнең терәге, көсө һәм аҡылы» темаһына конференция уҙғарылды. Сараның маҡсаты – ир кешенең абруйын күтәреү, ғаиләне нығытыу. Тәүге тапҡыр үткәрелгән район конференцияһын йолаға әүерелдереү кәрәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

Күмертауҙа ҡаланың почетлы граждандарына тәүге тапҡыр миҙал тапшырыу тантанаһы үтте. 1973 йылда индерелгән «Күмертауҙың почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булыусылар быға тиклем махсус таҫма, кенәгә алып, исемдәре китап­ҡа яҙыла ине. Абруйлы исемдең 40 йыллығына ҡала властары почетлы граждандар галереяһын булдырмаҡсы.

Сибайҙың ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге «Балаларға – ышаныс телефоны» акцияһын башланы. 15 мартҡа тиклем дауам итәсәк сара балаларға ҡарата ҡаты мөнәсәбәттәрҙе иҫкәртеүгә арнала. Акция барышында үҙәк белгестәренең башланғыс кластар уҡыусылары менән осрашыуҙар үткәреүе, «ышаныс телефоны» эше менән таныштырыуы күҙаллана.

Мәләүездә беренсе тапҡыр Фаил Абдраҡов иҫтәлегенә төбәк композиторҙары конкурсы уҙғарылды. Гран-приға Ғафури районынан Рәмил Ғимранов лайыҡ тип табылды. Конкурс барышында танылған сәнғәт эшмәкәре Салауат Сәлмәнов үҙешмәкәр композитор­ҙар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Үткән шәмбелә 900 көнгә һуҙыласаҡ «Ерҙең утлы бүлкәте» фәнни-спорт экспедицияһы юлға сыҡты. Алты кешенән торған Рәсәй сәйәхәтселәре араһында яҡташыбыҙ Камил Йыһаншин да (төркөмдә ул иң олоһо – 61 йәше тула) бар. 19 ил аша үткән юлда тикшеренеүселәр иң бейек 70 янартауға күтәрелергә лә иҫәп тота.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә