RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кем көтөүсе булырға теләй?

25.05.2019 Кем көтөүсе булырға теләй?

йәки Был эштең ояты юҡ, яуаплылығы бар

Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Мирас МӨХӘМӘТСАБИРОВ хатында етди проблема күтәрә:


Ауылда йәшәгәс, мал тотмай булмай, әлбиттә. Шәхси хужалыҡтарҙа көтөүсе табыуы йылдан-йыл ауырлаша бара. Сөнки был эштең еңел түгел икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Иртә таңдан кискә тиклем мал артынан йөрөйһөң.

Өҫтәүенә, көн торошоноң да төрлө саҡтары булып тора. Ямғыр, рашҡы, ел-дауыл, һалҡынға ҡарамай, көнө буйы яландаһың. Кеше малын көтөргә теләүселәрҙең был эшкә тотоноп та, уны аҙағына тиклем еткермәйенсә ташлап ҡуйыу осраҡтары ла юҡ түгел.

Алһыҙ-ялһыҙ эшләүсе көтөүсе эшен етди һөнәр итеп түгел, ваҡытлыса, миҙгелле кәсеп, тип ҡарауҙары менән килешеп булмай. Халыҡ ни өсөндөр көтөүсе эшенә түбәнһетеп ҡарай, был эштең ояты юҡ, киреһенсә, ҡыл ҡыбырлатмай ҡул ҡаушырып ултырыуы оят! Шулай итеп, ни өсөндөр береһенең дә көтөү көткөһө килмәй. Баҡтиһәң, уның хеҙмәтенә ваҡытында түләп бармаған әҙәмдәр ҙә осрап ҡуя.

Ә бит тырым-тырағай йүгерешкән һыйыр, һарыҡ-кәзәгә баш булыуы һис тә еңел түгел. Һәйбәт көтөүсе малды яҡшылап ҡарап көтә, ауырығанда йә быҙаулағанда тәүге ярҙам күрһәтеүе лә бар. Был һөнәрҙең абруйын күтәреү тураһында яҡшылап уйларға кәрәк. Улар өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу ҙа мөһим. Малды көтөү өсөн ат мәсьәләһен һәм уға эйәр ҙә кәрәклеген хәл итеү зарур. Ауыл хакимиәте етәкселәренең дә, көтөүсенең еңелдән булмаған хеҙмәтен баһалап, ярҙам итеүе шарт.

Көтөү өсөн кеше таба алмау арҡаһында һуңғы йылдарҙа малды кәметеү, бөтөнләйгә бөтөрөү күренештәре йышайҙы. Яғыулыҡҡа бер туҡтауһыҙ хаҡтарҙың артыуы арҡаһында ауыл халҡы етештерелгән ит-һөтөн алыпһатарҙарға арзан ғына хаҡҡа һатырға мәжбүр. Көтөүсе булмағас, күп ауылда һыйыр, һарыҡ-кәзә малын сиратлап көтәләр. Сиратлап көтөү барыбер тәғәйенләнгән көтөүсене алмаштыра алмай.

Үҙ алдына йөрөгән мал ауыл хужалығы культуралары сәселгән баҫыуҙарҙы, бесәнлектәрҙе, урман үҫентеләрен тапап, ҙур зыян килтерә. Шулай уҡ мал юғалыу осраҡтары ла булғылай. Сиратлап көткәндә күп кеше нисек булһа ла сиратты үткәреп ебәреү өсөн генә тырыша. Ҡыҫҡаһы, көтөүсе булыу ҙур яуаплылыҡ талап итә, шуға ла был эшкә ялланыусылар бик һирәк. Көтөү көтөргә сыға алмаған мал хужаһы башҡа кешене ялларға мәжбүр була. Бер көнлөк эш хаҡы – 1000 һум. Ауыл халҡы эшһеҙлеккә зарланып ятмай, күпләп мал аҫрай. Йәй буйына һөт, май, ҡаймаҡ һәм эремсеген баҙарға, йә булмаһа, Ырымбур өлкәһенең Гай, Орск ҡалаларына алып барып һата. Был, әлбиттә, хуплауға лайыҡ.

Ауыл ерендә көтөүсе генә түгел, ғөмүмән, ниндәй эшкә булһа ла кеше табыуы бөгөн оло проблемаға әйләнеп бара.

Көтөү яҡшы ойошторолһа, урамдарҙа төрлө мал аҙып-туҙып йөрөмәҫ ине.

Дөрөҫөн әйткәндә, барыһы ла халыҡтың үҙенән тора.




Автор: М. МӨХӘМӘТСАБИРОВ
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә