«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Башланды!



28.05.2013 Башланды!

Кисә сығарылыш синыф уҡыу­сылары өсөн берҙәм дәүләт имтихандары башланды. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл уҡыусылар иң беренсе булып рус теленән БДИ тапшыр­ҙы.
Имтихан 3 сәғәт 30 минут дауам итте. Һынауҙы үтеү өсөн уҡыусыларға был фәндән иң әҙе 36 балл йыйырға кәрәк. Һөҙөмтәләр яҡынса бер аҙнанан әҙер буласаҡ.
Уҡыусылар мотлаҡ БДИ тапшырырға тейешле икенсе фән – математика. Уның буйынса имтихан 3 июндә буласаҡ. Уҡыусылар­ға аттестат алыу өсөн был ике фәндән дә тейешле балды йы­йыр­ға кәрәк буласаҡ.
Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһында БДИ тапшырыуға бәйле «Ҡыҙыу линия» эшләй башланы. 8-800-700-83-63 (Рәсәй буйынса шылтыратыу бушлай) телефонына Мәскәү ваҡыты менән иртәнге сәғәт 6-нан киске 6-ға тиклем шылтыратырға була. Өфөнөң Мәғариф идаралығында (телефоны − 255-13-20) һәм республикабыҙҙың Мәғариф министрлығында ла ((347) 2-72-08-55) шундай уҡ линиялар асылды.

С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға