RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Нәшриәттең 100 йыллығын ҡаршылап...

22.03.2019 Нәшриәттең 100 йыллығын ҡаршылап...

«Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, ыкөсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә. Шуның өсөн китап алғанда һаранлашмағыҙ. Китаптарҙан айырылмағыҙ», – тип яҙып ҡалдырған күренекле мәғрифәтсе, ғалим һәм әҙип Ризаитдин Фәхретдин. Ысынлап та, заман үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, китап кешенең төп рухи таянысы булып ҡала.

Бына нисәмә йылдар инде «Китап» нәшриәте әҙәбиәт һө­йөүселәрен һөйөндөрөп, ха­лыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә. Быйыл, йәғни 2019 йылдың октябрь айында, Зәйнәб Биишева исе­мендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙенең оло юбилейын – 100 йыллығын ҡаршы алырға йыйына. Бер быуатҡа яҡын ул халыҡтың рухи ҡиммәттәрен байыта, милли хазинаны арттыра.

Нәшриәттең башланғысы, тәү тамырҙары 1919 йылға барып тоташа. Тарихтан билдәле булыуынса, Башҡортостанда нәшриәт эшен тәү башлап Зәки Вәлиди ойоштора. Архив мәғлүмәт­тәренән, тарихсыларҙың хеҙ­мәттәренән күренеүенсә, би­­герәк тә тарих фәндәре докторы, профессор Роза Бука­нованың ғилми эҙләнеүҙәре нигеҙендә «Китап»тың тыуған көнө тип 1919 йылдың 16 октябре иҫәпләнә.

Башҡорт яҙыуы тарихында һәм әҙәби тел үҫешендә нәшриәт 1920 йылдарҙа мөһим роль уйнай. Тап ошо осорҙа уға нигеҙ һалыусы, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә күп көс түгеүсе яҙыусылар үҫеп сыға. Бигерәк тә Дауыт Юлтый, Булат Ишемғолов, Мәжит Ғафури, Ғөбәй Дәү­ләтшин, Афзал Таһиров, Имай Насыри, Төхвәт Йәнәбиҙәрҙең эшмәкәрлеге айырыуса ҙур була.

Нәшриәт – ул быуат менән быуатты тоташтырыусы, яҙыусы менән халыҡ араһында бәй­ләнеш булдырыусы изге тылсым йорто. Кеше аҡылы тыуҙырған оло мөғжизәләрҙең береһе – китап ярала бында. Ҡаҙа­ныштары ҙур уның: олпат юбилейын ҡаршыларға йыйылған көндәрҙә арымай-талмай ха­лыҡтың рухи ҡиммәттәрен байыта, милли хазинаны арттыра.

Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов етәкләгән Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Ки­тап» нәшриәте Рәсәй Федерацияһында абруйлы ойошмаларҙың береһе һанала. Рәсәй китап нәшерҙәре ассоциацияһы (АСКИ) әҙерләгән мәғлүмәттәр буйынса, ул илебеҙҙең иң яҡшы 100 нәшриәт иҫәбенә инә, ә милли нәшриәттәр араһында – алдынғылар рәтендә.

Шулай уҡ «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы лауреаты, уның продукцияһы Ашхабад, Мәскәү, Ырымбур, Силәбе, Санкт-Петербург, Һамар, Ҡазан, Магнитогорск, Троицк, Рязань ҡалаларында үткән йәрминкәләрҙә юғары баһаланды. «Уҡыу донъяһы», «Ҡыҙыл майҙан», «Китап – хеҙмәттәшлек һәм үҫеш юлы» махсуслашҡан Төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара күргәҙ­мәләрендә бик күп тапҡыр дипломдар менән бүләкләнде.

«Китап»та донъя күргән айырым баҫмалар дәрәжәле кон­курстарҙа йыш еңеп сыға. Мәҫәлән, Сергей Аксаковтың «Аленький цветочек» («Ал сәс­кә»), Эльза Миһранованың «Башкиры. Традиционная система питания: историко-этнографическое исследование» («Башҡорт­тар. Туҡланыуҙың традицион системаһы: тарихи-этнографик эҙләнеү»), «Манас. Героический эпос кыргызов» («Манас. Ҡыр­ғыҙҙарҙың героик эпосы»), С. Шитова менән Г. Данукалованың «Уфа историческая», кн. 1 «Искусство архитектурного декора» и кн. 2 «Деревянное зодчество» («Тарихи Өфө. Архитектур биҙәү сәнғәте», «Тарихи Өфө. Ағастан һырлап төҙөү сәнғәте»), Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», Азат Ярмуллиндың «У истоков Башкирской республики» («Баш­ҡортостан республикаһы башында») баҫмалары Рәсәй китап нәшерҙәре ассоциацияһының Маҡтау грамотаһы, дипломдар, сертификаттар менән бил­дәләнде.

Республикабыҙҙа берҙән-бер дәүләт нәшриәтендә башҡорт, рус, татар, инглиз телдәрендә ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр йөкмәткеле баҫмалар, нәфис әҙәбиәт, дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары, һүҙлектәр һәм белешмәләр, календарҙар, электрон китаптар һәм башҡа төрлө баҫма продукция сығарыла.

Нәшриәттә «Ҡәрҙәшлек кәш­тәһе», «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы», «Башҡортостандың халыҡ шағиры», «Башҡорт про­заһы китапханаһы», «Мәктәп китапханаһы», «Арҙаҡлы шәхес­тәр тормошо», «Йәштәр тауышы» кеүек төрлө әҙәби сериялағы китаптарҙы баҫтырыу ойош­торолған.

Илебеҙҙең һәм республика­быҙҙың иҫтәлекле тарихи ваҡиғаларын сағылдырған «Они вернулись с Победой» («Улар Еңеү менән ҡайтты»), «Память» («Хәтер»), «Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан» («Баш­ҡортостан Республикаһы сәйәси ҡорбандарының хәтер Китабы»), «Герои тыла» («Тыл геройҙары»), «И Париж видали мы…» («Парижды ла күрҙек беҙ...»), Марсель Ҡотлоғәлләмовтың «Па­­мять – навсегда» («Хәтер – мәңгелек») кеүек күп томлы китаптар һәм баҫма продукциялар сығарыуҙы ла тормошҡа ашыра.

Әйтергә кәрәк, күренекле яҙыусыларҙың, билдәле ша­ғирҙарҙың тыуыуына һәм Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы, нәшриәттә бер-бер артлы яңы китаптар донъя күрә. Яҙыусы-фронтовиктар, билдәле башҡорт прозаигы, шағирҙары Ибраһим Ғиззәтуллиндың («Үл­гәндән һуң утыҙ йыл»), Яҡуп Ҡолмойҙоң («Һайланма әҫәр­ҙәр»), Назар Нәжмиҙең («Һай­ланма әҫәрҙәр») тыуыуҙарына 100 йыл тулыуға арналған китаптары сыҡты. Нәшриәтенең фирма магазины кәштәһе рес­публикабыҙҙың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған нәфис, фәнни-популяр төрҙәге яңы китаптар менән тулылана бара. Бына улар: «Образование Башкирской республики» («Башҡортостан республикаһы төҙөлөшө» – төҙөүсе-авторы Н. Ишемғолов), «Башҡорттар: тарихи-этнографик очерктар» («Башкиры: историко-этнографический очерк» – төҙөүсе-авторы С. Руденко), «Рәсәйҙең төп халыҡтары. Башҡорттар» («Коренные народы России. Башкиры» – төҙөүсе-авторҙары Р. Йәнғужин, Ф. Хисамитдинова), «Башҡортостан республикаһы башында» («У истоков Башкирской республики» – автор-составитель А. Ярмуллин), «Шаҡай бураны» (авторы Ғәлим Хисамов), «Башҡортостандың әҙәби музейҙары» (автор-төҙөүсеһе Ф. Янышев). Тиҙҙән Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған һәм уның ижад өлгөләре тупланған «Һайланма әҫәрҙәр»ҙең X томы ла донъя күреп, әҙәбиәт яратыу­сыларын һөйөндөрөргә ашыға.
Нәшриәт китаптарҙың ҡағыҙ форматынан тыш электрон форматта сығарыуҙы күптән яйға һалған.

Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, мәғрифәтен үҫте­реүҙә, рухи байлығыбыҙҙы йәш быуынға еткереүҙә нәшриәттең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул бөгөнгө көндә лә халыҡ менән бергә тығыҙ йәшәргә, йыш аралашырға, халыҡ менән һәр саҡ бергә булырға тырыша,
Республикабыҙҙың һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы, «100 йыллыҡҡа – 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы барышында беҙҙең хеҙмәткәрҙәр һуңғы ике айҙа ғына (йыл башынан) бик күп район, ҡалала һәм ауылдарҙа, Рәсәйҙең төрлө төбәгендә булырға өлгөрҙө. Китаптарҙы рес­публиканың иң алыҫ мөйөш­тәренә тиклем алып барып еткереү, милли әҙәбиәтте пропагандалау һәм китап уҡыуға иғтибарҙы йәлеп итеү маҡса­тында уҙғарылған китап һатыу-күргәҙмәләрен халыҡ көтөп ала, күңелдәренә ятҡан, рухиәтен үҫтергәндәренә заказдар бирә.

«Китап»та донъя күргән китаптарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел: улар, Башҡортос­таныбыҙҙың вәкәләтле илсеһе, уның визит карточкаһы булып, илебеҙҙең төрлө төбәгенә, Ер шарының бөтә ҡитғаһына тарала.

100 йыллыҡ тарихы дауамында нәшриәттә күп маһир нәшерсе – үҙ эшенең оҫталары хеҙмәт һала. Уларҙың күҙ нурҙары, зиһен көсөргәнеше, тырышлығы баҫма хәрефтәр булып, китап юлдарына теҙелеп донъяға сыға, халыҡҡа аң-белем, мәғрифәт тарата, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәй.

Нәшер эшенең сәңгелдәктәге мәлдәре, тәүге бишйыллыҡтар, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, илде аяҡҡа баҫтырыу, торғонлоҡ һәм үҙгәртеп ҡороу, XXI быуат – нәшриәт тарихында һәр осорҙоң үҙ хеҙмәт алдынғылары була. Әммә, ҡайһы осорҙа ғына эшләмәһен, ысын нәшер­се­ләрҙең бөтәһен дә уртаҡ сифат берләштерә. Улар һүҙҙең хакимы ла, ҡоло ла булып, яҡшыраҡ китап сығарыу дәрте менән яна. Һәм, тынмаған тере шишмәләй, тулҡын-тулҡын булып киләләр китап сығарыу тигән оло абруйлы бурысты атҡарыуға. Исемдәре халыҡ хәтерендә, китап биттәрендә уйылып ҡалған: Әхмәтзәки Вәлиди, Исхаҡ Рәхмәтуллин, Дауыт Юлтый, Фәйзи Жданов, Булат Ишемғол, Зәйнәб биишева, Ғиндулла Ғөзәйеров, Ғата Алмаев, Лотфи Ғадилов, Әхмәт Насиров, Нурислам Нуретдинов, Хәлисә Ғәлиева, Галина Осташевская, Раил Байбулатов, Сәүиә Мөхтәруллина... Һәм башҡалар, һәм башҡалар. Нәшриәттә төрлө осорҙа эшләгән һәр хеҙмәткәр маҡтау һүҙҙәренә, мәҙхиә йырлауға, ололауға лайыҡ.

Китап – халыҡты халыҡ итеп тотҡан, уны алға әйҙәгән ҡорал. Заман үҙгәрә килә, ҡорал да үҙ формаһын үҙгәртергә мөмкин, әммә йөкмәткеһе үҙгәрмәй. Ул һәр ваҡыт бер маҡсатҡа – телде, рухи байлыҡты һаҡлауға хеҙмәт итә. Киләсәктә лә ошо бурысына тоғро ҡалһын.



Автор: Р. СОЛТАҠАЕВА-НИҒМӘТУЛЛИНА
Фото: Юлай Кәримов




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!

Олатайым әйткәнен үтәрбеҙ!

Бәхетлемен һиндә,  Башҡортостан!

Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек!

Яҡташтар тип йән атыусы изге йән

Яҙғы ташҡын - 2019: һыу 85 меңдән ашыу кешегә зыян килтереүе ихтимал

Башҡортостанда «Сүп-сар реформаһы»: контейнерҙар етмәй, халыҡ түләүгә бәйле хәлгә төшөнә алмай

«Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» – беҙҙең  уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән документ

Уйым-йырым - Башҡортостан!

Бөгөн – Халыҡ-ара урман көнө

Кеше эше менән матур

17.03.2019 - Йәмғиәт Кеше эше менән матур


Асылыбыҙ – тыуған ерҙә, туған телдә