«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Хәҙер улар – ысын студент!



02.10.2010 Хәҙер улар – ысын студент!

Хәҙер улар – ысын студент!«Белем тауын кимереүселәр» араһында студенттар сафына ҡабул итеү йолаһы күптән барлыҡҡа килгән һәм йылдар, быуаттар аша, студент халҡының бәғзе ҡанундары менән бер рәттән, әле лә һаҡлана. Мәҫәлән, шундай сара күптән түгел республиканың абруйлы вуздарының береһе – Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында үтте.
Сара беренсе курс студенттарын академияның уҡыу-уҡытыу эштәре һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса проректоры В. Беловтың ҡотлауы менән асылды. Ул йәштәрҙе тормоштарындағы сираттағы баҫҡыс – юғары уҡыу йорто студенты булыу менән ҡотланы һәм уҡыуҙарында уңыштар теләне.
«Сәләмәт тормош» девизына ҡоролған сараның сценарийы ла үҙенсәлекле: мауыҡтырғыс та, шул уҡ ваҡытта фәһемле лә ине – абруйлы табиптар практика үтеүсе йәш һәм тәжрибәһеҙ студент ҡыҙға медицина һәм сәләмәт тормош серҙәренә төшөнөргә юл күрһәтте...
Концерт академияның талантлы йәштәренең сығыштары менән үрелеп барҙы.
Ниһайәт, көтөп алған мәл: сәхнәгә һәр факультеттың тәүге курс студенттары араһынан берәр вәкил саҡырылды. Улар ҙур зачет кенәгәһенә тотоноп, залдағы студенттар уң ҡулдарын йөрәк тәңгәленә ҡуйып, «һуңлаған осраҡта ла дәрес ҡалдырмаҫҡа, таныш булмаған уҡытыусылар менән дә күрешергә, өсөнсө курсҡа еткәнсе булһа ла үҙ ғаиләһен ҡормай торорға, академия йолаларын дауам итергә, тәүге сессияны тапшырырға» – ғөмүмән, тырышып уҡырға, тәртипле булырға ант итте.

Р. МАНСУРОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Т. КАРАТЕЕВА фотоһы.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға