RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Лайыҡлы алмаш

23.01.2018 Лайыҡлы алмаш

Лайыҡлы алмаш
Нурислам һәм Асан Оләхмәтовтар, акция ойоштороп, Бөрйән районы үҙәгендә берәҙәк эт һәм бесәйҙәргә ярҙам итә

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе үҫмерҙәр Нурислам менән Асан һәм күрше ҡунаҡ ҡыҙы Айсель бер заман ҙур эшкә тотона: һәр үткенсегә мөлдөрәп ҡараған, ашамлыҡҡа өмөтләнеп, кеше артынан эйәргән берәҙәк эттәрҙе, подъезд ишеге төбөндә, келәт-һарайҙар араһында йомарланып ултырған ташландыҡ бесәйҙәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алалар. Бер кемгә лә кәрәкмәгән йорт хайуандарын ашатыу өсөн тәүҙә өйҙәренән аҙыҡ ташыйҙар. Ләкин үҙҙәренең йорто янында дүрт аяҡлылар өсөн булдырылған хәйриә “ашхана”һында туҡланыусылар һаны көндән-көн артҡас, башҡаларҙан ярҙам һорар­ға мәжбүр булалар. Берәҙәк эт һәм бесәй­ҙәргә ярҙам итеү акцияһы тураһында плакаттар төшөрөп, шулар менән халыҡ күп йөрөгән ерҙәргә сығып баҫалар.

– Аҡса йыйыр өсөн плакаттарҙы тотоп, урамдар буйлап та йөрөнөк, – тип һөйләне Нурислам менән Асан. – Тәүҙә уңайһыҙыраҡ ине, аҙаҡ өйрәндек, изге эш менән йөрөүебеҙ көс, ышаныс өҫтәне. Төнгөлөккә плакаттарҙы иғландар таҡтаһына элеп ҡалдыра торғайныҡ, аҫтына аҡса һалыр өсөн махсус кеҫәләр ҙә яһаныҡ. Кемдер аҡсаны урлар, тигән уй башыбыҙға ла инеп сыҡманы. Кешеләрҙең яҡшылығына ныҡ ышандыҡ. Бер кем дә плакат күтәреп йөрөүебеҙгә, акцияға ҡушылырға өндәүебеҙгә көлөп тә, шикләнеп тә ҡараманы. Киреһенсә, күптәр, ҡалай һәйбәт итәһегеҙ, тип маҡтап, рәхмәт әйтеп китте. Кемдәрҙер биш-ун һум­лыҡтар­ҙы һалһа, илле-йөҙ һум аҡсаларын да йәлләмәүселәр булды. Өс көндә мең һум аҡса йыйылды. Шул аҡса менән магазинға киттек. Кеҫә тулы аҡса, ә кәштәләрҙә төрлө-төрлө тәмлекәс күҙҙе ҡыҙҙырып теҙелгән... Тупланған аҡсаның кес­кәй өлөшөнә тырышлығыбыҙ, хеҙмәтебеҙ өсөн үҙебеҙгә чипсы алайыҡмы икән әллә, тип уйлашып, бер мәлгә туҡтап ҡалдыҡ. Берешәр генә ҡап алһаҡ, бер ни ҙә булмаясаҡ та инде, тибеҙ. Ә икенсе яҡтан, әгәр ҙә үҙебеҙгә сарыф итһәк, беҙгә ышанып аҡсаларын биргән кешеләрҙең күҙенә аҙаҡ нисек ҡарарбыҙ, ас йөрөгән хайуандарға тәғәйенләп йыйыл­ған аҡсаға алынған чипсылар тамаҡҡа тормаҫмы, тигән уйҙар ҙа башта ҡайнаша. Һәм беҙ намыҫыбыҙ аша атлап үтә алманыҡ – тинен дә үҙебеҙгә тотонмай, бар аҡсаға эт һәм бесәйҙәргә аҙыҡ һатып алдыҡ. Һуңынан Өфөгә уҡыр­ға киткәнсе берәҙәк хайуандар­ҙы ашатып йөрөнөк.
Йылмая-көлә, бер-береһен бүлдермәй генә акциялары хаҡында һөйләгән Нурислам менән Асан Оләхмәтовтар – үтә ҡыҙыҡ кешеләр ул. Яҡшы мәғәнәлә ҡыҙыҡтар. Һәр саҡ төрлө идея менән янған, үҙҙәрен теге йә был өлкәлә һынап ҡарарға атлыҡҡан, донъяға ихлас ғашиҡ үҫмерҙәр – нәфсе менән намыҫ тартышында таҙа намыҫлы булып ҡалыуҙы хуп күреүселәр – күңелгә яҡын, үҙ кешеләр. Нурислам Республика инженер лицей-интернатында унынсы синыфта уҡый. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән тырыш, әүҙем уҡыу­сы баянда уйнай, шиғырҙар яҙа, заманса бейеүҙәр менән мауыға, каратэ менән шөғөлләнә. Бынан тыш, YouTube видеохостинг компанияһында уның үҙ каналы бар: төрлө программа, йырҙа билдәле кешегә пародия төшөрә. Уға йыш ҡына байрамдарға, уйындар­ға, бәйгеләргә видеороликтар эшләп биреүен һорап мөрәжәғәт итәләр. Нурислам инәлтеп тормай, юҡ ваҡытын бар итеп, һәр үтенесте ҡәнәғәтләндерә, сөнки был эш үҙенә лә оҡшай.
– Үҙемдең сценарийым буйынса “Йәй еҫе” тип аталған фильм төшөргөм килә, әммә камерам булмағас, теләгем хыял булып ҡала бирә, – тип сере менән бүлеште Нурислам. – Кон­курстарҙа ҡатнашырға яратам. Мәҫәлән, былтыр “Бельские просторы” журналы уҙғарған ижади конкурста шиғырым менән беренсе урын яуланым, “Республи­камды данлайым” конкурсында ла призлы урын алдым. Һанай китһәң, грамота-дипломдарым бихисап. Иң һуңғы еңеүҙәрем иҫәбенә “Рәсәй капитандары” конкурсындағы уңышымды ла индерер инем. Ул бәйгелә лә алдынғылар сафына сығып, бизнес-лагерҙа ял итеү бәхете тейҙе. Беҙгә бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтыр­ғыс, файҙалы ял ойошторҙолар.
Ун өс йәшлек Асан да Өфөлә – Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика сәнғәт гимназияһы-интернатында уҡый. Бейеү, скульптура, ағасты һырлау буйынса түңәрәктәргә йөрөгән һәләтле үҫмерҙең “Умартасы-солоҡсо” һәм “Өкө” тигән эштәре “Талантлы кешеләр” халыҡ-ара ижади конкурсында ике йыл рәттән I дәрәжә дипломдарына лайыҡ була. Халыҡ-ара “Һин – гений!”, Бөтә Рәсәй “Яңы йыл символы” кон­курстарында ла ул беренселекте яулай.
– Миңә балсыҡтан мифик заттар­ҙы, хайуандарҙы әүәләү оҡшай, – ти Асан. – Шулай уҡ тағы ла бер яратҡан шөғөлөм бар – ҡорал уйлап сығарып яһау. Ҡул аҫтындағы ваҡ-төйәк әйберҙәр­ҙән дә ҡорал эшләп була. Ыласын менән һунар итергә хыялланам. Тәүҙә, ҙурайғас, шоңҡар алырға уйлағайным, әммә ул бик һирәк осраған ҡош, шуға ла сапсан һатып аласаҡмын. Йәй буйына төрлө сығанаҡтан ыласындар, уларҙы ҡулға эйәләштереү, тәрбиәләү, һунар итергә өйрәтеү тураһында уҡыным. Тиҙерәк үҫергә лә, хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ине!
Нурислам менән Асан киләсәктә ниндәй һөнәр һайларҙарын аныҡ ҡына әйтә алмай: шөғөлдәре, ынтылыштары, белгән һөнәр­ҙәре һәләк күп, һәм нимәгә тотон­һалар ҙа, булдыралар бит әле. Беҙҙең өсөн иһә уларҙың һәләтле, изге йөрәкле кеше булып үҫеүе мөһим. Шундай лайыҡлы алмаш үҫеүен белеү киләсәккә оло өмөттәр уята.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!


Кеше исемен  күтәреп йәшә,  замандаш!

Телебеҙ  яҡлауға мохтаж

04.05.2019 - Йәмғиәт Телебеҙ яҡлауға мохтаж


Һеҙ «цифр»ға тоташтығыҙмы?

Эргәһендә ҡурҡыныс булһа ла, матур

Тыуған төйәк бер генә

23.04.2019 - Йәмғиәт Тыуған төйәк бер генә


Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!