RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын ҡышҡа әҙерләү тотҡарлана

24.08.2010 Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын ҡышҡа әҙерләү тотҡарлана

Быйыл республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһындағы 401 бинаны һәм ҡоролманы ремонтлау планлаштырыла. Уларҙың 281-е ремонтлан­ған да инде. Медицина учреждениеларын ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерләүгә 332 миллион һум аҡса үҙләштерелгән, был капиталь ремонтҡа ҡаралған аҡсаның 55 процентын тәшкил итә.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов бүленгән аҡсаның ни өсөн яртыһы ғына үҙләштерелеүе менән ҡыҙыҡһынды. БР һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюковтың һүҙҙәренсә, аҡса тик май аҙағында ғына бүленгән. Ә бөтә эштәрҙе лә башҡарыу өсөн контракт процедураларын һәм технологик эштәрҙе атҡарырға кәрәк булған.
– Әле, башлыса, ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ҡаты яғыулыҡ менән тәьмин итеү эше әүҙем бара, – тине министр. – Августа ҡыйыҡ эштәре тамамланасаҡ. Әлеге көндә 346 әҙерлек паспортының 63-ө генә әҙер. 280-е – әҙерләнеп бөтөү стадияһында.
Рөстәм Хәмитов иҫәпкә алыу приборҙарын ҡуйыу тураһында оноторға ярамағанлығын иҫкәртте. Экономияланмаған һәр киловатт-сәғәт йәки гигакалория ҡаҙнаға һуға.
– Йылылыҡ һәм һыу иҫәбен алыу­сы приборҙарҙы ҡуйыр алдынан учреждениеларҙа йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү буйынса аудит үткәрәсәкбеҙ, – тине А. Евсюков. – Энергия менән тәьмин итеү буйынса аудит­та бөтә учреждениелар ҙа ҡатнаша.
Ведомство башлығы учреждениелар балансында 86 дизель генераторының ҡорамалдары резерв энергия сығанағы итеп ҡулланылыуын билдәләне.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?

Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет