RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

08.02.2011 Донъя яңылыҡтары

Ут аямай
Австралияның Көнбайыш штатында урман янғындары ҡотора.
Йорттарға ут ҡабыу ҡурҡынысы тыуғас, властар Перт ҡалаһынан кешеләрҙе эвакуациялай башлаған. Хәүефһеҙлек маҡсатында бер нисә шоссе ябылған да инде.
Көслө ел янғынды һүндерергә ирек бирмәй. Ут 800 гектар урманды юҡҡа сығарған. Ғинуар урталарында ла Перт ҡалаһы янында янғындар булып, уттан 2 мең гектар ер зыян күргәйне.

Беҙҙә генә түгел
The Financinal гәзите хәбәр итеүенсә, тәбиғәттең көйһөҙлөгө арҡаһында ауыл хужалығы продукцияһына хаҡ арта.
Аргентиналағы ҡоролоҡ арҡа­һында – кукуруз, Америкалағы сатнама һыуыҡтар сәбәпле – бойҙай, Австралиялағы штормдар­ға бәйле шәкәрҙең ҡиммәтләнеүе мөмкин. «Ясин» циклоны шәкәр ҡамышы уңышына һиҙелерлек зыян килтергән. Ә Австралия шәкәр экспорты буйынса донъяла өсөнсө урында тора. АҠШ-та ла бойҙай котировкалары динамикаһы иң юғары нөктәгә еткән.

Уртаҡ фекергә килә алырҙармы?
Польша Президенты Бронислав Коморовский апрелдә Катынь фажиғәһендә һәләк булған поляк офицерҙарын иҫкә алырға киләсәк.
Смоленскиға ниндәй транспортта киләсәген әлегә белдермәгән. Рәсәй менән Польша араһындағы мөнәсәбәт Катынь ваҡиғаларында Рәсәйҙең үҙ ғәйебен танымауы менән генә түгел, 2010 йылда Президент Лех Качиньскийҙың Смоленск эргәһендә һәләкәткә осрауы арҡаһында бөтөнләй боҙол­ғайны. Мәскәү авиаһәләкәттә экипажды һәм пассажирҙарҙы ғәйепләһә, Варшава Рәсәй диспетчерҙарына яла яға.
Беҙҙекеләр фажиғәне тикшереүҙе тамамлаһа ла, Польша, МАК-тың докладын бер яҡлы тип һанап, Качиньский осҡан борттың һәләкәткә осрау реконструкцияһын эшләү маҡсаты менән ТУ-154 самолетын ебәрәсәк.

Ғәйеплеләр язаһын аласаҡ
Президент Дмитрий Медведев Федераль именлек хеҙмәте етәксеһе Александр Бортниковтан «Домодедово» аэропортындағы терактта ғәйепле хеҙмәткәрҙәрҙең исемлеген бирергә ҡушҡан.
Улар араһында Мәскәү төбәге буйынса федераль именлек хеҙмәте етәксеһе Виктор Захаров, транспорттағы именлеккә яуаплы «Т» идаралығы етәкселеге лә бар. «Пиар менән шөғөлләнергә түгел, эшләргә кәрәк. Бөтә тикшереү процедуралары үткәрмәйенсә тороп, енәйәтте асылған тип әйтеү урын­һыҙ», – тигән ил башлығы, уларҙы ҡаты тәнҡитләп.

Һаман беҙгә үпкәләйҙәр
Японияның премьер-министры Наото Кан ил башлығы Дмитрий Медведевтың бәхәсле Курил утрау­ҙарына барыуын ғәфү итмәҫлек мыҫҡыл итеү тип белдергән.
Япония утрауҙарҙың ниндәй илдеке булыуын ахырынаса хәл итеп ҡуйыу маҡсатында һөйләшеүҙәргә һәм ике ил араһында тыныслыҡ килешеүе төҙөргә әҙерлеген белдергән.
Наото Кан Токиолағы митингыла Итуруп, Кунашир, Шикотан, Хабомаины ҡайтарыуҙы һорап сығыш яһаған. Япониялағы Рәсәй илселеге янында үткән акцияла йәштәр Рәсәй флагынан көлгән, уға лозунгылар яҙып бөткән.
Был утрауҙар Икенсе донъя һуғышынан һуң СССР составына күсһә лә, Япония хөкүмәте уларҙы, сауҙа һәм сик тураһындағы Симод килешеүенә ярашлы, үҙҙәренеке тип иҫәпләй.

З. ЙӘһҮҘИНА әҙерләне.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники