RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Яҡты ҡала – Лангепас

07.02.2019 Яҡты ҡала – Лангепас

йәки Тейендәр төбәгендә ойошторолған «Шоңҡар» ойошмаһы башҡорттарҙың башҡаларҙан кәм булмауын раҫлауға үҙ өлөшөн индерә

Ханты-Манси автономиялы округында милләттәштәребеҙҙе берләштергән башҡорт ойошмалары һәр ҡалала һәм эре ҡасабаларҙа эшләп килә. Лангепас ҡалаһы ла шул иҫәптә, хатта тәүгеләрҙән булып милли эште ойоштороусыларҙың береһе булып тора. Амур Ямалыев етәкселегендәге “Яҡташтар” башҡорт-татар берекмәһе 1996 йылда уҡ эш башлаһа, 2010 йылда унан айырылып, “Шоңҡар” исемле саф башҡорт ойошмаһы барлыҡҡа килә. Бөгөн милләттәштәребеҙ уны рәсми теркәтеү өсөн ҡала хакимиәтенә документтар әҙерләй.


Хант теленән тәржемә иткәндә, Лангепас “тейендәр төбәге” тигәнде аңлата. Ҡала архитекторҙары быны иҫәпкә алып, һәр парк һәм байтаҡ ойошма бинаһы янына тейен һындары ҡуйған. Ҡыш көнө ҡарҙан эшләнгән һындар ҙа йыш осрай. Бәләкәй ҡала бик күп милләт халҡын үҙенә һыйындырған. 18 төрлө халыҡтың айырым милли ойошмалары эшләп килә, тағы ла рәсми рәүештә туғыҙ йәмәғәт ойошмаһы теркәлгән. Ҡалала 43 мең кеше йәшәһә, шуның өс меңгә яҡыны – башҡорттар. илһөйәр яҡташтарыбыҙ бергә тупланып, сит тарафта ла милли рухты һүндермәй йәшәргә тырыша. “Шоңҡар”ҙы башҡа ойошмалар менән бер рәттән “Фортуна” балалар һәм йәштәр үҙәге (директоры Евгений Захаров) һыйын­­­­дырған. Уның, әлбиттә, үҙенең айырым эш планы бар, шулай ҙа башҡорттар йыйылып һөйләшеү, репетициялар яһау, документ эшен алып барыу мөмкинлеге булыуына һөйөнөп бөтә алмай. Ойошманың төп маҡсаттары – туған телде һаҡлау, илһөйәрлек рухын тәрбиәләү, милли үҙаңды үҫтереү һәм күп милләтле ҡала тормошонда башҡорт халҡының да төп урынды биләүен күрһәтеү. Был йәһәттән балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә хал­ҡыбыҙҙың йә­шәйешен, көнкүрешен сағылдырған “Башҡорт тирмәһе” күргәҙмәләре, милли биҙәктәр һәм орнаменттар, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте темаһына арналған – “Селтәр”, халыҡ ижады, фольклор һәм милли музыка ҡо­ралдары буйынса “Бәләкәй оркестр дуҫлығы” дәрестәре үтеп тора. “Әҙәби ҡунаҡхана”ла шағир­ҙар Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим ижадына арналған кисә­ләр ойошторолған. Халыҡтар дуҫлығы, Милли мәҙәниәт көн­дәре, Һабантуй кеүек ҡала һәм округ байрамдары ла, ғаилә­ләр, йыр-бейеү, шиғриәт конкурстары ла “Шоңҡар”һыҙ үтмәй. Ә “Лангепас халыҡтары – БЕРҘӘМ” спартакиа­даһында беҙҙең егет-ҡыҙҙар йыл һайын төрлө спорт төрө буйынса призлы урындар яулай.

Тәүге етәксе Амур Ямалыев (әйткәндәй, уның оло улы Олег Ямалыев Төмән ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетын етәкләй) хаҡлы ялға сыҡҡас, ойошма менән етәкселек итеү эшен Радик Ҡадировҡа тапшырған. Ул Лангепаста тыуып үҫһә лә, тамырҙары менән Мәләүез районынан. Нефть-техник университетын тамамлаған, әлеге ваҡытта ситтән тороп Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт акаде­мияһында белем ала. Ул бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында режиссер ҙа, урындағы телевидениела диктор ҙа булып эшләй. Үҙенең профессиональ оҫталығы менән Радик Ринат улы Ҡадиров ойошманы яңы бейек­лектәргә күтәреү өсөн ҙур көс һала. Ул ойошторған концерттарҙы халыҡ һәр ваҡыт көтөп ала. Яңы етәксе башланғысы менән ойошмала Йәштәр советы төҙөлгән. Унда 35 йәшкә тиклемге өс тиҫтәгә яҡын башҡорт тупланған. Башҡа йәштәрҙе лә “Шоңҡар”ға туплау өсөн быйыл танышыу кисәләре, башҡорт дискотекалары ойоштороу план­лаш­тырылған. Ситкә киткән буйҙаҡтар уларҙа үҙ милләтенән пар табып, башҡорт ғаиләләре, балалары артыр, тип ышанғы килә.



Лангепас ҡалаһындағы башҡорт ойошмаһының үҙенсәлеге – бында бик көслө театр коллективы тупланған. Йыл һайын тиерлек 15–30-лап үҙешмәкәр артист башҡорт телендә спектакль ҡуя. Һөнәре буйынса физика-математика уҡы­тыусыһы, оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында эшләүсе Амур Әхкәм улы Ямалыев хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Барлыҡ көс-дәртен ошо театрҙы ойоштороуға һалған. Быға тиклем Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Ибраһим Абдуллиндың “Бажалар”, Хәбибулла Ибраһимовтың “Баш­мағым”, Әнғәм Атнабаевтың “Иге­ҙәктәр” комедиялары сәхнә­­ләш­терелгән. Театр коллективы Ханты-Манси автономиялы округында үткән фестивалдәрҙә лә ҡатнашып тора. Быйыл улар, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштерәсәк. Был спектаклдә ҡаланың “Форс-Мажор” өлгөлө театр-студияһы ла ҡат­нашырға теләк белдергән. Ошо көндәрҙә репетициялар баш­лана. Тик тиҫтәләрсә кеше ҡатнашҡан спектаклдәр менән башҡа ҡалаларҙа йәшәүсе башҡорттар алдында сығыш яһау мөмкинлеге юҡ. Режиссер һөнәре Амур ағай өсөн сит түгел, сөнки башҡорт ойошмаһы үткәргән барлыҡ байрамға, концертҡа ул үҙе сценарийҙар яҙған, хәҙер ҙә ойоштороу эштәрендә ярҙам итә.

Театр коллективынан тыш, вокал-фольклор ансамбле эшләй, етәксеһе – төбәк конкурстарында призлы урындар яулаған Радик Ҡадиров. Бейеүселәр ҙә бар. Төрлө халыҡ бейеүҙәрен Юлиә Алтынбаева, Ләйсән Латипова һәм башҡалар профессиональ кимәлдә башҡара. Ҡурайсы Руслан Хөсәйенов, халыҡ йырҙарын башҡарыусы Алина Вәлишина, Айгөл Ҡадирова, Гөлсәсәк Кәлимуллина, һәр эштә әүҙем йөрөүсе Рима һәм Алмас Миндеғоловтар, Лилиә Ниғә­мәтуллина, Мәүлиҙә Хөсәйенова, Нәфисә Шәкирова, Илдар Имамов, Рузил Хәйбуллин, ойошманың бар­лыҡҡа килгән көнөнән алып бөгөнгә тиклем милләт өсөн яныусы ветерандар Зәки Хөсәйенов, Зөмәрә Латипова, Рәмзиә Ямалыева, Вәсимә Имамова, Земфира Минхәйерова, Нурсилә Латипова менән көслө “Шоңҡар”. Ойошманың һәр сығышы матур биҙәк: талантлы яҡташтар халҡыбыҙ ижадын Лангепас һәм Ханты-Манси автономиялы округы сәхнәләренә күтәреп, юғары кимәлдә башҡара. Шуға ла төбәк хакимиәте өр-яңы милли костюмдар тектереүгә тос өлөш индергән.

Сит тарафта йәшәүҙәренә ҡа­рамаҫтан, үҙ телен һәм илен онотмаҫҡа тырышып, берегеп, баш­ҡорт милләтенең барлығын, бөйөк­лөгөн күрһәтеп йәшәүсе яҡ­­­­таш­­­­­­­тарыбыҙға ҙур рәхмәт. Улар менән осрашҡандан һуң, күңелгә нур үрелә, дәрт арта. Шуға ла Лангепас ҡалаһы яҡтылыҡ өләшеүсе төбәк булып хәтергә уйылды.



Автор: Г.Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Сафланырмы һауаң,  Сибай?

15.02.2019 - Йәмғиәт Сафланырмы һауаң, Сибай?


Ил тарихы Һеҙҙе күптән яҙҙы Хәтеренә беҙҙең быуаттың...

Ашығамын

07.02.2019 - Йәмғиәт Ашығамын


Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!

05.02.2019 - Йәмғиәт Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!


Ижади эштәрегеҙҙе  көтөп ҡалабыҙ!

В Башкирии массово эвакуируют школы и больницы. Что происходит?

Мортаза Рәхимовҡа "Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы" исеме бирелде

Сибайҙа һауала зарарлы матдәләр дәүмәле кәмене

Общественники анализируют экологическую обстановку в Сибае

Каринэ Хәбирова «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында булды

Сибайҙың һауаһында нимә бар?

Смог в Сибае: что происходит, чем опасно и что делать? Главное