RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өмөт бағлайыҡмы ҙур йыйынға?

30.10.2015 Өмөт бағлайыҡмы ҙур йыйынға?

Өмөт бағлайыҡмы  ҙур йыйынға?Ҡорға йыйылыу башҡорттар йәшәйешендә һәр ваҡыт етди урын алып торған. Бөгөн дә халыҡ төрлө мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү йолаһын тота. Бер ғаиләме ул, бер ауылмы, йә коллектив, йә милләтме – берҙәмлектән файҙа булыр, тигән маҡсатта алып барыла һөйләшеү. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Дүртенсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла беҙҙең өсөн мөһим бер ваҡиға булырға тейеш.
21 ноябргә тәғәйенләнгән ҙур сараға әҙерлек һәр төбәктә йәнләнгәндер, тип ышанғы килә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йыйындың көн тәртибенә, быйылғы Әҙәбиәт йылын да иҫәпкә алып, башҡорт теле, милли мәғариф, рухиәт торошо буйынса көн үҙәгендә торған проблемалар индерелгән, әлбиттә, ер менән файҙаланыу мәсьәләләре лә ҡараласаҡ. Бынан тыш, халҡыбыҙҙың әүҙем (ҡоролтай делегаттарына был һүҙ таман тиергә булалыр) ул-ҡыҙҙары “2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли стратегияһы”н ғәмәлгә ашырыу буйынса ла етди һөйләшеп, 2016 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни үҫеше” дәүләт программаһы үтәлеше лә иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
Әле район-ҡалаларҙа, ил төбәктәрендә башҡорт ҡоролтайҙары ултырыштары үтә. Унда, эш йомғаҡтарын барлау менән бер рәттән, Дүртенсе форумға делегаттар һайлана.
Әйткәндәй, Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлағанда 4000 кешегә бер делегат иҫәбе менән эш иткәндәр (алыҫ сит илдә ойоштороу комитеты хәл иткән). Мандаттарҙың йәштәр өсөн өлөшө 30 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Ҡоролтай алдынан һорауҙар, тәҡдимдәр, их-х, шулай булһа ине, тигән үкенеү ҡатыш теләктәр күбәйеп китеүсән. Йәшерен-батырыны юҡ, ҡайһы берәүҙәр был йыйынды һанға ла һуҡмаған кеүек. Ә бит бөгөн халыҡ алдында торған проблемалар бик күп. Бәлки, уларҙы ҙур сараларға йыйылмайынса, урындарҙа ла хәл итеп була торғандыр. Тик кем хәл итә лә, кем алдан башлап йөрөй бит әле. Бөгөн, үкенескә күрә, арабыҙҙа әҙерҙе яратыусылар ҙа етерлек. Милләткә ҡағылышлы ауырлыҡтарға ҡул һелтәүселәр ҙә юҡ түгел. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә ҡарата ышанысты юғалтыусылар барлығы хаҡында ла онотмайыҡ. Өҫтәүенә, бер-береһенә ҡаршы килгән тырым-тырағай ойошмалар, хәрәкәттәр ҙә беҙҙе тарҡау иткәндәй.
Ниндәй өмөт бағлана был ҙур йыйынға? Ул беҙҙең проблемаларҙы хәл итеү яйҙарын табырмы? Башҡорт бөгөн башҡортлоғон нисек күрһәтергә тейеш? Һорауҙар күп. Һәр беребеҙ тәғәйен яуап биреп, үҙ халҡыбыҙ мәнфәғәтенә эшләһәк, ҡалай ҙа шәп кешеләр булыр инек, ә?

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ, Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
– Ҡоролтайҙан бер нәмә лә көтмәйем. Беҙ һәр ваҡыт ҡайҙандыр көтөп ултырырға өйрәнеп киттек шикелле. Ҡайҙандыр, кемдәндер көтөп ултырырға ярамай, һәр кем хеҙмәт урынында, йәшәгән ерендә көн дә милләтебеҙ өсөн файҙалы эш алып барырға бурыслы. Юғиһә, оло форум буласағын ишеткәйнеләр, бығаса йәмәғәт эшендә ҡатнаш­ҡаны ла, ҡатнашмағаны ла, ҡоролтайға мин барам, тип саба башланы. Ана, һайламай ҡара уларҙы, оло ғауға күтәрергә, янъял сығарырға әҙерҙәр. Ҡоролтайҙан йөрөп ҡайтҡас, ундайҙар, мин делегат булдым, тип, күкрәк һуғып йөрөйәсәк, ә эш эшләргә килгәндә, тағы ояларына инеп ҡасасаҡ.
Фәлән-фәлән мәсьәләләрҙең хәл ителеү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ, тип йөрөүселәр ҙә бар. Эҙләнеләр, ти, көт. Уны эҙләргә кәрәкмәй, эшләргә кәрәк.

Ғәли ХӘСӘНОВ, Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
– Үткән шәмбелә Түбәнге Кама ҡалаһында ҙур ҡоролтай уҙғарҙыҡ. Рәсми рәүештә отчет-һайлау йыйыны булды ул. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бындай ҡоролтай Татарстанда быға тиклем булмаған да. Республика ҡоролтайында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов Ҡазандың 1000 йыллығы уңайынан бүләк иткән башҡорт тирмәһе төп символ булып торҙо, ултырыш “Урал” башҡорт халыҡ йыры – гимныбыҙ – менән асылды.
Ихлас, асыҡ, берҙәм, һөҙөмтәле һәм бер ҙә ирешмәйенсә, шундай күңелле үтте ул. Мине бер тауыштан тағы яңы мөҙҙәткә һайлап ҡуйҙылар. Ышаныс белдергәндәре өсөн рәхмәт. Дүртенсе ҡоролтайға делегаттар ҙа һайланды.
Әйткәндәй, алда буласаҡ ҙур йыйындан халҡыбыҙҙың хәҙерге ваҡытындағы хәлен, уның ниндәй кимәлдә булыуын, хаталары булһа, уларҙан нисегерәк дөрөҫ сығыу юлдарын, ниндәй саралар күрергә кәрәклеге тураһындағы тәҡдимдәрҙе тыңлап, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул ителергә, сығарылырға тейеш, тип көтәм.
Әлбиттә, проблемалар бик күп. Ул йәһәттән урындағы муниципаль хакимиәт әһелдәре лә эшләй. Башҡорт йәмғиәтселегенең функцияһын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ла хәл итергә тырышты, тырышалар. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәт, мәғариф, сәнғәт өлкәһендә үҙбилдәләнеш хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыуға күп көс һалдылар. Шулай ҙа бөтә яуаплылыҡты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына ғына япһарырға ярамай­ҙыр һәм улай дөрөҫ түгелдер, тип уйлайым. Күп нәмә халыҡтың үҙенең эшмәкәрлегенә бәйле.
Заманыбыҙ тынысһыҙ бөгөн. Донъяла, тирә-яҡта барлыҡҡа килгән төрлө ҡатмарлы ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар, үҙгәрештәр һәм һәр төрлө реформалар булып ятҡанын онотмаҫҡа кәрәк. Бына бит ислам террорсылары нисек Рәсәй халыҡтарын үҙенә арбай, беҙҙең араға үтеп инә башланы. Был бик ҡурҡыныс хәл. Ҡайһы бер башҡорт һәм татар йәштәре лә, мосолман булғас, бындай өгөттәргә тиҙ ышанып бара. Әгәр ваҡытында бөтәбеҙ ҙә берҙәм булып бөгөн үк тейешле саралар күрмәһәк, шундай ерҙәрҙән йөрөп ҡайтҡан бәндәләр башҡорт йәмәғәтселегенең дә шундай түбән кимәлгә төшөүенә сәбәпсе буласаҡ. Ошондай мәлдәрҙә теге йәки был ваҡиғаға ҡарата дөрөҫ фекерҙәр тап Ҡоролтайҙа яңғырарға тейеш.
Милләттебеҙҙе, бигерәк тә йәш быуынды, дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк. Беҙ бөтәбеҙ ҙә милләтебеҙ менән ғорурланырға, рухи яҡтан байытырға тейешбеҙ. Башҡорт теленә, тарихына, шәхестәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға бурыслыбыҙ. Халҡы­быҙҙы һаҡларға һәм яҡларға кәрәк. Бөгөн интернет селтәрендә башҡорт башҡортто кәмһетеп, бер-береһенә яла яғып, үҙе яҡлы кешеләр эҙләп, икенсе башҡортҡа ҡаршы булырға өгөтләп өндәп йөрөүселәр миңә бөтөнләй оҡшамай. Икенсе халыҡтар алдында үҙебеҙ үҙебеҙҙе түбән күрһәтәбеҙ, тарҡатабыҙ, кәмһетәбеҙ. Күпме “төҫлө революция” булды, фәһем алырға кәрәк. Бына ошо хаҡта ла Дүртенсе ҡо­ролтай­ҙа проблемаларыбыҙҙы асып һалырлыҡ, милләтебеҙ рухын тергеҙеү буйынса етди һөйләшеүҙәр булыр, тип өмөт итәм.
Әгәр ҙә башҡорт халҡы башҡа халыҡтарҙы ла үҙенә тиң рәттән ҡыҙыҡтыра ала икән, тимәк, һөҙөмтә лә шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ. Беҙ дәүләтебеҙҙе тағы ла алға өндәүсе рухи көсөн табырға тейешбеҙ.
Беҙ йәштәргә шәжәрәләребеҙҙе өйрәтергә һәм, уларҙың инициативаларына күберәк ихтибар биреп, бергә эшләргә тейешбеҙ. Мәҫәлән, Та­тарстан халыҡтарының йәштәр ассамблеяһы үҙ халҡының мәҙәниәтен тейешенсә бәйләй белә торған, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт менән ҡарай торған алдынғы йәштәрҙе берләштерә һәм бик һөҙөмтәле итеп эшләп китте. Ирешелгәндәрҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡлау төп бурыс булып тора. Татарстан халыҡтары ассамблеяһының милли-мәҙәни берләшмәләре үҙҙәренең эштәрен бергәләшеп, бик әүҙем алып барабыҙ. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Ассамблея төрлө дәрәжәләге хакимиәт органдарына мөрәжәғәт итә ала.
Милли кәсеп һәм һөнәрселекте тергеҙеү буйынса ла ҙур эш алып барыла. Был юҫыҡта ике республика араһындағы яҡшы тәржибәләргә лә иғтибар итһәк яҡшыраҡ булыр ине.
Мин беҙҙең киләсәгебеҙгә ышанам!

Ғәлиә СӘМИҒУЛЛИНА, Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты:
– Йыш ҡына бығаса булып үткән ҡоролтайҙарҙы бер-береһе менән сағыштыралар. Уларҙа ҡаралған һәм резолюцияға ингән мәсьәләләрҙең үтәлеү-үтәлмәүен барлай­ҙар. Эйе, ваҡытында күп эш башҡарылды, күп нәмәгә ирешелде. Тик шундай бер мәл дә булды: беҙ ҡапыл ирешелгәндәрҙе юғалта башланыҡ. Ниңә шулай? Быға беҙҙең заман да, ваҡиғалар ағышы ла ғәйепле түгел. Үҙебеҙҙең һүлпәнләнеүебеҙ ғәйепле. Әллә лидерҙарыбыҙ эшлектән сыҡтымы? Улар янында тупланырлыҡ халыҡҡа лайыҡлы эштәре менән танылған замандаштарыбыҙ ҡалманымы? Бәлки, проблемалар бөткәндер? Ҡоролтай ошоларға яуап эҙләү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табыу урыны ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты йәмәғәт ойошмаһына ҙур яуаплылыҡ һалынған. Ул, ысынлап та, халыҡ мәнфәғәтендә эш алып барырға тейеш. Уның мөмкинлектәре лә бар.
Нимә көтәм һәм нимә өмөт итәмме? Халҡыбыҙ өсөн юғалтыуһыҙ йәшәргә, һәр яҡлап үҫергә һәм үҙ еребеҙгә лайыҡлы хужа булырға, тигән мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелһен, аныҡ ҡарарҙар сығарылһын һәм улар үтәлһен, тип көтәм.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Сафланырмы һауаң,  Сибай?

15.02.2019 - Йәмғиәт Сафланырмы һауаң, Сибай?


Ил тарихы Һеҙҙе күптән яҙҙы Хәтеренә беҙҙең быуаттың...

Яҡты ҡала – Лангепас

07.02.2019 - Йәмғиәт Яҡты ҡала – Лангепас


Ашығамын

07.02.2019 - Йәмғиәт Ашығамын


Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!

05.02.2019 - Йәмғиәт Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!


Ижади эштәрегеҙҙе  көтөп ҡалабыҙ!

В Башкирии массово эвакуируют школы и больницы. Что происходит?

Мортаза Рәхимовҡа "Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы" исеме бирелде

Сибайҙа һауала зарарлы матдәләр дәүмәле кәмене

Общественники анализируют экологическую обстановку в Сибае

Каринэ Хәбирова «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында булды

Сибайҙың һауаһында нимә бар?