RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тормоштоң ҡәҙерен беләйек, йәшәү йәмен күрәйек!

05.03.2019 Тормоштоң ҡәҙерен беләйек, йәшәү йәмен күрәйек!

Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Хәҙерге заманда йәштәр араһында төрлө проблемалар бик күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, суицид та уларҙың береһе булып һанала. Бигерәк тә йәш быуын араһында үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары йышайғандан-йышая...

Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр йәшәп тә өлгөрмәйенсә үҙ теләге менән яҡты донъя­ны ҡалдырып китергә хәл итә? Был аҙымға уларҙы нимә этәрә? Статистика мәғлүмәттәре буйынса, тәү сиратта шәхси проблемалар ҙур роль уйнай икән. Шулай уҡ ғаилә, ата-әсә менән низағтар, мәктәптәге күңелһеҙ хәлдәр, тиҫтерҙәр менән уртаҡ тел таба алмау ҙа үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға сәбәп бирә. Үҙеңде яңғыҙ, бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тойоу ҙа был аҙымға килтерә. Насар ғәҙәттәр менән дуҫлашыуҙың да аҙағы үтә күңелһеҙ бөтөргә мөмкин. Сәбәптәр бихисап һәм һәр кем өсөн улар төрлөсә.

Әҙәм балаһы ни өсөн донъяға килә? Нимә ул йәшәү һәм уның мәғәнәһе? Тормоштоң ҡәҙерен аңлайбыҙмы әллә үҙебеҙҙе донъяға мәңгелеккә килгән кеүек күрәбеҙме? Бындай һорауҙарға аныҡ ҡына яуап табыуы ҡыйын. Һәр кем ғүмерҙе үҙенсә күрә, аңлай. Ул кешегә тик бер тапҡыр ғына бирелә һәм һәр кем уны лайыҡлы итеп йәшәргә бурыслы. Күптән түгел бер хәл булды һәм унан үҙем өсөн ҙур һығымта яһаным. Был хаҡта һеҙгә лә бәйән итмәксемен.

Дауаханала УЗИ үткән саҡта табиптар бөйөрөмдә шеш барлығы тураһында хәбәр итте. Бар донъям ҡараңғыланып ҡалғандай тойолдо. Бындай хәбәрҙе ишетермен тип бөтөнләй уйламай инем. Тик бәлә ағас башынан түгел, ә кеше башынан йөрөй шул. Хәҙер инде һаулығымдан башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй кеүек тойолдо. Дауахана юлын йыш тапаным, булмышымды ҡайғырыу-көйәләнеү биләп алды.
Компьютер томографияһы ла үтергә тура килде. Хатта бер бөйөрҙө алып ташлау тураһында ла әйттеләр. Бер аҙҙан миңә Өфөгә, онкологҡа йүнәлтмә яҙҙылар. Бер нисә УЗИ кабинетында булып тикшерелгәс, бөйөрҙәрем менән барыһы ла һәйбәт икәне асыҡланды. Яман шеш түгел, ә бер бөйөрҙөң, икенсеһенә ҡарағанда, баш­ҡасараҡ урынлашыуы асыҡланды. Эй шатланыуҙарым! Хоҙайыма мең шөкөр ҡылып, белгән доғаларымды ҡат-ҡат уҡыным. Барыһы ла шулай яҡшы тамамланды.

Ошонан һуң уйға ҡалдым. Һаулыҡ шәп саҡта ғына донъя түңәрәк, күңел тыныс икән. «Ауырыу хәлен һау белмәҫ» тигән һүҙҙәрҙең асылын дауаханала ғына аңланым. Бөгөн ышаныслы баҫып атлап йөрөһәк тә, иртәгә ни булырын белеп булмай.

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ. Уны бер нәмәгә лә алмаштырып, бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай. Ниндәйҙер ауырыуҙар арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлгәндә, бигерәк тә аяныслы. Һиңә бер нисә көн ваҡыт ҡына йәшәргә ҡалғанлығы хаҡында хәбәр ишеткәндәрҙең йөрәге нисек түҙәлер? Гөрләтеп йәшәргә лә йәшәргә бит, әммә ҡайһы бер сирҙәргә һаман да дауа юҡ. Кемдәрҙер һуңғы көндәрен дауахананың аҡ диуарҙарына ҡарап үткәргәндә, нисек, һап-һау була тороп, үҙеңде үҙең юҡҡа сығармаҡ кәрәк?!

Тормошта төрлө ваҡыт була. Аҡ һыҙаттар ҙа осрай, ҡаралары ла. Күк йөҙөндә лә бит һәр саҡ ҡояш ҡына йылмайып тормай, ҡара болоттар күренеп, ямғырҙар ҙа яуып ала. Тик һуңынан барыбер яҡты ҡояш сыға, сағыу төҫлө матур йәйғор ҡалҡа. Тимәк, төшөнкөлөккә бирелгән саҡтар ваҡытлыса ғына. Был донъянан үҙ теләгең менән китергә уйлаған осраҡта ла, тәү сиратта тынысланырға, һалҡын аҡыл менән эш итергә кәрәк. Ҡыҙыу, асыуланған мәлдәрҙә аяныслы эштәр ҡылып ташларға мөмкин.

Атай-әсәйегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы бер аҙға ғына күҙ алдына килтерегеҙ. Яҡты донъя менән хушлашыуығыҙҙы белгәс, улар нимә кисерер? Көндәре-төндәре күҙ йәштәренә быуылып, нисек үтер? «Уның балаһы үҙ-үҙенә ҡул һалған» тигән һүҙҙәрҙе күтәреүе бик ауырға төшәсәге хаҡында ла уйлағыҙ. Һеҙ китерһегеҙ, ә яҡындарығыҙ артабан ҡайғы менән йәшәйәсәк. Бәлки, ғүмерегеҙҙе үҙ ҡулығыҙ менән ҡыйған мәлдә һеҙ барыһын да аңларһығыҙ, тауҙай күренгән проблемаларығыҙ ябай ғына мәсьәләләр икәнен дә асыҡларһығыҙ, ләкин һуң булыр. Ниҙер ҡылыр алдынан ныҡлап уйларға кәрәк. Төҙәтә алмаҫлыҡ хата эшләү өсөн бик аҙ ғына ваҡыт етә.

Яныбыҙҙағы туған-дуҫтарға ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк. Үҙен тотошо ғәҙәттәгенән айырылып торһа, үҙенә йомолоп ҡалғандай булһа, бөтә нәмәгә лә барыбер кеүек ҡараһа, бик ныҡ бойоғоп, күңелһеҙ йөрөүе – бәләгә ишара! Яҡынығыҙҙың хәле, эштәре хаҡында һорашырға, кәрәк саҡта кәңәшегеҙҙе лә бирергә онотмағыҙ!

Ғүмер беҙгә бик оҙон булып күренһә лә, ысынбарлыҡта уның үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Һәр кешенең үҙ яҙмышы, тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Беҙ был донъяла тик ҡунаҡ ҡына. Ергә мәңгелеккә килгән кеүек йәшәмәһәк ине!

Кеше донъяға килгәс, артынан яҡты эҙ ҡалдырырға, үкенмәҫлек итеп йәшәргә тейеш. Беҙҙең хәҙер иң матур, бәхетле сағыбыҙ. Илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙ тип янырға, файҙалы, изге эштәр ҡылырға ашығайыҡ! Бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ! Атҡан таңдарға, яуған ҡарҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, яҡындарыбыҙҙың игелеген күреп, бәхетле булып йәшәйек! Ғүмер бер генә!



Автор: Н. КҮСӘРБАЕВА
Фото: pixabay.com





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Кеше эше менән матур

17.03.2019 - Йәмғиәт Кеше эше менән матур


Асылыбыҙ – тыуған ерҙә, туған телдә

Рәсүл Сәғитовты юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Подъездар ремонтына бәйле 17 һорауға яуап

В Башкирии возбуждено еще одно уголовное дело по факту незаконной добычи камня-плитняка

Йәшел ҡалҡанды һаҡлайыҡ!

12.03.2019 - Йәмғиәт Йәшел ҡалҡанды һаҡлайыҡ!


Телевидение: кадр артында ниҙәр бар?

Башҡорт ҡыҙы Шанхайҙа

09.03.2019 - Йәмғиәт Башҡорт ҡыҙы Шанхайҙа


Радий Хабиров поздравил женщин с Международным женским днем

Сәнғәт оҫталары Мәскәүҙе таң ҡалдырҙы

Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

Встреча Радия Хабирова и гендиректора УГМК Андрея Козицина с жителями Сибая: главное