RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » XIX быуаттағы башҡорт скульптуралары

24.05.2017 XIX быуаттағы башҡорт скульптуралары

XIX быуаттағы башҡорт скульптуралары
Интернет селтәрендә халҡыбыҙ тарихына ҡағылышлы бығаса киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ мәғлүмәттәрҙе табырға мөмкин. Бынан бик күп йылдар әүәл оло әһәмиәткә эйә һәм дәүләт ҡарамағындағы музей фондтарында мәңге һаҡланырға тейеш тип табылған әйбер­ҙәр тураһында һүҙ. Мәҫәлән, Рәсәйҙең төрлө музейындағы әллә күпме экспонат араһында XIX быуатҡа ҡараған башҡорт ир-егетен һынландырған скульптуралар осратырға була. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәренә айырым туҡталып үтәйек.

Мәскәү ҡалаһындағы Керамика дәүләт музейының “Рәсәй халыҡтары” исемле балсыҡ әйберҙәр коллекцияһында ҙур булмаған “Башҡорт” скульптураһы һаҡлана. 25 сантиметр бейеклектәге төҫлө һын 1880 йылдарҙа Мәскәүҙән 90 саҡрым алыҫлыҡтағы Вербилки ҡасабаһындағы фарфор заводында эшләнгән. Инглиз сауҙагәре Гарднерҙың фарфор заводы шул ваҡытта уҡ һауыт-һабаһы менән бөтә донъяға билдәле була. Шул иҫәптә унда Рәсәйҙең тиҫтәләгән халҡы һындары ла эшләнгән. Башҡорт уҙаманы буҫтауҙан ҡыҙыл ҡалпаҡ, күк камзул, күн итек кейеп, ҡылыс таҡҡан. Эшләү техникаһы – алтын ялатылған, биҙәлгән форфор, тиелгән. Антропологик тибына килгәндә, бик таныш йөҙ кеүек тойола. Сөнки рәссам П. Заха­ровтың әлеге мәлдә күсермәһе киң ҡул­ланыл­ған “Башҡорттар” картинаһындағы ир-егеткә оҡшаған. Ул рәсем тәүге тапҡыр Рәсәй этнографы, сығышы буйынса немец, Г. Паулиҙың “Рәсәй халыҡтары“ тип аталған төҫлө иллюстрациялы хеҙмәтендә 1862 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыға. Бәлки, Гарднер заводы рәссамдары тап ошо картинаны ҡулланып эш иткәндер?
Тағы бер “Башҡорт” статуэткаһы иғтибарға лайыҡ. XIX быуат аҙағында – XX быуат башында Тверь губернаһындағы Рәсәйҙең фарфор-фаянс сәнәғәте өлкәһендәге иң мәртәбәле ойошмаларҙың береһе – Конаково заводында ла, һауыт-һабанан тыш, ҙур булмаған скульптуралар етештергәндәр. Был бәләкәй һындың төп нөсхәһенең һаҡланыу-һаҡланмауын асыҡлайһы бар. Ә бына 1990 йылдарҙа эшләнгән күсермәһен (сәнғәттә ҡабатлау тип атала) интернет селтәре аша бер әҙәм һатыу­ға ҡуйған. Һындың ҙурлығы – 28 сантиметр. Башҡорт ир-егете шулай уҡ XIX быуатҡа хас тула ҡалпаҡ, камзул кейгән. Тик был осраҡта кейеме һоро төҫтә.
XIX быуатта 38 йыл ғүмере эсендә билдәле рәссам булып танылған, иҫ киткес матур, зауыҡлы бихисап сәнғәт өлгөһө ҡалдырған Евгений Алек­сан­дрович Лансереның эштәре араһында кәмендә өс һыбайлы башҡорт скульптураһы бар. Тамбов губернаһының Моршанск ҡалаһында француз ғаиләһендә тыуып үҫкән Евгений Лансере Петербург университетының юридик факультетында белем ала. Йәштән үҙ аллы әүәләп әйберҙәр яһау менән шөғөлләнә. Сәнғәттең был йүнәлеше менән айырыуса ҡыҙыҡһына. Скульптор­ҙарҙың оҫтаханаларында йыш була. 1867, 1876 йылдарҙа Парижда бронзанан (аҡ ҡурғаш ҡушылған баҡыр иретмәһе) ҡойоп әйберҙәр яһауҙы өйрәнә һәм музейҙарҙа һаҡланған сәнғәт өлгөләре менән таныша. Йыл һайын урта һәм көньяҡ Рәсәй, Украина, Кавказ, Ҡырғыҙстан, Ҡырым һәм Башҡор­тостан буйлап сәйәхәт итә. Лансереның бар эштәре үҙенә генә хас милли-тарихи, этнографик колорит менән башҡарылған. Махсус белеме булмаһа ла, натураны, һындарҙы шул тиклем тәрән тойомлаған тәбиғи һәләте булған уның. Евгений Лансере, сюжетлы пластик миниатюра оҫтаһы булараҡ, Лондонда, Венала, Парижда һәм башҡа ҡалаларҙа үткән бөтә донъя күргәҙмәләрендә танылыу яулай. Тау, дала халыҡтарының аттарын да, үҙҙәрен дә бик килешле һынландырған. Уның эштәре, әйтерһең дә, туҡтаған бер мәл, ысынбарлыҡ. “Башҡорт. Ҡапыл иҫкән ел”, “Ҡамсы тотҡан башҡорт”, “Йылҡы көтөүсе башҡорт” эштәре нескә һәм нәфис башҡарылған. Милли кейемдәге ир-егет бына-бына хәрәкәтен дауам итер кеүек тойола. Оҫта башҡорт аттарын да, башҡа төбәктәрҙекенән айырмалы рәүештә, нисек бар шулай һынландырған. Кәүҙәгә ҡайтыш, талымһыҙ, арығыраҡ улар, барыһы ла йүгәнләнгән. Скульптураларҙың бейеклеге 22 – 26 см. “Башҡорт. Ҡапыл иҫкән ел” скульптураһында ҡолаҡсын, камзул кейгән эйәр өҫтөндәге ир-егетте күрәбеҙ. Ул ҡоралланған – ҡылыс таҡҡан, һырланған ҡалъянында йәйәһе бар. “Ҡамсы тотҡан башҡорт” эшендә лә һыбайлы ир-егет күрһәтелгән. Кинәт кенә атын туҡтатып, ҡамсыһы менән киҙәнгән ул. Лансереның өсөнсө “Йылҡы көтөүсе башҡорт” статуэткаһында һыбайлы ҡулына оҙон арҡан тотҡан. Рәс­самдың бронзанан ҡойоп, һырлап яһалған әйберҙәренең күсермәләре XIX – XX быуат­тар­ҙа алдынғы заводтарҙа, Ф. Шопен, Н. Штан­ге, А. Моран, К. Бертоның шәхси оҫтаханаларында һәм Уралдағы суйын иретеү заводтарында күпләп эшләнелә.
Тышҡы ҡиәфәттән тыш, милли характер, хатта этник психологияны өйрәнеү йәһәтенән был сәнғәт әҫәрҙәренең мәҙәни һәм тарихи әһәмиәте , һис шикһеҙ, бөгөнгө көндә лә актуаль булып ҡала.

Зилә Ниғмәтуллина.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә