RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өмөт сатҡыһы уянды

Йәмғиәт Өмөт сатҡыһы уянды

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт йортонда үткәргән алданған дольщиктар мәсьәләһен ҡараған кәңәшмәлә төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар, төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостанда һуңғы проблемалы өй 2012 йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш, был мәсьәләне артабан кисектерергә ярамай, тине республика башлығы.
– Финанс көрсөгө һәм намыҫһыҙ төҙөүселәр республикала проблемалы йорттар һанын арттырған, – тип билдәләне Президент. – Төҙөүселәр граждандарҙың аҡсаһын йәлеп иткән, әммә аҡса тәғәйенләнеше буйынса ҡулланылмаған. Төҙөлөш эштәре барышын контролләүсе ведомство-ара комиссия йоғонтоһоҙ эшләгән. Төҙөлөшкә аҡсалата үҙ өлөшөн индереүселәр ни аҡсаһын, ни фатир ала алмаған һәм киләсәккә лә өмөттәре юҡ. Төҙөүселәрҙе дәүләт гел генә арҡалап ултыра алмай – уларҙы үҙ йөкләмәләрен намыҫлы үтәргә мәжбүр итергә ваҡыт.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афониндың һүҙҙәренсә, бөгөн республикала 25 проблемалы йорт иҫәпләнә. Алданған дольщиктар һаны иһә ике меңдән ашыу. Йорттарҙы төҙөүҙең оҙаҡҡа һуҙылыуы – төҙөүселәрҙең аҡсаһы юҡлығы.
Кәңәшмәлә Өфөләге төҙөлөп бөтмәгән ун йортто киләһе йылда тамамларға тигән ҡарар ҡабул ителде. Башҡа ҡалаларҙағы һәм райондарҙағы оҙайлы төҙөлөш мәсьәләләре 2011 йылдың тәүге яртыһында хәл ителәсәк.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад