RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өфө егеттәренә Герой исеме бирелде

24.08.2010 Өфө егеттәренә Герой исеме бирелде

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 4 августағы ҡарары менән Төньяҡ Кавказ төбәгендә хәрби бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике Өфө егетенә Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен бирҙе. Эске эштәр министрлығының 29-сы махсус тәғәйенләнештәге (ОМОН) отрядынан майор Николай Злобин һәм бандиттарға ҡаршы көрәштә башын һалған лейтенант Павел Петрачков лайыҡ булды был исемгә.
2009 йылдың ноябрендә Өфөлә урынлашҡан хәрби бүлексәнең «Булат» спецназ отрядынан 200-гә яҡын хәрби Төньяҡ Кавказға сираттағы алты айлыҡ командировкаға оҙатыла. Тик, үкенескә күрә, бөтәһе лә тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта алмай. Махсус операцияла ҡатнашып, улар ун бишләп ҡораллы боевик менән осраша.
Операция менән етәкселек итеүсе майор Николай Злобин лейтенант Павел Петрачков төркөмөн ярҙамға ебәрә. Һалдаттар бандиттарҙы ояһынан ҡыуып сығарыуға ирешә. Төркөм командиры Петрачков, боевиктар­ҙың ут сәсеүсе нөктәһен баҫыу өсөн дошмандарына граната ырғытырлыҡ араға яҡынлай. Тик, уны ырғытыу менән, башын һәм күкрәген үтә тишеп сыҡҡан пуляларҙан һәләк була.
Боевиктар бирешергә уйламай. Ҡул аҫтындағы кешеләрҙе һаҡлайым тип, Николай Злобин уларға ҡулайыраҡ урынға күсергә ҡуша, үҙе уларҙы һаҡлар өсөн тороп ҡала һәм күкрәгенән ҡаты яралана. Аңын юғалтҡанға тиклем көрәшкән майорҙы табиптар ҡотҡарып ҡалыуға ирешә.
Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булған өс хәрбиҙән тик майор Николай Злобин ғына «Алтын йондоҙ»ҙо үҙ ҡулына аласаҡ. Лейтенант Павел Петрачков һәм кесе сержант Александр Пузиновскийға Герой исеме үлгәндән һуң бирелде.

Т. АМАНОВ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға