RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда...

16.01.2015 Ә беҙҙең ауылда...

Әнүзә МӘЖИТОВА, Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы:
– 20 декабрҙә ауыл китапханаһында “Һаумы, Әҙәбиәт йылы!” тип атал­ған осрашыу үткәрҙек. Унда Әбйәлил районының почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир Әсхәл Әхмәтҡужин һәм уның тормош юлдашы, шулай уҡ яҙыусы Иҙрис Ноғоманов, “Осҡон” гәзитенең ижтимағи-сәйәси бүлеге мөдире Ғәҙел Ишморатов ҡатнашты. Мәктәптә үткән осрашыуға күрше ауылдар­ҙан да ҡунаҡтар килде. Сара ауылдың үҙешмәкәр сәхнә оҫталары сығышы менән аралаштырылды. Күгиҙел ауылынан Әхәт Ур­мантаевтың сығышы үҙе бер йәм өҫтәне. Ҡунаҡтарға бик күп һорау бирҙеләр. Мәктәп директоры Илдус Зәйнуллин белем усағы менән таныштырҙы, тарих музейы директоры Айҙар Мәжитов тыуған төйәгебеҙҙең тарихына байҡау яһаны.
Ҡыҫҡаһы, баймаҡтар ҡатнашлығындағы осрашыу бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы булды.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

«Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

И.о. министра ЖКХ Башкирии проинспектировал работу регоператоров по сбору мусора

Яңы йыл менән!

01.01.2019 - Йәмғиәт Яңы йыл менән!


Хөрмәтле төркөмдәштәр!

31.12.2018 - Йәмғиәт Хөрмәтле төркөмдәштәр!


Балалар йылы һәм төҙөк автобустарҙа йөрөй

Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде

Афарин, Гөлнур! Хеҙмәттәшебеҙ - "Йыл журналисы!"

Ҡала һәм район дауаханаларына - 23 "ашығыс ярҙам" машинаһы!

Яңы граффити Бөйөк Рәмигә арналған

Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш

Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды