RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ғафури районында – ваҡытлыса яңы башлыҡ

Йәмғиәт Ғафури районында – ваҡытлыса яңы башлыҡ

28 августа Ғафури районы муниципаль район советы ултырышында район хакимиәте башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм хакимиәт башлығы бурыстарын ваҡытлыса йөкмәтеү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды.
Совет ҡарары менән район хакимиәте башлығы Әхәт Шаһиев, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вазифаһынан үҙ ирке менән бушатылды. Совет депутаттары район хакимиәте башлығы бурысын ваҡытлыса башҡарыуҙы Ващенко Анатолий Константиновичҡа йөкмәтте. Хакимиәт башлығы бурысын ул конкурс һөҙөмтәләре буйынса муниципаль район советы тарафынан кеше тәғәйенләнгәнгә тиклем башҡарасаҡ.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад