RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ике Ситдыҡлы өй

11.05.2018 Ике Ситдыҡлы өй

Етмеш өс йыл элек тыуған илемә шатлыҡлы хәбәр килә. Ул – Еңеү көнө! Ә һуғыш тигән ҡот осҡос һүҙҙе беҙ ололар аша ишетеп кенә беләбеҙ. Әммә уның ниндәй ҡайғылар алып килеүе әле лә быуындан-быуынға еткерелеүсе төрлө хәтирәләр аша йәшәп килә. Хәтер тере, тарих мәңгелек!
Берәүҙәрҙең ғәзиз улын, балаларының атаһын, ирен ҡәһәрле һуғыш йотоуын ишетеп кенә белгәндәр бар. Ә беҙҙең затта, быуындан-быуынға күсеп, оло бер тарих һаҡланып килә. Ул өләсәйебеҙгә ҡағылышлы хәл булған. Шуны һеҙгә бәйән итергә теләйем.
Һуғыштың тәүге көндәрендә яуға киткән олатайыбыҙҙың һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Өс баланы атайһыҙ тәрбиәләүе ауыр буласағын күҙаллап, ата-әсәһе өләсәйебеҙҙе, димләп, үҙенән күпкә оло, һыңар күҙле егеткә бирә. Балалары ла «атай» тип әйтә алмай, уға «ағай» тип кенә өндәшә. Был хәлде кисерә алмаған өләсәйебеҙ ике ут араһында йәшәй. Бер йылдан тағы бер улы тыуа. Уға, иренең рөхсәтен алып, тәүге иренең исемен ҡуша. Тормош дауам итә. Ауыр йылдар барыбер үҙен һиҙҙертә. Балаларҙың ни кейеренә, ни ашарына етмәгәнлектән, Фәғилә өләсәйҙең икенсе ире ҡаҙаҡ далаларына эшкә китә. Ҡаҙаҡтарға ялланып көтөү көтә тигән хәбәре лә ишетелеп ҡалған тиҙәр. Тик ул да ошо китеүҙән ҡайтмай, яҙмышы билдәһеҙ була. Малайҙар яйлап буй еткерә, ҡул араһына инә башлай, тормош ауырлығын аңлап, әсәләренә ярҙам итә. Кескәй ҡустыларын да ҡарашалар, уны ҡурсып ҡына торалар. Сөнки ул малай яугир аталарының исемен йөрөтә бит!
Көндәрҙең береһендә уларҙың өйө янына машина килеп туҡтай. Унан һыңар аяҡлы ир килеп төшә. Машина ҡуҙғалып киткәс, малайҙар уны уратып ала.
– Ағай, кемдәргә килдегеҙ? Исемегеҙ кем?
– Ситдыҡ мин, улым! Һуғыштан ҡайтып киләм.
– Беҙҙең дә Ситдыҡ исемле ҡустыбыҙ бар, – ти ҙуры, йылмайып.
– Ә әсәйегеҙҙең исеме кем?
– Фәғилә...
– Һеҙ улдарымы?
– Эйе, ағай!
– Мин әсәйегеҙҙе беләм. Минең дә исемем Ситдыҡ. Мин һеҙҙең атайығыҙ булам бит! – тип һәр береһен ҡосағына алып һөйә, үҙенең күҙҙәренән субырлап йәш аға. – Их, ошо ҡәһәрле һуғышты! Ни эшләтте минең яҙмышымды? Шунда ғына ятып үлһәмсе!
Малайҙар аптырашып торған арала Ситдыҡ яйлап сатанлай-сатанлай ауыл осона атлай. Балалар йүгереп ҡайтып, ярыша-ярыша әсәләренә һөйләгәнсе, ул күҙҙән юғала. Ауылдаштары Фәғилә өләсәйебеҙҙең төнө буйы иренең исемен ҡысҡырып эҙләп йөрөүен дә күргән.
Ирҙе танып ҡалған бер иптәше Ситдыҡ олатайыбыҙҙы үҙенә алып ҡайта. Хәлде аңлатып бирәләр. Баҡтиһәң, олатай Украинала аяғына снаряд ярсығы тейеп яраланған була. «Шуға ла госпиталдә оҙаҡ яттым, һыңар аяҡ менән ҡайтырға ла ояла инем. Тик өс улымды һағыныу­ҙарым еңде, шуға ла түҙмәнем», – тип һөйләй ул ауылдаштарына.
Иртәгәһенә таң менән Фәғилә өләсәйем Ситдығының эҙенә төшә һәм улдары менән килеп, олатайымды алып ҡайтып китәләр. Бәләкәй Ситдыҡ та «атай» тип өҙөлөп тора. Бала бала инде, уның ни ғәйебе бар?! Бары тик ҡәһәрле һуғыш ҡына ғәйепле!
«Фәғиләмде лә ғәйепләмәйем. Ул бит үлем хәбәре килгәс кенә, улдарым хаҡына, уларҙы етем итмәҫ өсөн ризалашҡан ҡабат тормошҡа сығыр­ға...» – тип әйтер булған яугир олатайыбыҙ гел.
Тыныс тормошта оҙаҡ йылдар бәхетле, татыу йәшәй улар. «Ике Ситдыҡлы өй» тиһәң, бар ауыл белә, тип һөйләр булғандар ауылда. Шундай ауырлыҡтар күреп тә һынмаған олатайыбыҙҙың изге рухын һәр йыл һайын Еңеү көнөндә иҫкә алабыҙ. Ҡәберенә сәскәләр алып барабыҙ. Беҙҙең менән бергә үгәй улы – Ситдыҡ апамдың улының балалары ла ғорурланып иҫкә ала Ситдыҡ олатайымды! Олатайыбыҙ – ысын һалдат, ысын ил улы! Беҙҙең уны һәм илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған ҡаһармандарҙы оноторға һис хаҡыбыҙ юҡ!

Динара ШӘМСЕТДИНОВА,
Т. Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы.

Әбйәлил районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!


Кеше исемен  күтәреп йәшә,  замандаш!

Телебеҙ  яҡлауға мохтаж

04.05.2019 - Йәмғиәт Телебеҙ яҡлауға мохтаж


Һеҙ «цифр»ға тоташтығыҙмы?

Эргәһендә ҡурҡыныс булһа ла, матур

Тыуған төйәк бер генә

23.04.2019 - Йәмғиәт Тыуған төйәк бер генә


Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!