«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » “Яҡшы табип булыу өсөн яҡшы уҡыу мөһим”



28.01.2014 “Яҡшы табип булыу өсөн яҡшы уҡыу мөһим”

“Яҡшы табип булыу өсөн яҡшы уҡыу мөһим”Береһенән-береһе аҡыллы, уңған, һәләтле ҡыҙҙар уҡый икән Башҡорт дәүләт медицина университетында. Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаттары Алина Заманова, Зөһрә Камалетдинова, Йәмилә Ғәбитова менән танышҡас, шундай фекергә килдем. Алина менән Зөһрә – 6-сы курс студенттары, ә Йәмилә уларҙан бер курсҡа түбәнерәк уҡый. Ҡыҙҙарҙың табип һөнәрен һайлауында ғаилә тәрбиәһенең, ата-әсәләренең йоғонтоһо ҙур булған. Улар барыһы ла табиптар ғаиләһендә тыуып, был һөнәр менән бәләкәйҙән танышып, ошо хаҡта китаптар уҡып үҫкән.
Юғары уҡыу йортонда белем алыу еңел түгел, ә медицина университетында уҡыуы айырыуса ауыр кеүек. Улар бит башҡа студенттарға ҡарағанда күберәк тә уҡый, интернатура менән алты йыл булып китә! Әммә, шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарға бында уҡыу оҡшай.
– Уҡыу ныҡ оҡшай. Беҙ өйрәнгән фәндәр үтә лә ҡыҙыҡлы. Уҡытыусылар үҙҙәренең фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Әлбиттә, медицина вузында уҡыу ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә. Яҡшы уҡыуға шулай уҡ буласаҡ һөнәреңдең үтә лә әһәмиәтлелеген аңлау ҙа ярҙам итә, беҙ кешеләрҙең һаулығы өсөн яуап бирәсәкбеҙ, – ти улар. Киләсәктә Алина хирург буласаҡ, ә Зөһрә – акушер-гинеколог. Зөһрә, күҙ алдында кеше тыуыу кеүек мөғжизәне күреү теләге миңә тап ошо һөнәрҙе һайларға булышлыҡ итте, ти. Ә бына шундай нескә генә Алинаны операция өҫтәле артында күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Күберәк егеттәр өҫтөнлөк биргән һөнәрҙе ни өсөн һайлауы менән ҡыҙыҡһынмау мөмкин түгел.
– Бәләкәй саҡтан ниңәлер хирург булырға ғына хыялландым. Миңә буласаҡ һөнәрем оҡшай. Әле практикалар ҙа үттек, операцияларҙа ла булғаным бар, миңә иң оҡшағаны хирургия икәненә тағы бер ҡат инандым ғына. Атайым теләгемде хуплап ҡаршы алды, әсәйем генә, диагностика өлкәһенә барырһың, тигәйне, – ти ул.
Тик “бишле”гә генә өлгәшеү менән бер рәттән, ҡыҙҙар университет тормошонда ла әүҙем, “Студент яҙы”, Яңы йыл, Студенттар көнө кеүек уҡыу йортонда үткән төрлө сараларҙа сығыш яһайҙар. Ҡыҙҙар фән менән дә етди ҡыҙыҡһына, төрлө конференцияларҙа, университетта үткән ғилми сараларҙы ойоштороу, уҡыу йортоноң махсус гәзитенә ғилми мәҡәләләр яҙыу, шулай уҡ башҡа студенттарҙың ғилми эштәрен ҡабул итеп, баҫмаға әҙерләү, ҡыҫҡаһы, медицина өлкәһендәге сараларҙы, яңылыҡтарҙы гәзит битендә яҡтыртыу кеүек эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Уларҙың фекеренсә, табип белгәнен һөйләй, халыҡҡа аңлата ла белергә тейеш. Алина студенттарҙың ғилми йәмғиәтенең ғилми секретары булып тора.
Уҡыу, фән генә түгел уларҙың уйында, һәр яҡтан да һәләтле ҡыҙҙар буш ваҡыттарын да зауыҡлы итеп үткәрә белә. Зөһрә спорт, бейеү менән шөғөлләнә, университетта психиатрия, офтальмология буйынса түңәрәктәргә йөрөгән, айырым курстарҙа массажсы, экскурсовод һөнәрҙәрен үҙләштергән. Был яңы һөнәрҙәр уға стипендияға өҫтәмә булырлыҡ аҡса эшләргә лә мөмкинлек бирә. Уңған ҡыҙға бигерәк тә балауыҙ һындар музейында экскурсовод булып эшләү оҡшаған. Алина иһә латин-америка бейеүҙәре менән ҡыҙыҡ­һына, ансамблдә йырлай. Ҡыҙ­ҙар волонтерҙар үҙәгенә йөрөп, ололарға ярҙам күрһәтеүсе төрлө акцияларҙа ла әүҙемлек күрһәтә.
Алина менән Зөһрә интернатуранан һуң уҡыуҙарын ординатурала дауам итергә хыяллана. Тырыш ҡыҙҙарҙың был хыялы ла, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ
фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға