RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Янғынға ҡаршы көрәштә ялҡын ҡабынды йөрәктә

25.05.2019 Янғынға ҡаршы көрәштә ялҡын ҡабынды йөрәктә

Ошо айҙа урман янғындары бер туҡтауһыҙ илебеҙҙең төрлө төбәгендә, шул иҫәптән республикабыҙҙа ла йыш ҡына ҡабынып тора. Уйламағанда минең үҙемә лә янғын һүндереүҙә ҡатнашырға тура килде.

Һағындырған туғандарға ҡу­наҡҡа, Күгәрсен районының Сәйетҡол (Әбсәләм), Бикеш (Игесәк) ауылдарына, барып ҡайттыҡ. Өсөнсө май кисендә ошо ике ауылда шау-шыу ҡупты – “янғын” тигән ҡурҡыныс хәбәр ел тиҙлегендә таралды. Тап ике ауыл араһында, юл аша түбәлектә, дыулап үлән яна ине, ялҡын телдәре күккә ынтылды, осҡондар тирә-яҡҡа сыртлап сәсрәне. Уттан ҡурҡҡан көтөү мөңрәшеп, баҡырышып ауылға сапты. Ел дә утты ауылдар яғына бороп, ашыҡтырып, ҡыуаланы.

Бәлә кисектергеһеҙ кеүек тойолдо. Ләкин шунда уҡ янғын яғына, туҙан борҡотоп, тиҫ­тәләрсә машина ҡуҙғалды. Йөҙгә яҡын йәш егет, ир, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға – барыһы ла улар артынан берҙәм йүгерҙе. Ул арала машиналарҙан һикереп сыҡҡан кешеләр көрәк, япма, селек һепертке менән утҡа ҡаршылыҡ күрһәтә башланы, кемдер хатта кейемен сисеп, утты бәргеләне, итеге менән тапаны.

Ниһайәт, район үҙәге Мораҡ­тан янғын һүндереүселәр килеп етте. Тик шул саҡта ғына барыһы ла еңел тын алды. Дөрөҫөн әйткәндә, янғын һүндереү­селәргә түбәнең икенсе яғын ғына һүндерергә тура килде, ә башҡорттар утты үҙ ауылдарына яҡын ебәрмәне. Ирекһеҙҙән күңелемдә гүзәл халҡым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уянды, көслө рухлы, артыҡ һүҙһеҙ тыуған ауылын һаҡларға ташланған мил­ләттәштәрем өсөн ҡыуанып йөрәкһенем. Ә улар, һис бер ни булмағандай, ҡоромға буялған бит-ҡулдарын таҙарта, янғын менән көрәштә алған яраларын бәйләй ине...
Мин улар йөҙөндә бер­ҙәмлекте, көслө ихтыярҙы күрҙем – кәрәк икән, халҡым алдына алған маҡсатына барып етәсәк, уны ут та, һыу ҙа туҡтата алмаясаҡ.

Ике сәғәттән ашыуыраҡ ауыл халҡы ут һүндерҙе – олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалманы. Сәйетҡол мәктәбе директоры Рафаэль Йосопов: “Үкенескә күрә, беҙгә үҙебеҙҙең урман-ҡырҙарҙы кемдеңдер баш­һыҙлығы, енәйәтсел ҡылығы арҡаһында сыҡҡан янғындарҙан йыш һаҡларға, ҡотҡарырға тура килә, – тип бошондо. – Төбә­гебеҙҙә ҡоро үлән, япраҡ, һалам, бесән күп. Ике йыл элек беҙ, Сәйетҡол һәм Бикеш ауылдары халҡы, ауыл хакимиәте башлығы Хөсәйен Аллабирҙин етәкселеге аҫтында Серәкәй тауын, Нуҡай, Түкәт, Буҫтыбай ауылдарына терәлгән ур­мандарҙы янғын­дарҙан һаҡлап алып ҡалдыҡ. Үәт, унда, исмаһам, хәтәр ине: дүрт сәғәттән ашыу утҡа ҡаршы көрәштек, халыҡ бер туҡтауһыҙ килде лә килде. Арып-йонсоған, хәлдән тайған саҡта кемеһелер түҙә алмай китте. Юҡ, ҡасманы – ярҙам артынан китте. Һәм ҡабаттан һаҡҡа баҫты. Юҡҡа әйтмәйҙәр бит, күмәкләгән – яу ҡайтарған. Шулайтып беҙ ҙә яу ҡайтарабыҙ...”

Был юлы ут 6 – 7 квадрат километр ерҙе ялмап өлгөргәйне. Әллә ни күп тә түгел һымаҡ, батырлыҡ менән маһайырға урын да юҡ кеүек, ә шулай ҙа... йөрәктә ялҡын ҡабынды. Рәхмәт халҡымдың шундай булғанына!



Автор: Р. Баязитов
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Кем көтөүсе булырға теләй?

Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!


Кеше исемен  күтәреп йәшә,  замандаш!