RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ирәмәлгә яҡлау буласаҡ

15.01.2011 Ирәмәлгә яҡлау буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәтенең 524-се ҡарары менән «Ирәмәл» тәбиғәт паркы» дәүләт бюджет учреждениеһы булдырылды һәм уның тураһындағы положение раҫланды.
Тәбиғәт паркы Башҡортостан Республикаһы ҡарамағына инә һәм Белорет, Учалы райондары ерҙәрендә урынлашҡан. Тәбиғәт паркы сиктәрендәге ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 50 мең гектар самаһы тәшкил итә.
Положениела билдәләнелеүенсә, тәбиғәт паркы коммерция ойошмаһы түгел. Ул – Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте һаҡлау, рекреацион һәм экология-мәғрифәтселек учреждениеһы. Уның биләмәһе һәм акваторияһы махсус экологик, тәбиғәтте һаҡлау, ғилми һәм эстетик ҡиммәткә эйә булған тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын үҙ эсенә ала.
Учреждениены тотоуға сығымдар «Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» маҡсатлы республика программаһына ярашлы финансланасаҡ.
Положениеға ярашлы, тәбиғәт паркына тәбиғәт комплекстарын, уникаль тәбиғәт участкаларын һәм объекттарын, уларҙағы күп төрлөлөктө, шулай уҡ тарихи-мәҙәни объекттарҙы һаҡлап ҡалыу бурыс­тары йөкмәтелә. Шулай уҡ ял (шул иҫәптән күмәк ял) өсөн шарттар булдырыу һәм рекреацион ресурс­тарҙы һаҡлап ҡалыу күҙаллана. Бөтә саралар тәбиғәтте һаҡлауҙың һөҙөмтәле алымдарын эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә, парк биләмәһен рекреацион файҙаланыу шарттарында экологик балансты һаҡлауға йүнәлтеләсәк.
Тәбиғәтте һаҡлау өсөн турист туҡталҡалары ойоштороу, палаткалар ҡуйыу, усаҡ яғыу, автомобилдәр ҡуйыу урындары, коммерция турҙары, спорт һәм ғилми экспедициялар үткәреү маршруттары парк дирекцияһы тарафынан билдәләнәсәк.
Уҡытыу-туристик, экскурсия һуҡмаҡтарын, трассаларын, маршруттарын (шул иҫәптән һыуҙа) файҙаланыу, билдәләнгән режимды мотлаҡ үтәп, учреждение менән төҙөлгән договорҙар нигеҙендә тормош­ҡа ашырыласаҡ.
ҡурсаулыҡ зонаһында сикләнгән ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы объекттарын реинтродукциялау рөхсәт ителә. Был эшмәкәрлек тәбиғәт объекттарының бөтөнлөгөн боҙмаҫҡа тейеш һәм үҫемлектәрҙең гербарий өлгөләрен, зоологик коллекцияларҙы сығарыу тыйыла.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә