RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ил ҡурсалар ир ине...

13.05.2016 Ил ҡурсалар ир ине...

Ил ҡурсалар ир ине...Ошо көндәрҙә ҡулыбыҙға яңы китапты алып шатландыҡ. “Ил ҡурсалар ир инең...” тип атал­ған ҙур күләмле баҫма “Йәшлек” гәзитендә икенсе йыл уңышлы барған, өлкән класс уҡыусылары ҡатнашҡан Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһына арналған.
Премия, былтыр ғына иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, республикабыҙҙа билдәлелек яуланы. Унда йөҙҙән ашыу уҡыусы ҡатнашып, ижади эштәрендәге тәрән фекерҙәре, үҙенсәлекле ҡараштары менән иғтибарҙы йәлеп итте. Премия ил күләмендә лә танылыу яуланы – Рәсәй Журналистар союзы ярышында лауреат булды.
Телгә алынған китап сығарылыш уҡыусыларына һәр ваҡыт тиҫтер булып ҡаласаҡ Булат Солтангәрәев хаҡында. Йәштәргә эталон булырлыҡ аҫыл егет үҙен төрлө яҡлап үҫтереп, уҡыуҙа, сәнғәттә, спортта маһирлыҡ күрһәтте, геосәйәсәт, хоҡуҡ менән ҡыҙыҡһынды һәм ун ете йыл ғүмере эсендә күп яҡлы шәхес булып формалашты. Әҙәм балаһы үҙенең ғүмер оҙонлоғон билдәләмәһә лә, тормош ағышының ниндәй тәрәнлектә һәм киңлектә булырын үҙе хәл итә. Ләкин, үкенескә күрә, аяуһыҙ яҙмыш егеттең ғүмерен өҙҙө...
Булат Солтангәрәевтың тормошсан фекерҙәре, идеялары, хыялдары аңлы тиҫтерҙәренә маяҡ булыр тәрәнлектә. Улар ошо китапта урын алған. Унда бер кешенең ғүмере, ҡараштары, хыялдары һыйған.
Баҫмаға шулай уҡ премия лауреаттары һәм номинанттарының ижади эштәре лә индерелгән. Уларҙың һәр береһендә йәш кешенең донъяға ҡарашы, кешеләргә әйтер һүҙе ярылып ята. Үҙ һүҙеңде ваҡытында әйтә алыу, хыялдарыңды тормошҡа ашырыу – ҙур бәхет. Үҫмерҙәргә, оло тормошҡа аяҡ баҫыусы йәштәргә нәҡ үҙҙәрен күрһәтеү, донъяға танытыу мөмкинлеге биргән платформа ул был проект.
Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһына килгәндә, ул “Йәшлек” гәзите тарафынан Булат кеүек төплө, киң ҡарашлы егет-ҡыҙҙарҙы табып, уларға хыялдарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыу маҡсатында ойошторолдо. Ул артабан да дауам итер, “Һәләтле йәштәр” серияһы сиктәрендә ошондай уҡымлы, йөкмәткеле китаптар әле сығыр, тип ышанайыҡ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Сафланырмы һауаң,  Сибай?

15.02.2019 - Йәмғиәт Сафланырмы һауаң, Сибай?


Ил тарихы Һеҙҙе күптән яҙҙы Хәтеренә беҙҙең быуаттың...

Яҡты ҡала – Лангепас

07.02.2019 - Йәмғиәт Яҡты ҡала – Лангепас


Ашығамын

07.02.2019 - Йәмғиәт Ашығамын


Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!

05.02.2019 - Йәмғиәт Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!


Ижади эштәрегеҙҙе  көтөп ҡалабыҙ!

В Башкирии массово эвакуируют школы и больницы. Что происходит?

Мортаза Рәхимовҡа "Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы" исеме бирелде

Сибайҙа һауала зарарлы матдәләр дәүмәле кәмене

Общественники анализируют экологическую обстановку в Сибае

Каринэ Хәбирова «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында булды

Сибайҙың һауаһында нимә бар?