RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Балалар йылы һәм төҙөк автобустарҙа йөрөй

24.12.2018 Балалар йылы һәм төҙөк автобустарҙа йөрөй

2019 йылдың апрель айынан башлап балаларҙы йөрөтөү буйынса яңы закон үҙ көсөнә инәсәк. Яңы тәртипкә ярашлы, республиканың 100 мәктәп автобусы, иҫке булыу сәбәпле, ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табыласаҡ. Был хәлдән ҡотолоу өсөн йыл аҙағына тиклем муниципалитеттар автопаркын 217 яңы автобус менән тулыландырырға ҡарар ителде.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Әбйәлил районына сәфәрендә Күсем руднигы мәктәбе, уның автобусы менән танышҡайны. Водителе менән аралашҡанда, тыштан таҙа, ҡараулы техниканың, ысынында иһә ун йыл буйы файҙаланылыуы хаҡында мәғлүм булды. Көн дә тиерлек 100 километр ара үтеүсе иҫке автобусты етәксе тиҙ арала яңыртыу мәсьәләһен ҡуйҙы. Радий Фәрит улы һүҙендә торҙо — күп тә үтмәй республиканың ҡала һәм район мәктәптәренә 35 автобус һатып алынды. Яңы мәктәп транспортына Күсем руднигы уҡыусылары ла ифрат ҡыуанды. Әйткәндәй, бынан тыш, Әбйәлил районына тағы өс автобус — Асҡар ауылының Т. Күсимов исемендәге гимназияһына, Байым һәм Ташбулат мәктәптәренә оҙатылды.

«Балалар мәктәпкә, автобус юлда боҙолмаһа ярар ине, тип борсолоп түгел, ә тыныс, яҡшы шарттарҙа барып етергә тейеш, тип иҫәпләйем. Улар, юл сатында һыуыҡта һәм бысраҡта тороп ҡаласаҡбыҙ, тип ҡурҡмаһын. Был юҫыҡта эште дауам итәсәкбеҙ», — тигәйне Радий Фәрит улы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төбәк ҡаҙнаһынан мәктәп автобустарын һатып алыуға 242 миллион һум аҡса бүленде. Йыл аҙағына тиклем республиканың барлығы 32 белем биреү учреждениеларына автобус тапшырыу күҙаллана.



Автор: Л.Ғәлимйәнова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостанда сүп-сар реформаһы: нисек, ҡайҙа, ҡасан?

В режиме «Повышенная готовность»: от жителей Сибая продолжают поступать жалобы на воздух

Ысын тылсымсылар – беҙҙең арала!

Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

«Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

И.о. министра ЖКХ Башкирии проинспектировал работу регоператоров по сбору мусора

Яңы йыл менән!

01.01.2019 - Йәмғиәт Яңы йыл менән!


Хөрмәтле төркөмдәштәр!

31.12.2018 - Йәмғиәт Хөрмәтле төркөмдәштәр!


Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде

Афарин, Гөлнур! Хеҙмәттәшебеҙ - "Йыл журналисы!"

Ҡала һәм район дауаханаларына - 23 "ашығыс ярҙам" машинаһы!

Яңы граффити Бөйөк Рәмигә арналған