RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Эргәһендә ҡурҡыныс булһа ла, матур

24.04.2019 Эргәһендә ҡурҡыныс булһа ла, матур

Йылайыр районы Матрай мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Юлиә БОҪҠОНОВА:

Һәр кем үҙе тыуып үҫкән ерҙе иң ҡәҙерлеһе тип һанай. Мин Башҡортостанда тыуып үҫтем, тәүге аҙымдарымды атланым. Тап унда иң беренсе һүҙем «әсәй» булды, тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫтым. Республикамды яратам. Сөнки иң яҡты иҫтәлектәр уның менән бәйләнгән. Әсәй, атай, яҡындарым, дуҫтарым тап тыуған еремдә!

Мин Башҡортостандың иң күркәм төбәктәренең береһендә – Йылайыр районының Аралбай ауылында тыуып үҫкәнмен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хә­ҙерге ваҡытта ул юҡ инде. Тик шулай ҙа уның эргәһенән кеше өҙөлмәй. Йыл һайын ял итеүселәр эҫеһе-һыуығына, ҡар-буранына ҡарап тормай шунда ағыла, ауылымдың тәбиғәтенә һоҡланып туя алмай. Аралбайҙың тәбиғәте шул тиклем матур, уны тасуирлап биреү өсөн һүҙҙәр етмәҫ кеүек.

Ауылға инеү менән һуҙылып киткән бейек текә Ҡурҡыс ҡаяһы ҡоласын йәйеп ҡаршы ала. Ул таштан ғына тора, шуға күрә тәүҙә Ҡурҡыныс ҡая тип йөрөткәндәр, ә аҙаҡ исеме ҡыҫҡарып, Ҡурҡыс булып ҡалған.

Ауыл эсендә йәмле Һаҡмар йылғаһы аға. Ял итергә килеүселәр унан сыҡмай һыу инә, ҡомда ҡыҙына. Һыуы шул тиклем йомшаҡ, таҙа.
Йылғаның ярҙары булып мөһабәт ҡаялар тора. Иң ҡатмарлы төҙөлөшлө һәм матуры булып дүрт ҡатлы Яманташ һанала. Шулай уҡ Крепостной Йылайырға ҡушылған ере лә бик матур. Ҡушылған ерҙә ҡаялар ҡәлғәне йәки һарай баштарын хәтерләтә, шуға күрә шундай исем бирелгән.
Аралбай ауылының тирә-яғы ер-һыу атамаларына бик бай. Унда Мысыр түңе, Бикеш кисеүе, Умарта туғайы, Миза, Фатима туғайы, Ҡәнифә юлы, Ҡыҙҙар осҡан ҡаяһы һәм башҡалар бар. Бәләкәйҙән таныш булған тау, йылға, күл исемдәренең атамалары ҡайҙан килеп сығыуы менән күптән ҡыҙыҡһынам. Мауығып китһәң, был – бик ҡыҙыҡлы һәм киләсәк быуындар өсөн файҙалы эш! Тыуған яғымдың тәбиғәте шул тиклем матур, гүзәллеге әкиәт донъяһына барып ингәндәй хис иттерә. Тыуып үҫкән еремде шул тиклем яратам!



Автор: Ю. Боҫҡонова
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!


Кеше исемен  күтәреп йәшә,  замандаш!

Телебеҙ  яҡлауға мохтаж

04.05.2019 - Йәмғиәт Телебеҙ яҡлауға мохтаж


Һеҙ «цифр»ға тоташтығыҙмы?

Тыуған төйәк бер генә

23.04.2019 - Йәмғиәт Тыуған төйәк бер генә


Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!

Олатайым әйткәнен үтәрбеҙ!

Бәхетлемен һиндә,  Башҡортостан!