RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сусҡа малына хәүеф янай

Йәмғиәт Сусҡа малына хәүеф янай

Африка сусҡа тағуны (чума) тиҙ тарала – Ҡалмыҡ Республикаһына һәм Волгоград өлкәһенә килеп еткән. «Россельхознадзор» мәғлүмәттәре буйынса, афәт Рәсәйҙең үҙәк райондарына йылына 600 саҡрым тиҙлектә етеп килә. Бындай темптар менән ул Башҡортостанға 2012 йылда килеп етәсәк.
Кеше сәләмәтлегенә хәүеф янамаһа ла, вирус бер нисә көн эсендә бөтә сусҡа малын ҡырып һала. Ғалимдар сиргә ҡаршы көрәш юлын әлегә уйлап тапмаған. Федераль трасса буйлап йөрөүсе транспорт Башҡортос­танға сир индереү хәүефен тыуҙыра. Махсус постар булдырыу мөһим. Шулай уҡ ситтән һатып алынған сусҡа малына контролде көсәйтеү талап ителә.
Ҡабан сусҡаһы миграцияһы ла сир таралыуға булышлыҡ итә. Әлеге ваҡытта республика урмандарында 11 мең тирәһе ҡабан сусҡаһы йәшәй. Уларҙың үҫеш тенденцияһы имен иҫәпләнһә лә, сир хәүефе артыуы көн кеүек асыҡ.
Баҙар – сир таралыуы ихтималлығының өсөнсө юлы. Шуға күрә контролде көсәйтеү талап ителә.
БР ауыл хужалығы министры А. Йыһаншин алып барған ведомство-ара комиссия ултырышында һүҙ сирҙең республика территорияһына үтеп инеүенә юл ҡуймау тураһында барҙы.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад