RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әбйәлилдә – күл, урман, Учалыла «онотолған» төҙөлөш проблемалары бар

08.01.2011 Әбйәлилдә – күл, урман, Учалыла «онотолған» төҙөлөш проблемалары бар

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яңы йылдың тәүге көндәрендә Көньяҡ Урал райондарына эш сәфәре менән барҙы.
Әбйәлил районында ул, дөйөм алғанда, күргәндәре менән ҡәнәғәт ҡалған – иҫ киткес матур тәбиғәт, төҙөк ҡупшы йорттар, һәйбәт юлдар, халҡы ла ихлас, асыҡ, районда 90 процентҡа газ үткәрелгән. Тик унда эшкәртеү сәнәғәте насар үҫешкән, урман мәсьәләһе киҫкен (халыҡ уны бүлеүҙең ғәҙел булмауын билдәләй), эш урындары ла етеңкерәмәй – кешеләр күпләп Себер тарафтарына йөрөп эшләй. Был турала Президент үҙенең блогында ла яҙған.
Рәсми делегация «Яҡтыкүл» тау саңғыһы курортын, Аслай ауылы янындағы күлдең бәхәсле биләмәһен ҡараны. Әйткәндәй, ҡолдобай күлен халыҡҡа ҡайтарыуҙы хәл итергә кәрәклеге хаҡында ла һүҙ булды. Бер шарт менән, әлбиттә: был тирәне таҙа һәм ҡараулы тоторға тейештәр. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, Асҡар – Сибай юлын төҙөкләндерәһе, ҡаҙылма байлыҡтар мәсьә­ләһен хәл итәһе лә бар. Туризмды үҫтереү тураһында ла фекерҙәр әйтелде. Бәлки, киләсәктә Асҡар янындағы тау итәгендә дельтаплан үҙәге төҙөлөр, ә район үҙәгендә тхэквондо секцияһы эшләй башлар, тип күҙалланды.
Рөстәм Хәмитов Учалыла төҙөлөп ятҡан физкультура-һауыҡтырыу комплексында ла булды. 2006 йылда төҙөлөш башланһа ла, уға 10 миллион һум самаһы аҡса һалынһа ла, эш туҡталып ҡалған. Хәҙер был проблеманы тиҙ арала хәл итмәһәң, стеналарын һүтеп, яңынан төҙөй башлар­ға тура киләсәк. Объектты файҙаланыуға тапшырыу өсөн 52 миллион һум аҡса талап ителә.
ҡалала боҙ аренаһы ла бар. Ул декабрҙә өлөшләтә эшләй башлаған, тик халыҡҡа март башында ишектәрен асасаҡ. Президент бында бер генә етешһеҙлек күрҙе – душ кабиналары тар һәм уңайһыҙ.
Халыҡтың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең әйтеүенсә, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының техник торошо тормоштан ярты быуатҡа артта ҡалған. Рөстәм Хәмитов уны ҡарап, терапия-хирургия корпусының халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн айырыуса кәрәклеген әйтте.
Учалыла республика башлығын «Горняк» спорт клубы проблемалары менән дә, яңы төҫлө металл ҡаҙылдыҡтары урыны менән дә таныштыр­ҙылар, «Байрамғол» агрофирмаһында яңы йылдың тәүге биш көнөндә 40 быҙау тыуыуын да һөйөнсөләнеләр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә