RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» – беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән документ

26.03.2019 «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» – беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән документ

Беләһегеҙ, быйыл йәй башҡорттар ҡорға йыйыла. Юҡ, бөтә халыҡ бергә туплана алмаҫ, ә милләттәштәр үҙ араһынан һайлап алып, делегат итеп иң әүҙем, иң рухлы кешеләрен ебәрер. Шулай булыр тип ышанғы килә. Әле төбәктәрҙә тап вәкилдәр һайлау бара ла инде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында ла әҙерлек эштәренең ҡыҙған мәле. Бишенсе ҙур ҡорға “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” ла әҙер булырға тейеш. Документ яҙыламы? Ул ниндәйерәк буласаҡ? Халыҡтан тәҡдимдәр көтәләр ине, кеше битараф ҡалмаймы? Стратегияның концепцияһына конкурс та иғлан ителде, ә кемдәр баһалай? Ҡыҫҡаһы, һорауҙар бихисап. Яуап эҙләп, ҡоролтай аппаратының креатив белгесе, проекттар менеджеры, билдәле йәш замандашыбыҙ Илдар Кинйәбулатовҡа мөрәжәғәт иттем.

– Ҡоролтай “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” проектын иғлан итте лә, әйҙәгеҙ, бергә яҙайыҡ, тип оран ташланы. Махсус асылған сайтта (strategy.bashkort.org) матур саҡырыу ҙа яҙып ҡуйылған: халыҡ көсөн – халыҡ өсөн. Бөгөнгә эштәр нисек бара, тәҡдимдәр киләме?
– Башҡорт халҡының үҫеш стра­тегияһы идеяһы, яңылышмаһам, тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндыҡы шикелле. Беҙгә лә ул оҡшаны, кәрәк тип таптыҡ һәм документты әҙерләү буйынса эш башланыҡ. Мин – координатор. Стратегия уңышлы булһын өсөн унда ябай кешеләрҙең дә ҡатнашыуы мөһим. Беҙ халҡыбыҙға шундай ирек бирҙек һәм тәҡдимдәр көтәбеҙ. Әйткәндәй, улар килә. Әле 200 самаһы тәҡдим бар, был күп түгел. Көн һайын төрлө юл менән ҡабул итәбеҙ: кемдер сайтҡа яҙа, кемдер хат менән ебәрә, кемдер килеп һөйләй. Бөтә база сайтта буласаҡ.
Стратегияны әҙерләүгә бик етди ҡарайбыҙ. Бишенсе ҡоролтайҙа ул һәр делегаттың алдында ятырға тейеш. Халыҡ нимәгә ынтыла? Дөйөм киләсәк ниндәй? Был документ – киләсәктең кәүҙәләнеше.
– Әле стратегияның кон­цепцияһына конкурс иғлан иттегеҙ. Ә документтың ҡа­раламаһы ҡасан әҙер буласаҡ?
– Эйе, асыҡ конкурс иғлан иттек. Авторҙарға стра­те­гияның төп элементтарын, маҡсаттарын һәм уны ғә­мәлгә ашырыу юлдарын билдәләргә кәрәк. Башҡор­тостанда йә­шәүселәр ҙә, ситтәгеләр ҙә ҡатнаша ала. Конкурс эштәре эксперттар тарафынан ба­һаланасаҡ. Иң яҡшы концепция стратегия нигеҙен тәшкил итәсәк.
Майҙа беренсе документты күрәсәкбеҙ. Эксперттар бар. Әле заман шундай – йыл һайын нимәлер үҙгәреп тора. Стратегияны ла үҙгәртергә тура килеүе бар. Бөтә нәмәне алдан теүәл күҙаллап булмай. Стратегия эсенә ингән докуметтар адаптив булырға тейеш.
Беҙҙең стратегияны төҙөүҙә халыҡ ҡатнаша. Үҙенсәлеге шунда. Ысынын әйткәндә, халҡыбыҙ үҙе үк үҙенсәлекле. Ул өҫтән төшөргән нәмәне тыңлап бармай, үҙенә оҡшамағанды ҡабул итмәй. Шуға стратегияны үҙе төҙөһөн. Донъя практикаһында бындай миҫалдар бар. Мәҫәлән, Исландияла ил Консти­туцияһын халыҡ үҙе төҙөгән. Йәғни махсус һайлап алынған 900-ҙән ашыу ябай кеше төп закондың проектын яҙған.
Стратегия башлыса йәштәр өсөн. Ул уңышлы килеп сыҡһа, беҙ алға китәсәкбеҙ. Бына, мәҫәлән, үткән быуаттың 90-сы йылдарында беҙҙе­келәр дөйөм ҡарарҙар ҡабул итте бит әле. Шуларҙың финишына еттек. Ул модель артабан эшләмәйәсәк. Сөнки донъя үҙгәрҙе. Хәҙер яңы модель кәрәк.
– Эксперттар тарафынан тәҡ­димдәрҙе өйрәнеү нисек бара?
– Эш процесы ике төрҙә. Уның офлайн өлөшө бар. Йәғни бында, ҡоролтай башҡарма комитетына, йыйылабыҙ, һөйләшәбеҙ. Форматын, төп элементтарын билдәләйбеҙ. Онлайн эш туҡтауһыҙ бара. Эксперт сайтҡа инеп, үҙе төҙәтә ала, ябай кешеләр фекер ҡалдыра.Эксперттарҙың күбеһе Башҡортос­тандан. Әммә рәсәй төбәктәренән дә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Британия, Италия, АҠШ, Германия һ.б. илдәрҙән бар. Өфөнән генә белгестәр йыйһаҡ, ул ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнарға ярамай. Ситтәгеләр хәл-торошто икенсе төрлө күрә.
Стратегияның мөһим бер өлөшө – аналитика. Был – күләме буйынса иң ҙур өлөшө. Төрлө методика буйынса эшләйбеҙ. IT-технологиялар өлкәһендә эшләгән компанияларҙың тәжрибәһенә таянабыҙ.
– Стратегия йәш быуын өсөн айырыуса мөһим, тинең, ә Бишенсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында беҙ йәш делегаттарҙы күрәсәкбеҙме?
– Әлбиттә. Төбәктәрҙән һайланған делегаттарҙың кәмендә 30 проценты йәштәр булырға тейеш. Хәтерегеҙҙәлер, тәүге ҡоролтайҙарҙа төрлө һөнәр эйәләрен күрҙек. Һуңғараҡ унда күбеһенсә етәкселек һайланды. Хәҙер беҙҙең теләк – демократик форматты кире ҡайтарыу. Ябай халыҡты ла йәлеп итеү.
Йәштәр менән эшләүгә айырым иғтибар бирергә тырышабыҙ. Апрель аҙағында йәштәр өсөн конференция үткәрергә уйлайбыҙ. мөһим мәсьәләләр шул тиклем күп. Нимәне үҙгәртергә, һаҡларға, үҫтерергә – йәштәр үҙҙәре һай­ларға тейеш. Ошо конференцияның резолюцияһында бишенсе йыйынға тәҡ­димдәр яҙыласаҡ. Сара Өфөлә үтә. Шулай ҙа киңерәк аралашыу өсөн, бәл­ки, телеконференция булыр. Беҙгә сит ҡа­лалар, илдәр тәжри­бәһе кәрәк. сөнки артта ҡалып барабыҙ. Шуны ла әйтмәй булмай: әле йәштәребеҙ тарҡауыраҡ. Берләшеү мөһим.
Әгәр идеяларығыҙ, тәжрибәгеҙ, көсөгөҙ бар икән, килегеҙ, стратегия яҙыуҙа ҡатнашығыҙ, тиер инем һәммәһенә лә.
– Бик ҙур эшкә тотонғанһығыҙ. Уны аҙағынаса алып барып еткереүҙә халыҡтан ярҙам тос булһын, аяҡ салмаһындар, стратегия беҙҙә өмөт уятһын ине, тип теләге килә.



Автор: А. Ишемғолова
Фото: Юлай Кәримов




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тыуған төйәк бер генә

23.04.2019 - Йәмғиәт Тыуған төйәк бер генә


Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!

Олатайым әйткәнен үтәрбеҙ!

Бәхетлемен һиндә,  Башҡортостан!

Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек!

Яҡташтар тип йән атыусы изге йән

Яҙғы ташҡын - 2019: һыу 85 меңдән ашыу кешегә зыян килтереүе ихтимал

Башҡортостанда «Сүп-сар реформаһы»: контейнерҙар етмәй, халыҡ түләүгә бәйле хәлгә төшөнә алмай

Уйым-йырым - Башҡортостан!

Нәшриәттең 100 йыллығын ҡаршылап...

Бөгөн – Халыҡ-ара урман көнө

Кеше эше менән матур

17.03.2019 - Йәмғиәт Кеше эше менән матур