RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 Ауылдар мәңге йәшәһен!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-ce республика башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Разия ҒИБӘҘӘТОВА:

Тыуған ауыл. Һәр кем өсөн ғәзиз һәм ҡәҙерле ер. Һинең тәү башлап тәпәй баҫҡан, телең асылған, кендек ҡаның тамған урын. Кем нисә йәштә булмаһын, ситтә йәшәгәндәр өсөн тыуған ауыл бигерәк тә ҡәҙерле. Сөнки унда һинең иң ҡәҙерле кешеләрең – атайың, әсәйең һәм һине үҙ күргән ауылдаштарың бар.

Тыуған ауылым Буранғол тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан. Бында тырыш, изге күңелле, ҡунаҡсыл, йыр-моңға бай халыҡ йәшәй. Ул Әбйәлил районының ҙур ауылдарының береһе. Заманында унда малсылыҡ ныҡлап үҫешкән, дауахана, 400-гә яҡын уҡыусыһы булған урта мәктәп, балалар баҡсаһы, урман хужалығы, ҙур мәҙәниәт йорто гөрләп эшләгән. Фиҙакәр хеҙмәте менән маҡтаулы исемдәр алған Рәсимә Сәмиғуллина, Фәриҙә Килдейәрова, Шамил Заһитов, Вәлит Ғәбитов, Рәйсә Йәнтүрина, Әхтәм Әбүшаһманов, Мәүҙиға Ғәбитова, Камил Ниғмәтовтар ауылыбыҙ ғорурлығы булып тора.

Бөгөн ауыл ни хәлдә йәшәй? Гөрләп торған фермалар, дауахана юҡҡа сыҡҡан. Эшһеҙлек арҡаһында йәштәр ситкә китә. Ололарҙан йыш ҡына “ауыл ҡартая” тигәнде ишетергә тура килә. Был, ысынлап та, шулай. Ҡасандыр һәр ғаиләлә биштән дә кәм бала булмаһа, бөгөн иһә тотош урамға 8 – 10 бала йыйыла. Ауылда йәштәр ҡалмағас, мәктәптә лә уҡыусылар һаны аҙ. Унда алты ауылдан 152 генә уҡыусы белем ала, балалар баҡсаһында ла сабыйҙар һанаулы ғына. Был, үҙ сиратында, уҡытыусылар һанын ҡыҫҡарта. Ата-әсәләр балаһын ситкә ебәреп уҡытыуҙы хуп күрә. Ҡалала төпләнгән йәштәрҙең күбеһе балаларына үҙ туған телен өйрәтмәй, урыҫ телендә аралаша. Үҙ тамырҙарын белмәгән, үҙ телендә һөйләшмәгән быуын үҫә. Киләсәктә ауылға һәм телебеҙгә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай түгелме? Бына нимә аяныс!
Ә шулай ҙа ауылым йәшәй. Унда милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә, телде һаҡлауға, шәжәрәне өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Йәштәр араһында республика кимәлендә танылыу яулағандарҙың күп булыуы һоҡландыра. Улар һәм башҡалар ауылға йән өрөр, ҡот ҡайтарыр, тип ышанам.

Тиңдәштәремә шуны әйтәм: үҙ милләтебеҙ кешеһе менән тормош ҡорайыҡ, балаларыбыҙҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтәйек, милли рухта тәрбиәләйек. Милли асылыбыҙға ҡайтайыҡ, ата-бабалар рухына тоғро ҡалайыҡ, нигеҙҙәрҙе һаҡлайыҡ, ауылдарҙы һүндермәйек!
Ауыл йәшәй икән, тел дә йәшәйәсәк. Тел бөтһә, рухи мираҫыбыҙ ҙа, халҡыбыҙ ҙа юғаласаҡ.

Ауылдарҙың юҡҡа сығыуына юл ҡуймайыҡ! Улар йәшәрһен, йәшәһен! Һәр кемдең һағынып ҡайтыр изге төйәге – ауылы булһын!



Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?

Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Кеше исемен  күтәреп йәшә,  замандаш!

Телебеҙ  яҡлауға мохтаж

04.05.2019 - Йәмғиәт Телебеҙ яҡлауға мохтаж


Һеҙ «цифр»ға тоташтығыҙмы?

Эргәһендә ҡурҡыныс булһа ла, матур

Тыуған төйәк бер генә

23.04.2019 - Йәмғиәт Тыуған төйәк бер генә