RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

13.12.2018 Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Бер йыл элек баш ҡалабыҙ Өфөлә, “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы, Республика онкология диспансерының яңы корпусы төҙөлә башлағайны. Әле унда төҙөлөш эштәре дауам итә. Бер йылда бик күп эш башҡарылған, биҙәү, электр һәм йылытыу системаһын монтажлау кеүек эске эштәре генә ҡалған, тиергә мөмкин. “СУ – 10 фирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Тәбрик Ниғмәтуллин әйтеүенсә, уны билдәләнгән ваҡытынан алда файҙаланыуға тапышырырға йыйына.

Яңы онкодиспансер 240 урынлыҡ дауаханананы һәм сменаһына 450 кешене ҡабул итеүсе поликлиниканы үҙ эсенә ала. Йылдан-йыл республикабыҙҙа был ҡурҡыныс сир менән ауырыусыларҙың һаны арта барыуын һәм әлеге дауахананың күп кенә корпусының бынан тиҫтә йылдар элек төҙөлөүен иҫәпкә алғанда, яңы дауахана төҙөү – күптән өлгөргән мәсьәлә. Баш табиптың дауалау эштәре буйынса урыбаҫары Рөстәм Әйүпов әйтеүенсә, йыл һайын республикала яман шеш менән ауырыуҙың 17000 осрағы теркәлә. Әлеге ваҡытта Республика онкодиспансерында 80 меңдән ашыу ауырыу иҫәптә тора.

Әлбиттә, ауырыуҙарға уңайлы шарттар булдырыу менән бер рәттән, дауахананы заманса дауалау ҡорамалдары менән тәьмин итеү ҙә мөһим. Ошо көндәрҙә Република онкология диспансерына CyberPower Systems компанияһы һыутыҡыстарҙың туҡтауһыҙ эшләүен тәьмин итеүсе бер миллион һумлыҡ яңы ҡорамал бүләк итте. Улар донор ҡаны һаҡланыусы һыуытҡыстарҙы электр уты системаһындағы өҙөклөктәрҙән һаҡлаясаҡ. Клиника белгестәре фекеренсә, был улар өсөн бик тә кәрәкле һәм мөһим ҡорамал, сөнки тейешле температурала һаҡланған ҡан операцияларҙы уңышлы үткәрергә ярҙам итәсәк.

Донор ҡанын һаҡлау оҙайлығы – 35 тәүлек. Әммә был дөрөҫ шарттарҙа һаҡланған осраҡта ғына. Билдәле, улар һыуытҡыста һаҡлана. Әммә унда ла температураның һәр саҡ бер үк кимәлдә булыуы шарт, йәғни электр уты бер һүнеп бер тоҡанып торорға тейеш түгел.



Автор: С.Лотфуллина
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!

Олатайым әйткәнен үтәрбеҙ!

Бәхетлемен һиндә,  Башҡортостан!

Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек!

Яҡташтар тип йән атыусы изге йән

Яҙғы ташҡын - 2019: һыу 85 меңдән ашыу кешегә зыян килтереүе ихтимал

Башҡортостанда «Сүп-сар реформаһы»: контейнерҙар етмәй, халыҡ түләүгә бәйле хәлгә төшөнә алмай

«Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» – беҙҙең  уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән документ

Уйым-йырым - Башҡортостан!

Нәшриәттең 100 йыллығын ҡаршылап...

Бөгөн – Халыҡ-ара урман көнө

Кеше эше менән матур

17.03.2019 - Йәмғиәт Кеше эше менән матур