RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

05.06.2019 Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?


йәки СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин һаман да үҙ музейына лайыҡ түгел

Кеше ғүмерен юҡҡа ғына диңгеҙҙәге бер тамсы менән тиңләмәйҙәр. Беҙ мәңгелектең бер миҙгеле генә. Һәр кем ерҙә эҙен ҡалдыра, үҙен мәңгеләштерә алмай. Ә бына СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты рәссам Әхмәт Лотфуллин хаҡында быны әйтеп булмай. Үҙе баҡыйлыҡҡа күсһә лә, ижады беҙҙе әле лә матурлыҡ иленә сәйәхәткә саҡыра. Талант эйәһенең һүрәттәренә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел: уларҙан сафлыҡ һәм гүзәллек нурҙары сәселә, картиналары тәбиғәттең үҙе кеүек үк тыйнаҡ һәм илаһи. Ә портреттарына әллә күпме донъя ғәме, сабый самимилығы, үҙәк өҙгөс моң-һағыш һалынған.

Әхмәт Фәтҡулла улы вафат булғас, 2017 йылда хәләл ефете уның васыяты буйынса картиналарын Әбйәлил районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырғайны. Луиза ханым 109 картинаны иренең тыуған еренә ҡайтарыуҙы үҙенең изге бурысы итеп һананы. Ни тиһәң дә, рәссамдың бихисап рәсеме Әбйәлил районы кешеләренә, тәбиғәтенә ба­ғышланған. Ғөмүмән, ижадсы тыуған еренә ҡарата булған мөхәббәтен кеше образдары аша оҫта һүрәтләй. Етәксе булһынмы, ябай һауынсымы, урамда уйнап йөрөгән баламы – Әхмәт ағайҙың төрлө шәхескә ҡағылышлы эштәре ғәжәйеп бай, сағыу буяуҙар менән тыуҙырылған. Уның йөҙләгән картинаһы Өфөнөң Нестеров исемендәге художество музейында һаҡлана, Мәс­кәүҙең Третьяков галереяһында “Фронтҡа оҙатыу” урын алған, ә Рус музейында – “Хушлашыу”ы. Ауыл тәбиғәте, үҙебеҙҙең ерлеккә генә хас милли төҫтәр, келәм, ашъяулыҡ, күлдәк биҙәктәре – ҡылҡәләм оҫтаһы уларҙы үҙенсәлекле, яҡты итеп яһай белгән. Портреттарҙа ниндәйҙер тылсым бар, бына-бына һүрәттәге кеше йәнләнеп китер кеүек тойола. Уларға ҡарап, кемдәр генә һоҡланмаған?! Әхмәт ағайҙың үҙ ғүмерендә ҡатнашҡан халыҡ-ара, Бөтә союз, Бөтә Рәсәй, республика күргәҙ­мәләрен һанай китһәң, гәзит бите етмәҫ. Мәскәүҙә бер түгел, ике тапҡыр шәхси күргәҙмәһен ойоштороу бәхетенә эйә була.

Рәссамдың Рауил ауылындағы йорто ла бөгөн халыҡҡа хеҙмәт итә. Әхмәт Фәтҡулла улы ауырыу менән көрәшкән осоронда яҡташтары бүләк иткән өй тураһында күп уйлана. Һәм уны ауылдаштарына мәсет итеп кире тапшырыуҙан башҡаһын күрмәй. Бөгөн “Әхмәт” мәсетенән кеше өҙөлмәй, бында барлыҡ дини ғәмәл башҡарыла.

Үкенескә күрә, башҡорт халҡына арымай-талмай хеҙмәт иткән бөйөк рәссам үҙ музейына лайыҡ түгел. Луиза ханым, тиҫтә йыл буйы республика етәкселегенә мөрәжәғәт итә-итә, тормош иптәшенә бындай хөрмәт күрһәтелмәйәсәген аңлағас, фатирында һаҡлаған картиналарҙы яҡташтарына тапшырып, оло бүләк яһаны.

– Әхмәт үҙе иҫән булһа, тап Асҡар музейына тапшырған өсөн шатланыр ине. Тиҫтәләрсә йыл буйы төшөрөлгән, һәр биҙәген, һыҙығын, һәр төҫөн бөртөкләп йыйған ҡәҙерле картиналар яҡташтарға бер бүләк булыр, – тине ул.

Рәссамдың картинаһы баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле икәнен иҫәпкә алғанда, Луиза Мөжәүир ҡыҙының матди байлыҡты өҫтөн ҡуймауын аңлайһың. Ләкин Әбйәлил район музейында ла, урын аҙ булыу сәбәпле, һүрәттәрҙең барыһын да урынлаштырыу мөмкин булмай. Ҡаты ауырыуҙан яфа сиккән Луиза апай, картиналар галереяһын булдырыу өсөн музейға төкәтмә төҙөүҙәрен һорап, ҡат-ҡат мөрәжәғәт итә.
Минең алдымда рәссам ҡатынының төрлө ергә яҙған хаттары ята: “Мин һеҙгә тәүгә мөрәжәғәт итмәйем. СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың картиналарын урынлаштырыу өсөн Әбйәлил райо­нында эшләп килгән тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына төкәтмә кәрәк. Әхмәт Фәтҡулла улы – Халыҡ-ара плане­таның ар­ҙаҡлы шәхестәре белешмәһенә ингән кеше. 2008 йылдың 22 октябрендә рәссамдың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн БР Хөкүмәте ҡарары ҡабул ителде. Ошо документҡа ярашлы, Әбйәлил районы музейында картиналар залы эшләү өсөн реконструкциялау эше планлаштырыл­ғайны, ул 2009 – 2010 йылда тамамланырға тейеш ине. 2018 йылдың 4 февралендә Әхмәт Лотфуллиндың тыуыуына 90 йыл туласаҡ. Ошо дата айҡанлы әлеге залды асыуҙы, шулай уҡ рәссамдың белем алған һәм оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән Өфө сәнғәт училищеһы янында (Яңы күпер һәм Пушкин урамдары араһында) һәйкәл ҡуйыуҙы үтенәм.

Зинһар өсөн, зал асыуҙы Республика адреслы инвестиция программаһына инде­регеҙ, минең һаулығым ҡаҡшау сәбәп­ле, был мәсьәләне кисектермәһәгеҙсе”, – тип 2017 йылда шул осорҙағы республика Башлығына яҙған Луиза Мөжәүир ҡыҙы (27 апрель, 2017 йыл).
“...Район музейына тапшырылған ижади мираҫ өсөн Әбйәлил районы хакимиәте миңә рәхмәт һүҙен еткермәһә лә, мин иремдең рухын ҡыуандырыу өсөн оло эш башҡарҙым, тип ҡыуанам. Үкенескә күрә, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында район етәкселеге тарафынан Әхмәт Лотфуллин иғти­барҙан ситтә ҡала. Февралдә Белорет районы рәссамдың Хәтер кисәһен ойоштороп шатландырҙы, ә әбйә­лил­дәр уның 90 йыллығы хаҡында онотто.
Әлеге ваҡытта мин дауаханала ятам. Тере саҡта төкәтмә асылыуын, картиналарҙың халыҡҡа хеҙмәт итеү өсөн ышаныслы урыны барлығын үҙ күҙҙәрем менән күреп ҡалырға теләйем...” – быныһын рәссамдың яҡташ депутаттарына яҙған ул (22 июнь, 2018 йыл).

Луиза Мөжәүир ҡыҙының һуңғы мөрә­жәғәте 2019 йылдың 10 ғинуары менән теркәлгән. Оло үкенескә күрә, уның һуңғы һәм изге хыялы тормошҡа ашмай...

Эйе, рәссамдың исеме мәңгеләште­релмәне түгел: Белорет районының Абҙаҡ ауылы мәктәбенә исеме бирелде, Өфөлә урам уның исеме менән аталды, Аксаков урамындағы йортона мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Тик егерменсе быуаттың икенсе яртыһында башҡорт һынлы сәнғәтенең башында торған, кеше кисерештәрен теүәл генә еткерә белеүе менән дан ҡаҙанған бөйөк рәссамға ни өсөн күргәҙмә залы тейеш түгел һуң? Шул ҡәҙәр картиналары булып та? Йомарт һәм бер ҡатлы Әхмәт ағай заманында ябай кешеләрҙе төшө­рөргә һәм рәсемдәрен хужаларына бүләк итергә яратҡан. Бөгөн “ҡара баҙар” сауҙагәрҙәре район буйлап бындай рәсемдәрҙең ҡайҙа булыуын асыҡлай һәм уларҙы һатып алырға теләй икән. Тимәк, һүрәттәр артабан ҡиммәт хаҡҡа һатыласаҡ һәм кемдеңдер кеҫәһе ҡалынаясаҡ.

Мәҡәләне баҫырға әҙерләгәндә, Әбйәлил районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәмилә Лотфуллинаға шылтыратҡас, былай тип шатландырҙы:
– Әхмәт ағайҙың картиналары беҙҙең өсөн баһалап бөткөһөҙ бүләк булды. Уларҙы музей залдарында, экспозициялар янына алмашлап ҡуйып торабыҙ. Урын булмау арҡаһында халыҡҡа барыһын да бер юлы күрһәтеү мөмкинлеге юҡ. Һүрәттәр араһында төрлө эш, шул иҫәптән төшөрөлөп бөтмәгәндәре лә бар. Мәҫәлән, “Салауат Юлаев” тип аталған ҙур панорамаһын, йәл, рәссам тамамлап өлгөрмәгән. Ә инде “Атайым”, “Әсәйем” тип аталған портреттарында яҡты һәм ҡәҙерле образдар тыуҙырған.

БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Милли музейы хеҙмәткәрҙәре, Әбйәлил районы хакимиәте вәкилдәренән торған комиссия музей бинаһы менән танышып китте. Ысынлап та, музей биләмәһендә төкәтмә төҙөү өсөн урын бар, тигән фекергә килделәр.

Әлеге мәлдә Башҡортостандың 100 йыллығына Әхмәт Лотфуллиндың картиналар күргәҙмәһен ойоштороу бара. Бүләк ителгән рәсемдәр араһынан “иң-иң”дәрен һайлап алып, Өфөгә ебәреү хаҡында киле­шелгән. Мәшһүр рәссамдың ижад емеш­тәре тағы күптәрҙең күңелендә матурлыҡ тойғоһо уятасаҡ.

Рәмилә Садиҡ ҡыҙы тик яҡшы үҙгәрештәргә өмөтләнә. Хөкүмәт ҡарары үтәлерме, юҡмы, был мәсьәләне артабан да күҙәтеп барасаҡбыҙ. Үҙебеҙҙең оҫталарҙың ижад өлгөләрен халыҡҡа үҙебеҙ еткермәһәк, кем еткерһен?!



Автор: Л. Хәлитова
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?

Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!


Кеше исемен  күтәреп йәшә,  замандаш!