RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

14.12.2018 Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

2019 йылдан республикала бөтә йорт хайуандарына махсус тамға - бирка йәки электрон чип ҡуйыла башлаясаҡ. Уларҙың барыһы ла Теркәү һәм иҫәп буйынса берҙәм федераль мәғлүмәт системаһына индерелә. Был йорт хайуандарына төрлө сирҙәргә, тәү сиратта ҡотороҡҡа ҡаршы тейешле вакцина яһалғанмы, юҡмы икәнлеген күҙәтеп барыу өсөн кәрәк.

Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы — баш ветеринар Азат Йыһаншин белдереүенсә, быйыл эт-бесәйҙәрҙең ҡотороҡ менән сирләүенең 12 осрағы теркәлде. Ветеринарҙар хайуанға вакцина эшләнеү-эшләнмәүен белергә һәм вакцинациянан баш тартҡан осраҡта хужаларға уларҙың ҙур хәүеф менән янауы хаҡында шылтыратып иҫкәртергә тейеш. Һәр кем үҙенең хайуаны өсөн яуаплылыҡ тота. Вакцина бушлай яһала.

Республиканың баш ветеринары һүҙҙәренсә, шаршамбы һәм шәмбе көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем бесәйгә йәки эткә ҡотороҡҡа ҡаршы бушлай вакцина яһатырға мөмкин. Ветеринария хеҙмәте берәҙәк эттәрҙе лә контролгә ала. Өфөлә уларҙы тотоу менән «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» предприятиеһы шөғөлләнә. Йыл һайын эйәһеҙ хайуандарға ветеринарҙар йәки махсус автохужалыҡ хеҙмәткәрҙере эткә вакцина эшләнгәнме, юҡмы икәнлеген күрһен өсөн билдәле бер төҫтәге тамға ҡуйыу күҙаллана.

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы баһалауынса, пластмасса бирканың күмәртә хаҡы — 12-18 меңгә, электрон тамғаны йәки бер бирканы ҡуйыу 50-70 һумға төшә.



Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостанда сүп-сар реформаһы: нисек, ҡайҙа, ҡасан?

В режиме «Повышенная готовность»: от жителей Сибая продолжают поступать жалобы на воздух

Ысын тылсымсылар – беҙҙең арала!

Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

«Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

И.о. министра ЖКХ Башкирии проинспектировал работу регоператоров по сбору мусора

Яңы йыл менән!

01.01.2019 - Йәмғиәт Яңы йыл менән!


Хөрмәтле төркөмдәштәр!

31.12.2018 - Йәмғиәт Хөрмәтле төркөмдәштәр!


Балалар йылы һәм төҙөк автобустарҙа йөрөй

Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде

Афарин, Гөлнур! Хеҙмәттәшебеҙ - "Йыл журналисы!"

Ҡала һәм район дауаханаларына - 23 "ашығыс ярҙам" машинаһы!