RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

24.10.2015 Йәштәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

Йәштәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫКисә генә мәктәпте тамамлап, бөгөн шау-шыулы Өфө ҡа­лаһында студент булып киткән егет-ҡыҙҙарға тәүге мәлдә бик ҡыйынға тура килә. Уларҙы, нимәгә тотонорға, кемдән ярҙам алырға, уҡыуҙа һәм йәмәғәт тормошонда нисек алдынғы булырға, тигән һорау­ҙар борсой.

Яңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үткән “Башҡортостан йәштәре” исемле “түңәрәк өҫтәл” тап ошо һорауҙарға аныҡлыҡ индереү маҡсатында ойошторолдо. Сарала улар республиканың һәм баш ҡаланың йәштәр менән эшләгән ойошма-үҙәктәренең эше менән танышты.

Осрашыу РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамы менән үтте. Йәштәр – БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары алдында РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Гөлнур Ҡолһарина, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының баш белгесе Розалия Мостаева, Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең бүлек мөдире Ғәлиә Сәлихова, БР Милли көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса федерацияһының башҡарма директоры Юнир Ильясов һәм башҡалар сығыш яһаны. Атап әйткәндә, Розалия Динислам ҡыҙы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт ми­нистрлығының ирекмәндәр хәрәкәте тураһында һөйләне, бизнес планы, ғилми проекттар төҙөү буйынса кәрәкле документтар әҙерләүгә ҡағылышлы кәңәштәр бирҙе. Психолог Ғәлиә Сәли­хо­ваның телмәре айырыуса беренсе курста уҡыусыларға файҙалы булды. Ул эшмәкәрлектең яңы тө­рөнә өйрәнеп китеү, уҡыу һәм артабан буласаҡ сессияға әҙерлек буйынса кәңәштәр бирҙе. Юнир Ильясов йәштәргә сәләмәт йәшәүҙең мөһимлеген аңлатты һәм барыһын да спорт менән шөғөлләнергә әйҙәне.

Осрашыуҙағы әҙиптәр – “Баш­ҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, “Баш­ҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле шағир Ирек Кинйәбулатов, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов үҙҙәренең студент йылдарын иҫкә төшөрҙө. Уларҙың ижады нығыныу­ға БДУ-ла һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла эшләп килгән “Шоңҡар” менән “Тулҡын” әҙәби ойошмалары булышлыҡ иткән.

РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина йәштәрҙе ҡотлап, бүләктәр һәм сертификаттар тапшырҙы.
“Түңәрәк өҫтәл”де йомғаҡлап, Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова тәрбиәүи һәм рухи маҡсатта ойошторолған бындай сарала студенттар­ҙың үрнәк булырлыҡ кешеләр менән осрашыуы файҙа килтереүен билдәләне.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә