RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡолас йәйеп ҡаршы ала Билал...

25.02.2019 Ҡолас йәйеп ҡаршы ала Билал...

Республиканың иң әүҙем һәм талантҡа бай районы Баймаҡ булһа, был төбәктең иң матур һәм иң эшлекле ауылы Билал булыр. Һәр хәлдә, интернет селтәрендәге яңылыҡтар теҙмәһенә күҙ һалһаң, бының дөрөҫлөгөнә ышанырға була. “Нисек йәшәйһең, йәш ғаилә?”, “Сәскәле йорт – ауыл биҙәге”, “Милләт сәңгелдәге янында ҡатын-ҡыҙ тора”, “Китап бүләк ит” – был исемлек ауылда үткән акцияларҙың бәләкәй генә өлөшө, ә район кимәлендәге барлыҡ сарала ла билалдар тәүгеләрҙән булып ҡатнаша. Ә инде китапханасы Райхана Булатованың “Һаҡмар”, “Атайсал”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” һәм беҙҙең гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләрен уҡыһаң, ауылда тик матур ғаиләләр, уңғандар һәм тәүәккәл кешеләр генә йәшәй тип уйларға була. Бер ауылға шул тиклем ғәҙәттәр хасмы икән ни, тип аптырауымды еңә алманым – рубриканың сираттағы сығарылышын һылтау итеп, тәгәрмәсле атҡа ултырып, Билал тарафтарына юлландыҡ.



Иман йорто – ауыл ҡото

Аллаһы Тәғәләнең ризалығында йәшәү – иң ҙур бәхет. Ауыл мәсеттәрендә, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыш осратабыҙ. Ә Билал ауылында намаҙға баҫҡан ир-егеттәрҙең күплеге шатландырҙы.
– Нимәһе ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа йәштәр дингә күберәк ылыға. Уларҙа донъя көтөү теләге лә көслө, ә ундайҙар эскелеккә ҡарата битараф. 20 – 25 йыл элекке менән сағыштырғанда, ауылда “йәшел йылан” менән дуҫлашыусылар һаны күпкә кәмене. Мәсет асылған йылдарҙа беҙҙә лә башлыса ҡатын-ҡыҙҙар ғына йөрөнө. Магнитогорск ҡалаһынан күсеп ҡайтҡан Ғәзиз ағай Боҫҡонов йөрөй башлағас, уға мин дә эйәрҙем. Яйлап башҡа ир-егеттәр ҙә мәсеткә ылыҡты. Хәҙер инде даими йөрөүселәр һаны ике тиҫтәнән аша, ә вахта ысулы менән эшләүселәр ҡайтҡан осорҙа тағы ла күберәк була, – ти имам-хатип Рәдиф Шаһыбалов.



2001 йылда совхоз йорто мәсет өсөн бирелгәс, ауыл халҡы ҙур ярҙам күрһәтә. Аҡса, төҙөлөш материалдары биреүселәр ҙә, эш­селәрҙе ашатырға мал һуйыусылар ҙа була. Күптәр төҙөлөш эшен үҙҙәре башҡарырға теләк белдерә. Күмәк көс менән реконструкция үткән бина бөгөн ауылға йәм бирә, халыҡҡа иман тарата. Ә иң абруйлы, матур тормош көткән ир-уҙамандарҙан мәсеттә ҡор эшләй. Улар ауылдаштарын айыҡ тормошҡа, тәртипкә һәм тәрбиәлеккә әйҙәй. Эскелеккә ҡаршы көрәште ауыл советы депутаттар менән бергә алып бара. Халыҡ дружинаһы ла эшләй. Көмөшкә, ялған араҡы һатыусылар йылдан-йыл кәмей бара. Әммә ҡорҙоң маҡсаты – эскелекте тамырынан ҡоротоу.
Айыҡ тормошта, Аллаһы Тәғә­ләнең ҡушҡандарын үтәп йәшәүҙең матур күренеш икәнен ҡор ағзаларының тормошонан да күреп була. Рәдиф Әбүзәр улы – шиномонтажда, Рәмил Аманов пилорамала эшләй. Раян Юнысов күпләп мал аҫрай, ауыл советы депутаты, Зәйнетдин Хөсәйеновты ауылдаштары староста итеп һайлаған. Ә Илдар Күсәрбаев тимерлегендә ауыл хужалығы өсөн кәрәкле кун, бесән ырғытҡыс кеүек техника әҙерләй. Унда, үҙенән тыш, унлап ир-егеткә эш урыны булдырылған. Ә эшкә килеүселәргә төп шарт – яман ғәҙәттәрҙән азат булыу. Илдар Булат улы шулай уҡ ауылдың янғын машинаһын ҡарай. Боҙолһа, запас частарҙы үҙ аҡсаһына һатып ала, техник күҙәтеү һәм страховка иғәнәһен дә үҙе түләй. Ауыл советы һәм билалдар бензин өсөн генә аҡса бирә. Егеттәрҙең барыһы ла ғаилә ҡороп, матур тормош көтә.
– Һәр намаҙ һайын илебеҙгә – тыныслыҡ, донъяға именлек теләйбеҙ. Кешеләр иманға ҡайтһын, буйҙаҡ егеттәр өйләнеп, матур тормош көтһөн, башҡорттар артһын, тигән изге теләк менән йәшәйбеҙ, – ти Билал ауылы уҙамандары.


Алға әйҙәй белем усағы



Ауыл киләсәге балалар һәм йәштәр икәнен һәр кем белә. Был йәһәттән билалдар бәхетле: йәш ғаиләләр бында күпләп төпләнә, балалар ҙа тыуып тора. Балалар баҡсаһында 28-әр баланан торған ике төркөм эшләй. Ә Билал урта дөйөм белем биреү мәктәбе база мәктәбе һанала. Унда 153 уҡыусы белем ала, барлығы 17 уҡытыусы эшләй. Барыһы ла юғары белемле, йәш белгестәр ҙә байтаҡ. Күгиҙел һәм Һәмән ауылының 72 уҡыусыһын ике мәктәп автобусы йөрөтә.
2018 йылда “Байыҡ” телевизион конкурсында рәхәтләндереп бе­йегән “Ынйы” ансамблен хәтер­ләйһегеҙме? Һәр турҙы уңышлы үтеп, улар финалда 2-се урын да яуланы. Бына шул талантлы ҡыҙҙар Билал мәктәбе уҡытыусылары ла инде. Етәкселәре Дилара Сәлимйән ҡыҙы Әхмәтова мәктәп китапханаһында эшләй. Талантлы ла, белемле лә, балалар күңеленә асҡыс таба белерҙәй оҫта педагог та был уҡытыусылар. Ә мәктәп ике йыл рәттән “Иң яҡшы уҡыу-тәжрибә участкаһы” исемлегенә инә, 2018 йылда район буйынса үткән “Зеленый наряд школы” конкурсында ла еңеү яулаған.
– Билал ауылында имен булмаған ғаиләләр һуңғы йылдарҙа юҡ. Шуныһы менән башҡаларға өлгө булырлыҡ. Балалар ҡараулы, тәрбиәле, уҡыуҙа ла һынатмайҙар. Мәктәптә бейеү түңәрәге һәйбәт эшләй, өс йәш төркөмөндә 60 бала шөғөлләнә. Малайҙар көрәш сек­цияһына күпләп йөрөй. Көрәшселәр ҙә, бейеүселәр ҙә район һәм республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай, – ти, ғорурланып, мәктәп директоры Фәнүр Фәрит улы Садиҡов.




1981 йылда төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, мәктәп бинаһы ауылға йәм биреп ултыра. Бер нисә йыл элек спорт залына капиталь ремонт үткәрелгән. 2017 йылда урындағы башлан­ғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, мәктәптең уҡыу бүлмәләренә пластик тәҙрәләр ҡуйылған. Хәҙер инде – коридор һәм ашхананыҡыларға сират. Был йәһәттән мәктәп коллективы һәм етәкселеге ауыл халҡына, шәхси эшҡыуарҙарға, Свердловск ҡала­һында йәшәүсе яҡташтары Лик Әнүәр улы Зәйнуллинға рәхмәтле.


Һаулыҡ һағында – 40 йыл



Мәктәптән сыҡҡас, яҡында ғына урынлашҡан иркен бинаға йүнәлдек. Ул заманында участка дауаханаһы булған, хәҙер бер яғында – ауыл хакимиәте, икенсеһендә фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан. Газ менән йылытылған ФАП иркен, йылы, һыу ҙа үткәрелгән. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн айырым бүлмә бар. Шулай ҙа капиталь ремонт кәрәклеге күҙгә ташлана: тәҙрәләр иҫке, стеналарҙа штукатурка ана ҡубам, бына ҡубам тип тора. Йыһаздар ҙа әллә ни яңы түгел. Иң мөһиме – дарыуҙар һәм медицина ҡорамалдары буйынса проблема юҡ.
40 йылға яҡын ғүмерен кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға арнаған фельдшер Хәмиҙә Уразбай ҡыҙы Зәйнуллина менән яҡындан танышабыҙ. Ул Хәйбулла районының Степной ауылында тыуып үҫә, Сибай медицина училищеһын тамамлағас, тыуған яғында хеҙмәт юлын башлай. Баймаҡ егете менән яҙмышын бәйләгәс, ире Рафиҡ ағайҙың уҡыуы буйынса Свердловск ҡалаһында, аҙаҡ Темәс ауылында йәшәйҙәр. 1990 йылда ғаилә Билалда төпләнә. Хәмиҙә апай хеҙмәттәше Роза Сәғитова менән бергә Билал һәм Һәмән ауылын хеҙмәтләндерә. Меңдән ашыу кешенең һаулығы улар ҡулында, тип әйтһәк, һис кенә лә арттырыу булмаҫ.



– Беҙҙә 30-ҙан ашыу инвалид иҫәптә тора. Йөрәк һәм үпкә ауырыуҙарының йыш осрауы, яман шештең йәшәреүе борсоуға һала. Һәр кешенең сәләмәтлеге күп осраҡта үҙенән тора. Һаулығына битараф булмағандар район дауаханаһында йыл аша диспансер күҙәтеүе үтә ала. Ауылға ла йыл һайын күсмә маммография, флюорография ҡорамалдары менән килеп, кешеләрҙе ҡабул итәләр. Темәс дауаханаһы терапевы менән педиатры ла ауылға даими килә. Өс йәшкә тиклемге 70-ләп баланы һәм түшәктә ятҡан өс ауырыуҙы йорттарына барып ҡарап торабыҙ, – ти һаулыҡ һағында тороусылар.



Егәрленең ҡулы етмештер ул!



Билал халҡы, эш урындары юҡ, тип бошоноп ултырмай: ауыл хужалығы менән көн күрә. Умартасылыҡ һәм малсылыҡ – киң таралған тармаҡ. Кемдер, һөтөн эшкәртеп, ҡала баҙар­ҙарында май, эремсек һәм башҡа ризыҡ һата. Силәбе өлкәһенең бер нисә комбинаты һөт йыйыу ҙа ойошторған, ә конкуренция булғас, аҡса ла ваҡытында түләнә, тауар хаҡы төшөүгә лә юл ҡуйылмай. Тик бына ит һатыу һәм тапшырыу урындары булмауы ғына бәкәлгә һуға. Баймаҡ ҡалаһындағы мал һуйыу цехына алып барыу өсөн сығым ҙур, етмәһә, баш-тояғы, тиреһе бирелмәй, справка өсөн биш мең һум түләргә лә кәрәк. Ә справка бирелмәһә, ит баҙарға индерелмәй. Шуға күрә, хаҡы арзан булыуға ҡарамаҫтан, күпселек мал тереләй алыусыларға тапшырыла.
– Ауыл халҡы берҙәм, хакимиәт башлығы Илдар Шәһәрғәҙе улы Саптаров менән бер төптән булып, аңлашып йәшәйбеҙ, ул – беҙгә, беҙ уға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. 35 урында урамды яҡтыртыуға лампочкалар ҡуйылған. Ҡыш урамдар таҙартыла, йәй көнө экологик өмәләргә дәррәү сығабыҙ. Сүп-сар йыйыу яйға һалынып килә, бөтә санитар ҡағиҙәләргә ярашлы итеп үлгән малды күмеү урыны эшләнде. Билалда 600 баш һыйыр малы иҫәпләнә, бынан тыш, йылҡы, күпләп ваҡ мал һәм ҡош-ҡорт аҫраусылар байтаҡ, – тип ауылдың хәл-торошо менән таныштырҙы староста Зәйнетдин Хөсәйенов.

Мал аҫрау тип әйтеүе генә рәхәт, әлбиттә. Мәшәҡәте лә, сығымы ла күп. Әммә ни өсөн, хаҡлы ялға сыҡҡан ололарҙың ҡулынан кил­гәндә, был эш менән йәштәр булышмай һуң? Был йәһәттән уларға өлгө итеп Билал ауылында йәшәүсе Кәримовтар ғаиләһен килтерер инем. 54 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе, дүрт балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына сығарыусы Сәлимә инәй менән Мансур олатайҙың теремеклегенә, уңғанлығына хайран ҡалырлыҡ. Йыл һайын 50 – 60 ҡаҙ аҫрап, уны эшкәртеүҙәре генә ни тора! Был эш менән улар 15 йыл тирәһе булыша. Бәпкәләр ҡулдан эшләнгән инкубаторҙа сығарыла. Элегерәк тауыҡ һәм өйрәк себештәрен һатҡандар, һуңғы йылдарҙа үҙҙәре өсөн генә сығаралар.
– Йомортҡа һалыу өсөн дүрт инә ҡаҙ алып ҡалына. Апрель айынан башлап биш мәртәбә бәпкә сығартып алабыҙ. Һәр төркөм йәй буйы айырым йөрөй, бер-береһен яҡын юллатмайҙар. Үҙҙәре баҫып сығармағас, инәләре лә яратмай. Шуға күрә үҙебеҙ көтәбеҙ, йылғаға йөрөтәбеҙ. Бәпкә сағында ауырыуҙар күп була, шуға күрә дарыу һәм витаминға аҡса йәлләргә ярамай. 4 – 5 айлыҡ булғас, һуя башларға ла мөмкин. Ни тиклем генә эре булмаһын, алдан һуйһаң, ите бик тәмле булмай. “Буш тауыҡтары”н хәтерләйһегеҙме, ни тәме, ни туҡлыҡлығы булмай торғайны? Иртә һуйылған ҡаҙҙар ҙа шулай, – ти Сәлимә инәй.




Ҡаҙ – ҡанатлы ҡош, үҫеүе генә бурыс, осоп та китәсәк. Үҙҙәренә ашарға алып ҡалғандан тыш, балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә, башҡа туғандарға күстәнәскә китә. Ә ҡалғаны һатыуға сыға. Ауылдаштары алдан заказ биреп ҡуя, таныш-тоноштары ла күпләп ала. Ә мамыҡ йыйып йөрөүселәр тура уларҙың йортона бара. Быйыл уның килограмын 350 һумдан һатҡандар. “Ҡаҙҙан күпме килем алаһығыҙ?” – тип һорауыма Мансур ағай: “Һанаған юҡ. Күп малға күп кәрәк. Тик беҙ эшһеҙ тора алмайбыҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт, ти беҙҙең халыҡ. Аҙмы-күпме файҙаһы бар, ә тик ултырһаң, уныһы ла булмай”, – тип яуапланы. Бәләкәй саҡтарында ейән-ейәнсәрҙәре йәй буйы бәпкә көтөшкән, бесән эшләшкән. Тик хәҙер улар ҙа белем алып, хеҙмәт юлдарын башлаған. Шулай ҙа йәй оҙоно бәпкә көтмәһәләр ҙә, отпускыларында бесән эшләшергә ҡайтып торалар. Сөнки 80-де ҡыуалаған инәй менән олатай һыйыр малы ла аҫрай. Айына ғына 15 мең һумлыҡ һөт тапшырып торалар. Ә унан тыш, күстәнәскә күпме май, эремсек, ҡорот эшләй улар!
Йәйҙәре эш менән үтһә, ҡышын улар ял итә: китапхананың иң әүҙем китап уҡыусылары, үҙҙәре йыл һайын 6 – 7 гәзит-журналға яҙылып тора. Мәҙәниәт йортондағы сараларҙан ситтә ҡалмайҙар. Ошондай уңғанлыҡҡа һоҡланмау мөмкинме һуң?!



Уңғанлыҡта пар килгән



Ә йәштәр ундай ғаиләләргә ҡарап ысынлап һоҡлана, өлгө ала. Билал ауылы үҙенең йәш ғаиләләре менән дә ғорурлана ала. Мәҫәлән, Азалия һәм Рәфис Ғәлиндар ауыл биҙәге, йәме булып тора. Уларҙың ғаилә ҡороуына ете йыл, байтаҡ ваҡыт дуҫлашып йөрөп, әрме хеҙмәте менән тоғролоҡҡа һыналып өйләнешкәндәр. Тәүге осорҙа йәш ғаилә Магнитогорск ҡалаһында йәшәһә лә, бер аҙҙан егеттең тыуған ауылына күсеп ҡайталар.




– Күптәр Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй ине, мин дә улар менән бергә сығып киттем. Бер нисә тапҡыр барып ҡайтҡас, ғаиләнән айырылып ситтә йөрөүҙең эш түгел икәнлеген аңланым. “Нисек донъя көтөрлөк аҡса эшләргә була икән?” – тип уйланып йөрөнөм, кешеләрҙән һораштым. Иретеп йәбештереүсе һөнәре миңә бала саҡтан ҡыҙыҡ ине, биҙәкле ҡапҡаларға һорау күп була, тигәс, ошо эште үҙләштерә башланым. Тәүгеһен атайымдарға эшләнем, артабан заказ йыйырға тотондом. Хәҙер мунса мейестәре лә эшләй алам. Буш ваҡытым булһа, тракторға ла ултырам. Ә заказдар күбәйеп китһә, ярҙамға бер туғандарымды саҡырам, – ти Рәфис.

Улар ғаиләлә биш малай үҫкән. Аталары Рәүфәт ағай бала саҡтан эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәткән, һөнәр биргән. Темәс ҡыҙы Азалияның да уңған килен тигән даны сыҡҡан. Иш янына ҡуш булһын тип, ул өйҙә һалма, бишбармаҡ ҡырҡып һата башлаған. Тәмле булғанын белеп алғас, ауылдаштары уға хәҙер күпләп заказ бирә. Иҫәп-хисап дәфтәренән күренеүенсә, ул көн һайын магазинға 3 – 4 кг һатыуға ҡуя. Ауылда даими үтеп торған йәрминкәләрҙә лә төрлө тәмлекәс, бәлешен һатыуға сығара.
Ғәлиндар ғаиләһе үткән йыл “әсәлек капиталы” һәм үҙҙәре йыйған аҡсаға өр-яңы йорт һала башлаған. Дүрт йәшлек Даниэль һәм ике йәш ярымлыҡ Арыҫлан исемле улдары үҫә.



Бейей генә теген энәләре



Билалда эш урындары проблемаһы юҡ. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар өсөн. Ике йыл элек Ленара Вахитованың “Колибри” тегеү цехы селтәренең филиалы асылған һәм ауылды 22 эш урыны менән тәьмин иткән. Цех урынлашҡан бинала ремонт үткәрелгән, йылы һәм яҡты. Беселгән әҙер өлгөләр килә. Уларҙан ҡиммәтле һәм заманса теген машиналарында күпләп салбар, фуфайка, махсус кейем, курткалар тегелә. 12 сәғәтлек эш көнө, эш сменаһы – ике эш көнөнә ике көн ял. Махсус белем мотлаҡ түгел, бөтөнләй тегә белмәгәндәр килеп, тиҙ арала өйрәнеп китә. Күләменә ҡарап, 15 эш көнөнә 9 – 18 мең һум эш хаҡы ваҡытында түләнә (оҙағыраҡ эшләп, тәжрибә туплаһаң, тиҙерәк тә тегелә бит). Эш хаҡы иҫәбенә арзан хаҡҡа кейем һатып алыу мөмкинлеге лә бар.



Ҡыҫҡаһы, Билал ауылында тормош гөрләй, йәшәү ҡайнай, тип әйтһәк, һис хаталаныу булмаҫ. Ундағы матур сараларҙы, уңған кешеләрҙе, эшләнгән эштәрҙе, өлгөлө ғаиләләрҙе яҙырға “Йәшлек” гәзитенең бер рубрикаһы ғына түгел, махсус сығарылышы ла етмәҫ ине. Шуға күрә беҙҙең юлдар ул тарафтарға тағы ла төшәсәк әле...



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: А. Ишназаров





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Кеше эше менән матур

17.03.2019 - Йәмғиәт Кеше эше менән матур


Асылыбыҙ – тыуған ерҙә, туған телдә

Рәсүл Сәғитовты юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Подъездар ремонтына бәйле 17 һорауға яуап

В Башкирии возбуждено еще одно уголовное дело по факту незаконной добычи камня-плитняка

Йәшел ҡалҡанды һаҡлайыҡ!

12.03.2019 - Йәмғиәт Йәшел ҡалҡанды һаҡлайыҡ!


Телевидение: кадр артында ниҙәр бар?

Башҡорт ҡыҙы Шанхайҙа

09.03.2019 - Йәмғиәт Башҡорт ҡыҙы Шанхайҙа


Радий Хабиров поздравил женщин с Международным женским днем

Сәнғәт оҫталары Мәскәүҙе таң ҡалдырҙы

Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

Тормоштоң ҡәҙерен беләйек, йәшәү йәмен күрәйек!